

Ул Мәскәүҙәге "Первая перчатка" клубында күнекмә алған. Спаррингтар "Прогресс бокс" залында уҙған.
Бөгөн Бекхан Өфөнөң "Мега" сауҙа үҙәгендә медиа-үлсәүҙә үҙен күрһәтәсәк.
"Мин әле яҡшы формала, бер аҙ әҙерлектән һуң алышҡа әҙермен", - тигән спортсы.
"IBA. PRO 17" профессиональ бокс кисәһе "Матч ТВ" (12+) аша күрһәтеләсәк. Өфөләге Көрәш Һарайында меңәрләгән тамашасыға иҫәпләнгән ҙур залды ла онотмағыҙ. Бындай шоуҙы тере килеш ҡарау бөтөнләй икенсе тәьҫорат бирә.