Әлибаев Сафуан Әфтәх улы (21 февраль 1941 йыл — 6 июль 2014 йыл) — башҡорт шағиры һәм журналисы, 1973 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы, 1978 йылдан — КПСС ағзаһы, Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы (1986), Башҡортостан Республикаһының балалар һәм үҫмерҙәр әҙәбиәте өлкәһендәге Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы (2013) лауреаты, ЮНЕСКО-ның Г. Х. Андерсен исемендәге Халыҡ-ара Маҡтаулы диплом эйәһе (1996), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1991), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2011), Салауат районының почётлы гражданы (2015, үлгәндән һуң). Сафуан Әфтәх улы Әлибаев 1941 йылдың 21 февралендә Башҡорт АССР-ының Салауат районы Тирмән ауылында тыуған.Оҙаҡ һәм ҡаты ауырығандан һуң 2014 йылдың 6 июлендә вафат була, тыуған ауылында ерләнгән.
"Башҡорт Википедияһы"
Юлай Кәримов фотоһы.