-11 °С
Болотло
Эльвира Хисаева (1991) — башҡортостан топ-модель. Өфөлә тыуған башҡорт ҡыҙы 2005 йылда «Һылыуҡай» ижади студияһына килә, бер йыл уның төп составында эшләй. 2006 йылда Мәскәүҙең «Президент» модель агентлығы менән контракт төҙөп, Токиоға эшкә китә. Әле ул Парижда йәшәй һәм эшләй, тиҙҙән контракт буйынса Нью-Йоркка юлланасаҡ. Фотосессиялары йыш ҡына «Cosmo», «Glamоur», «Elle» журналдарында баҫыла.
"Башҡортостан Википедияһы"
Юлай Кәримов фотоһы.