Беҙҙекеләр килгәнгә тиклем хужалар дүрт уйында рәттән еңелгәнлектән, был уйында улар Көнсығыш конференцияһында өсөнсө урынға сыҡҡан командаға етди ҡаршылыҡ күрһәтте. Шуға ике осор буйына ике яҡ та бер-береһенең ҡапҡаһына юл таба алманы.
Өсөнсө осор башланып, ике минут та үтмәне, Трой Джозефс иҫәпте асты. Быға ҡапҡасыбыҙҙы алып, осор һуңында мәргән һөжүмсебеҙ Александр Хмелевский Нэйтан Тодд һәм Динар Хафизуллин биргән пас ярҙамында гол менән яуап бирҙе. Өҫтәмә ваҡытта ла командалар тигеҙ уйнап, еңеүсе асыҡланманы һәм буллиттар серияһы башланды. Унда инде өфөләр биш мөмкинселектең дүртәүһен файҙаланып, хужаларҙы 2:1 иҫәбенә еңде.
Юлаевсылар ике көндән Татарстандың «Нефтехимиг»ы менән уның боҙонда осрашты. Быйыл күршеләребеҙҙең икенсе командаһы миҙгелде бик һәйбәт башланы. «Өлкән ағаһы» кеүек, улар бик матур һәм комбинациялы уйын менән көйәрмәндәрен ҡыуандыра.
Беҙҙең егеттәр ҙә төшөп ҡалғандарҙан түгел – тәүге осор башында йәш һөжүмсебеҙ Данил Алалыкин быйылғы миҙгелдә командаһы өсөн дүртенсе шайбаһын индереүгә өлгәште.
Икенсе осорҙа иһә, өфөләрҙән Владислав Ефремовтың штраф эскәмйәһенә эләгеүен файҙаланып, «Аҡ барс»тан күскән Америка легионеры Райли Барбер иҫәпте тигеҙләне.
Бер кирегә китһә, китә икән: Нэйтан Тодд тәртип боҙоп, командабыҙҙы әҙселектә ҡалдырҙы. Хужаларҙың һөжүмсеһе Евгений Митякин бындай «бүләк»те шатланып голға әйләндерҙе. Ә инде тағы бер нисә минуттан Никита Хоружев уңышҡа өлгәшеп, иҫәп 3:1 етте.
Уйынды ҡотҡарыу өсөн өфөләр бар көсөн һалды. Шулай тырыша торғас, Денис Ян иҫәпте бер шайбаға ҡыҫҡартты.
Беҙҙең тренерҙар штабы һуңғы минуттарҙа ҡапҡасыбыҙ Семен Вязовойҙы алтынсы уйынсыға алмаштырҙы. Тик был беҙҙекеләргә түгел, хужаларға уңыш килтерҙе: Жан-Себастьен Ди ҡунаҡтар ҡапҡаһына дүртенсе шайбаны оҙатып, уйын 2:4 иҫәбенә бөттө.
Нимәһе ғәжәп, командабыҙ Татарстандың икенсе командаһын былтырҙан бирле еңә алмай.
25 ноябрҙә – яратҡан клубыбыҙҙың 63-сө тыуған көнөндә – юлаевсылар Череповецтың «Северстал»е менән осрашыуға юл тотто.
Унда барғанда, көйәрмәндәр, интернет тултырып, бөгөн, егеттәр, мотлаҡ еңергә тейешһегеҙ, тип наказ бирҙе.
Уйын алдынан командабыҙ капитаны Григорий Паниндың ваҡытлыса уйнамаясағы асыҡланды. Уның нисек йәрәхәтләнеүе тураһында әлегә бер ни ҙә әйтмәнеләр. Унан алда һөжүмсебеҙ Джошуа Ливо йәрәхәтләнеп, билдәһеҙ ваҡытҡа сафтан сыҡҡайны. Ҡалайтаһың, хоккейҙа барыһы ла була.
Тренерҙарыбыҙ капитанлыҡ бурысын Александр Хмелевскийға йөкмәтте. Саша был юлы икеләтә тырышты: һөжүм ваҡытында шайбаны оҙаҡ контролдә тотто, уны уйынға индереп, 20 тапҡыр ырғытыуҙың 15-дә эләктерҙе. Өҫтәүенә, өсөнсө осор башында шайбаны хужалар ҡапҡаһына сойорғоторға маташҡанда Марк Барберио сәкәне менән уның битенә эләктереп, иренен ярҙы. Бының өсөн «Северстал»дең һаҡсыһы 4 минутлыҡ штраф алды.
Күпселектә иһә легионерыбыҙ Нэйтан Тодд уңышҡа өлгәште.
Әйткәндәй, беҙҙең 55-се һанлы уйынсыны баш тренерыбыҙ Виктор Козлов: «Капитан ролен яҡшы башҡарҙы», – тип маҡтаны. Беҙҙекеләр хужаларҙың 17 шайбаһын ҡаҡлыҡтырҙы. Ҡапҡасыбыҙ Александр Самонов та уйындан-уйынға ышаныслыраҡ тора башланы.
Шулай уҡ төп составҡа быйыл ғына фарм-клубтан килеп ҡушылған Артем Нәбиев тәүге осорҙа беренсе шайбаһын индереп, күңелдә йәштәребеҙгә ҡарата ышаныс уятты. Һөҙөмтәлә яратҡан командабыҙ быйылғы миҙгелдә дәғүәсеһен тәүгә ҡоро 2:0 иҫәбенә еңеп, клубтың тыуған көнөнә көйәрмәндәр биргән наказды үтәне. Афарин!
Ә.Хызырова