Биишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙы (2 ғинуар 1908 йыл — 24 август 1996 йыл) — башҡорт прозаигы, шағир, драматург һәм тәржемәсе. 1949 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ның халыҡ яҙыусыһы (1990), Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1968), өс «Почёт Билдәһе» ордены (1960, 1968, 1976) кавалеры
Зәйнәб Абдулла ҡыҙы Биишева 1908 йылдың 2 ғинуарында Ырымбур губернаһының Ырымбур өйәҙе[1] Туйөмбәт ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ата-әсәһенән бик йәшләй етем ҡала.
Ырымбур башҡорт педагогия техникумын тамамлай. 1929—1931 йылдарҙа Баймаҡ районы Темәс ауылында уҡытыусы булып эшләй. Уҡытыусылар квалификацияһын күтәреү курстарын тамамлағас (1931) — Башҡортостан китап нәшриәтенең һәм «Пионер» журналының мөхәррире. Был журналда уның беренсе хикәйәһе баҫылып сыға. «Партизан малай» исемле беренсе китабы 1942 йылда баҫыла.
1941 йылдан КПСС, 1949 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
1951 йылдан алып профессиональ яҙыусы.
1996 йылдың 24 авгусында Өфө ҡалаһында вафат була.
"Башҡортостан Википедияһы"нан.
Юлай Кәримов фотоһы.