Был күршеләр менән дә уйындар һәр саҡ ҡыҙыу үтә. «Ҡорос ҡойоусылар» миҙгелде насарыраҡ башлаһа ла, әлеге мәлдә уйынын яҡшыртып, беҙҙекеләрҙе ҡыуып етергә тырыша. Шуға ла улар баштан уҡ алға ынтылды. Һөҙөмтәләр оҙаҡ көттөрмәне – тәүге осор башында уҡ 26 уйында бер шайба ла индерә алмай, тренерҙарын аптыратҡан Егор Коробкин уңышһыҙ серияһын өҙөп, иҫәпте асты.
Көтөлмәгән гол өфөләрҙе ҡуҙғытып ебәрҙе. Тәүге осор аҙағына Джошуа Ливо Александр Смолин ҡапҡаһына яуап шайбаһын оҙатты. Күпселектә өфөләр ҙә, хужалар ҙа уңышҡа өлгәшмәне. Икенсе осорҙа «Металлург»тың төп звеноһында уйнаған Роман Канцеров менән Денис Зернов контрһөжүм ойоштороп, һуңғыһы Александр Самонов ҡапҡаһына гол индереп, командаһын алға сығарҙы. Ошонан һуң күршеләр баҫымды уғата көсәйтеп, тиҙлеген дә арттырып, икенсе осорҙа Данила Юров ҡунаҡтар ҡапҡаһына өсөнсө шайбаны сойорғотто.
Осор бөттө тигәндә йәнә Джошуа Ливо алға атылып, иҫәпте бер шайбаға ҡыҫҡартты.
Өсөнсө осорҙа Александр Хмелевскийҙың ҡапҡаға инеп барған шайбаһын Александр Смолин кире ҡаҡлыҡтырып, үҙенең ышаныслы ҡапҡасы икәнен иҫбатланы.
Баш тренерыбыҙ Виктор Козловтың голкиперҙы алтынсы уйынсыға алмаштырыуы беҙгә түгел, хужаларға ҡулай булды – Данила Юров буш ҡапҡабыҙға еңеү шайбаһын индереп, ҡайһы яҡтың көслөрәк икәненә нөктә ҡуйҙы.
Үҙ боҙондағы осрашыуҙарҙың тәүгеһен юлаевсылар «Амур» менән үткәрҙе.
Был командабыҙ тарихындағы иң күңелһеҙ уйындарҙың береһе булғандыр, моғайын. Беҙҙекеләр тәүге осорҙа ҡунаҡтар зонаһынан сыҡманы тиерлек. Тик нишләптер бомбардирҙарыбыҙ бер метр аранан да шайбаны дәғүәсе ҡапҡаһына индерә алмай этләнде. Ни бары икенсе осор уртаһында ғына Джошуа Ливо иҫәпте «сылатты». Ул 35 мәрәй (20+15) туплап, КХЛ-дың иң шәп өс бомбардиры исемлегенә әйләнеп ҡайтты һәм уның һөжүмселәре уҙышын етәкләне.
Дәғүәсе яғына шайбаны 40 тапҡыр ырғытыуға ҡарамаҫтан, «Салауат» икенсе осор бөтөп килгәндә генә Данил Алалыкиндың голы ярҙамында өҫтөнлөгөн арттырҙы. Өсөнсө осорҙа иһә Александр Шаров «Амур»ҙың буш ҡапҡаһына һуңғы – өсөнсө шайбаны сойорғотоп, 21 йәшлек дебюттан ҡапҡасыбыҙ Семен Вязовой карьераһында тәүгә ҡапҡаһын «ҡоро» тотоп, үҙенә ҡарата барыһында ла ышаныс уятты.
Шулай итеп, ике уйында рәттән еңелеп, «Салауат Юлаев» 36 матчта 50 мәрәй йыйып, Көнсығыш конференцияһының турнир таблицаһында икенсе урынын һаҡлап ҡалды. 25 декабҙә улар йәнә «Амур» менән уйнаны.
Хабаровск командаһы менән икенсе уйынды уҙыш-ҡыуыш уйыны тип һис икеләнмәй атарға мөмкин. Әгәр тәүгеһендә ҡунаҡтар тарҡаулыраҡ күренеп еңелһә, был юлы боҙға беҙҙекеләргә ҡаршы ысын «юлбарыҫтар» сыҡҡандай тойолдо.
Хужалар тәүге осорҙоң башында уҡ тәртип боҙоп, боҙҙа бер минут тирәһе өсәү генә ҡалды. Ярай әле егеттәребеҙ дәғүәселәренең иң көслө звеноһына лайыҡлы ҡаршы тороп, бер аҙҙан Шелдон Ремпал Өфө хоккейы тәрбиәләнеүсеһе Дамир Шәймәрҙәновтың ҡапҡаһын «сылатты».
Ҡунаҡтар иҫенә килеп, өфөләрҙең темпын күреп, Олег Ли менән Девин Броссо ҡапыл һөжүм итеп, иҫәпте тигеҙләп тә ҡуйҙы.
Икенсе оосорҙа уйын иҫ киткес ҡыҙҙы. Юлаевсылар күпселектә булыуға 14 секунд та үтмәне, Джошуа Ливо уңышҡа өлгәште. Быға тиҙ арала йәнә Броссонан яуап шайбаһы килде. Ливо ҡапҡасыбыҙ Александр Самонов алыҫтан ырғытҡан шайбаны эләктереп, йәнә мәргәнлеген иҫбатланы.
Виктор Костюченоктың «юлбарыҫтар»ы һис тә бирешмәй, Владислав Баулин иҫәпте тигеҙләне.
Был голдар буйынса уҙыш-ҡыуыш алдында беҙҙең иң яҡшы һөжүмсебеҙ Джошуа Ливо ҡунаҡтар ҡапҡаһына йәнә гол индереп, КХЛ чемпионатында тәүгә хет-трик яһаны. Афарин!
«Амур» тағы «тештәрен ыржайтты»: Артур Ғиздәтуллин ярҙамында иҫәпте тигеҙләне.
Уйын өҫтәмә ваҡытҡа күсеп, боҙға ике яҡтан өсәр генә уйынсы сыҡты. Кэмерон Ли сойорғотҡан шайбаны Александр Самонов ҡаҡлыҡтырырға өлгөрҙө.
Овертайм бөтөргә 1 минут ҡалғас, Денис Ян менән Данил Алалыкин алға ташланып, һуңғыһы еңеү шайбаһын индереп, уйын 5:4 иҫәбенә тамамланды.
Был уйында ике типә-тиң дәғүәсе осрашты, матур һәм голдарға бай матч көйәрмәндәрҙе ҡыуандырҙы һәм улар өсөн ысын хоккей байрамы булды.
Ә.Хызырова