Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Ғинуар 2022, 16:33

Ҡыҙыҡайҙы кем рәнйетте?

Ҡыҙ баланы, зинһар, рәнйетмәгеҙ. Фирүзә Абдуллина. #Йәшлек #фотоЮлаяКаримова. #

Ҡыҙыҡайҙы кем рәнйете?
Ҡыҙыҡайҙы кем рәнйете?
Фируза Абдуллина
Ҡыҙ баланы, зинһар, рәнйетмәгеҙ...

Ҡыҙ баланы, зинһар, рәнйетмәгеҙ,
Осор ҡанаттарын киҫмәгеҙ,
Бөрөләнгән бәхет гөлдәренә
Һалҡын елдәр булып иҫмәгеҙ.

Былай ҙа бит яҙмыш, аяу белмәй,
Көтөп тора тормош юлында,
Уңыш, бәхет, шатлыҡ, мөхәббәтме,
Мәкерлекме уның ҡулында?

Ҡыҙ баланы, зинһар, рәнйетмәгеҙ,
Юҡ-бар сәбәп менән ҡаҡмағыҙ…
…Үҫеп буй еткергән ҡыҙҙарымды
Яҙмыш бер үк үҙе һаҡлаһын…
 
Юлай Кәримов фотоһы.
 
Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас: