-7 °С
Болотло
Тыуған ерем, һөйгән йәрем!
Кисер, һиндә гел тормайым.
Елдәй еләм, һыуҙай ағам,
Ер-йомғаҡҡа юл сырмайым.
Юлдар оҙон, күрешеү тиҙ,
Иҫең китер донъя тарға,
Йыраҡ-йыраҡ аралар ҙа
Инә алмай араларға.
Сөнки минең күҙҙәремдә
Яна… яна һинең уттар,
Гөрләй минең күкрәгемдә,
Гөрләй һинең шарлауыҡтар.
Сит ерҙәоҙең мәкеһенән
Ятып һыуҙар эскәнемдә,
Һөйгәнемдең һынын күрҙем
Ҡараңғы һыу төптәрендә.
Тамырға – дым, япраҡҡа – нур,
Һин – илһамым, һин – көс-кәрем,
Һинән башҡа мин – бисара,
Башҡортостан, һөйгән йәрем!
Мостай Кәрим.
Юлай Кәримов фотоһы.