Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Декабрь 2021, 09:25

Ялығыҙ күңелле үтһен.

Их, шундайын яратам Ял көнө иртәләрен:   #Йәшлек #фотоЮлаяКаримова

Ялығыҙ күңелле үтһен.
Ялығыҙ күңелле үтһен.

ЯЛ КӨНӨ ИРТӘЛӘРЕ

 

Их, шундайын яратам

Ял көнө иртәләрен:

Яратылып туймайҙар

Бәләкәс иркәләрем!

 

Танауын танауға төртөп

Шаяра улыҡайым.

Хоҙайым, сабыйҙарыма

Бирә күр һаулыҡҡайын!

 

Апаһы ла тәтелдәп

Ҡушыла беҙҙең янға.

Үҙенең хәбәре бөтмәй

-Ҡай еренә йыйылған?!.

Торғо килмәй, оҙағыраҡ

Килә шул иркәләгем!

Улар үҫкәс һағынырмын

Ял көнө иртәләрен…

 

Айгөл Ишемғужина-Иҙелбаева.7 февраль, 2016 йыл.

Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас: