Сафин Рафаэль Әхмәтсафа улы (16 февраль 1932 йыл — 22 декабрь 2002 йыл) — башҡорт шағиры һәм драматургы, журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре, 1962 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, 1974—1983 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһының рәйес урынбаҫары, Башҡорт АССР-ыны
ң атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1982).
ФЕВРАЛЬ.
Өҫтәлем - тәҙрә янында.
Һүрән генә шәмем бар.
Йоҡлатмай февраль бураны,
Төнгө донъя уға тар.
Тик минең тәҙрәм төбөндө
Ҡаңғыра кеүек буран.
Йәне барҙыр - илай, һыҡтай,
Сеңләп алғандай була.
- Кем бар унда?
Һорауымды
Көткәндәр тышта - тоям.
Пәрҙәмдәге ек тә шикле,
Еткереп тартып ҡуям.
- Олой, - тип әйтәһем килмәй,
Үкһей буран, илай ул.
"Телеграм бағанаһын
Ҡурай итеп"* уйнай ул.
Быйыл февраль хәсрәтлерәк,
Ҡурайҙы ярыр зары.
"Ҡырыҫ көйҙәр"* сығарҙы гел
Икшәп тимер сымдарҙы.
...Изге ғазап - тулғаҡ тулап,
Ике улан тапҡайны.**
Ғүмерһеҙ ғүмер биргән шул,
Тапҡайны, юғалтҡайны.
- Олой... - тиер кемдер берәү,
- Һеү! Үҙ башыңа! - тиер.
"Әҙәмдәргә маҙаһыҙлыҡ
Килтереүселәр килер!"*
* Рафаэль Сафин
Юлай Кәримов фотоһы.