Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Февраль 2022, 14:35

Бөгөн Әхәт Мортазиндың тыуыуына 63 йыл.

Иҫкә алайыҡ яратҡан дикторыбыҙҙы. Дауамы сайтта.   #Йәшлек #фотоЮлаяКаримова

Бөгөн Әхәт Мортазиндың тыуыуына 63 йыл.
Бөгөн Әхәт Мортазиндың тыуыуына 63 йыл.

Мортазин Әхәт Мотаһар улы (6 февраль 1959 йыл — 13 март 2018 йыл) — журналист, 1986—2018 йылдарҙа Башҡортостан радиоһы һәм телевидениеһы дикторы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2009).

Әхәт Мотаһар улы Мортазин 1959 йылдың 6 февралендә Башҡорт АССР-ы Учалы районының Яңы Байрамғол ауылында тыуған.

1986 йылда Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын тамамлай.

1986 йылда «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһына ижади конкурсты уңышлы үтеп, радиотапшырыуҙар студияһында диктор булып эшләй башлай. Артабан «Башҡортостан» һәм «Юлдаш» радиоларында һәм Башҡортостан юлдаш телевидениеһында тапшырыуҙар алып бара.

2018 йылдың 13 мартында Өфө ҡалаһында вафат булды

 

"Башҡортостан Википедияһы"нан алынды.

 

Юлай Кәримов фотоһы.

 

Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас: