Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Февраль 2022, 09:55

Бөгөн шағирә Фирүзә Абдуллинаның тыуған көнө

Фирүзә Дәүләтша ҡыҙы Абдуллина (ҡыҙ фамилияһы Байтурина) 1961 йылдың 24 февралендә Башҡорт АССР-ының (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы) Баймаҡ районы Шүлкә ауылында тыуа. #Йәшлек #ЮлайКәримовфотоһы

Бөгөн шағирә Фирүзә Абдуллинаның  тыуған көнө
Бөгөн шағирә Фирүзә Абдуллинаның тыуған көнө

Фирүзә Абдуллина.

Һуңлап ҡуймаһам ине…

 

Көн артынан көндәр үтә,

Һағыштар борсой мине.

Хаталарымды аңларға

Һуңлап ҡуймаһам ине…

Уйламай һүҙҙәр әйтәбеҙ,

Рәнйеткәнмендер кемде…

Унан ғәфү үтенергә

Һуңлап ҡуймаһам ине…

Иң ҡәҙерле яҡындарым-

Бер туғандарым минең.

Яратҡанымды әйтергә

Һуңлап ҡуймаһам ине…

Эй ышанысһыҙ донъялар!

Уйҙар борсой күңелде.

Кисерергә, ҡәҙерләргә

Һуңлап ҡуймаһаҡ ине…

Биографияһы.

Фирүзә Дәүләтша ҡыҙы Абдуллина (ҡыҙ фамилияһы Байтурина) 1961 йылдың 24 февралендә Башҡорт АССР-ының (хәҙерге Башҡортостан РеспубликаһыБаймаҡ районы Шүлкә ауылында тыуа.

Шүлкә ауылында башланғыс мәктәпте тамамлай, 1-се Этҡол урта һәм Сыңғыҙ һигеҙ йыллыҡ мәктәптәрендә уҡый, артабан Баймаҡ интернат-мәктәбендә уҡыуын дауам итә һәм 1978 йылда урта белем тураһында танытма ала.

19781983 йылдарҙа Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының филология факультетында уҡый.

Юғары белем алғандан һуң Стәрлетамаҡ районының Айыусы урта мәктәбендә башланғыс синыфтар уҡытыусыһы булып эш башлай. 1983/1984 уҡыу йылының икенсе яртыһынан Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Бәпес урта мәктәбенә өлкән пионервожатый вазифаһына күсерелә.

1985 йылда тормош иптәше Фидаил менән бергә Ейәнсура районының Юлдаш һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә эшкә күсерелә, рус теле һәм әҙәбиәте фәндәрен уҡыта.

1986 йылда Фирүзә Абдуллина Юлдаш һигеҙ йыллыҡ мәктәбе директоры вазифаһына тәғәйенләнә.

1990 йылда ғаиләһе менән бергә кире Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Бәпес урта мәктәбенә ҡайта, артабан рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй.

19971999 йылдарҙа уҡытыу менән бер рәттән мәктәп директорының тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡара.

2008 йылдан хаҡлы ялда.

"Башҡорт Википедияһы".

 

Юлай Кәримов фотоһы.

Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас: