Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Февраль 2022, 09:53

Бөгөн Айҙар Ғәлимовтың тыуған көнө

Ғәлимов Айҙар Ғәни улы (23 февраль 1967 йыл) — йырсы. #Йәшлек #ЮлайКәримовфотоһы.

Бөгөн Айҙар Ғәлимовтың тыуған көнө
Бөгөн Айҙар Ғәлимовтың тыуған көнө

Ғәлимов Айҙар Ғәни улы (23 февраль 1967 йыл) — йырсы, Башҡортостан Республикаһының (1995) һәм Татарстан Республикаһының (1996) атҡаҙанған артисы. Башҡортостан Республикаһының (2011) һәм Татарстан Республикаһының (2008) халыҡ артисы. Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2017).

Айҙар Ғәни улы Ғәлимов Ҡаҙағстандың Целиноград (хәҙерге Астана) өлкәһе Мәҙәниәт ауылында 1967 йылдың 23 февралендә тыуған. Бер йылдан һуң ата-әсәһе Башҡортостандың Миәкә районы Оло Кәркәле ауылына күсеп ҡайта. Бала сағы шунда үтә.

1986 йылда Өфө автотранспорт техникумын тамамлай, һуңынан, әрме сафтарына саҡырылып, 7-се гвардия һауа-десант дивизияһында хеҙмәт итә.

1993 йылда Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетын тамамлай. Икенсе юғары белемен Ҡазан дәүләт педагогия университетында ала.

Өфө ҡалаһында йәшәй. Рәсми вазифаһы — «"Айдар" театр-студияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт директоры.

"Башҡорт Википедияһы".

 

Юлай Кәримов фотоһы.

Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас: