Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Февраль 2022, 10:22

Бөгөн Рәшиҙә Мәһәҙиеваның тыуған көнө

Ватандаш журналының баш мөхәррире. Башҡорт журналисы, ғалим.   #Йәшлек #фотоЮлаяКаримова

Бөгөн Рәшиҙә Мәһәҙиеваның тыуған көнө
Бөгөн Рәшиҙә Мәһәҙиеваның тыуған көнө

Мәһәҙиева Рәшиҙә Рәфҡәт ҡыҙы (8 февраль 1965 йыл) — башҡорт журналисы, ғалим. 1995 йылдан Рәсәйҙең һәм Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы ағзаһы. Филология фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (1999). Башҡортостан Республикаһының матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары атҡаҙанған хеҙмәткәре (2004).

  • Рәшиҙә Рәфҡәт ҡыҙы Мәһәҙиева Баймаҡ районы Һаҡмар ауылында тыуған.
  • Мәскәү дәүләт университетын тамамлаған.
  • 1988 йылдан алып «Башҡортостан пионеры» гәзитенең бүлек мөдире.
  • 1990 йылдан алып «Йәшлек» гәзитенең бүлек мөдире, 1991 йылдан баш мөхәррир урынбаҫары.
  • 2001 йылдан «Аҙна» гәзитенең баш мөхәррире.
  • 2006 йылдан «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһының телевидение студияһы баш мөхәррире.
  • Башҡортостан Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының электрон киң мәғлүмәт саралары секторын етәксеһе.
  • 2016 йылдан — Башҡорт дәүләт университетының журналистика кафедраһы мөдире.
  • 02.2017 йыл — Ватандаш журналының баш мөхәррире.

      "Башҡортостан Википедияһы"нан алынды.

      Юлай Кәримов фотоһы.

 

 

Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас: