Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Декабрь 2021, 15:54

Шағир Хисмәтулла Юлдашев

Шағир Хисмәтулла Юлдашев. 90-сы йылдарҙа төшөрөлгән фото. Юлай Кәримов фотоһы.

Шағир Хисмәтулла Юлдашев
Шағир Хисмәтулла Юлдашев

Юлдашев Хисмәт Хәсән улы (1 апрель 1957 йыл) — башҡорт шағиры, 1989 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Ғәлимов Сәләм исемендәге премия лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2015) (Башҡорт Википедияһынан)

 

Толомло ҡатынға
 
Күп ҡатын-ҡыҙҙа – ҡыҫҡа сәс.
Һин, толом үреп алып,
Янымдан үтеп китәһең,
Һүнмәҫ уттарға һалып.
Түҙермен һөйөү утының
Төтөнө-ҡоромона,
Бер ҡойоноп ҡына сыҡһам
Һыуҙар кеүек ағып торған
Толомоңа!
Мин, толомоңа быуылып,
Үлергә лә (ы)риза,
Бер булмаған хәл тип тормай
Беҙҙең нәҫел-ырыуҙа!
 
#Йәшлек #фотоЮлаяКаримова

 

 

Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас: