26 уйында ни бары 16 мәрәй йыйып, Көнсығыш конференцияһының турнир таблицаһында арттан һуңғы урынды биләгән ҡунаҡтарҙы өфөләр еңел генә еңер кеүек ине. Асылда шулай булды ла.
Тәүге осор уртаһында беҙҙең 28 йәшлек Артем Пименов иҫәпте асты. Был – уның миҙгел башланғандан алып индергән өсөнсө шайбаһы.
Икенсе осорҙа иһә быйыл төп составҡа алынған Денис Ян Андрей Шутовың ҡапҡаһына икенсе шайбаны сойорғотто. Әйткәндәй, йәш һөжүмсебеҙ ике уйында рәттән гол индереп, 16 уйында 6 (4+2) мәрәй йыйҙы. Өсөнсө осорҙа сәкәнен ырғытҡан өсөн «Барс»тың ҡапҡасыһына штраф буллиты тәғәйенләнеләр. Был мөмкинлекте Шелдон Ремпал теүәл файҙаланды! Иҫәп 3:0! Ошонан һуң «ҡаҙаҡтар» әҙерәк тиҙлек өҫтәп, Максим Мөхәммәтов Семен Вязовойҙың ҡапҡаһына тәүге шайбаны оҙатты. Был голға бер минут та үтмәне, Александр Шаров күпселектә дүртенсе шайбаны индереп, уйын 4:1 иҫәбенә тамамланды.
«Йәшел дерби»ҙан ҡала, Силәбе өлкәһе командалары менән осрашыуҙарҙы көйәрмәндәр ҙә, белгестәр ҙә көтөп ала. Сөнки уйындар бик интригалы һәм ҡыҙыҡлы булып, аҙаҡҡаса ҡайһы команданың еңәсәген белеү ҡыйын. Магнитогорскиҙың уҙған миҙгелдә Гагарин Кубогын яулаған «Металлург»ы менән уйын күршеләрҙә лә, беҙҙә лә аншлаг менән уҙа. Был юлы ла тап шулай булды.
Тәүге осорҙоң уртаһында ҡунаҡтар зонаһында Александр Хмелевский шайбаны эләктереп, бер ниндәй ассистентһыҙ «Металлург» ҡапҡаһын «сылатты». Ике минут үтеүгә, беҙҙең Александр Комаров штраф эскәмйәһенә ултырҙы. Күршеләребеҙ оҙайлы һөжүм ойоштороп, Роман Канцеров күпселектә иҫәпте тигеҙләне. Йәнә дүрт минут үтеүгә, йәш һаҡсыбыҙ Ярослав Цулыгин ырғытыу мәлендә шайбаны эләктереү менән Александр Смолиндың ҡапҡаһы яғына ҡапыл һелтәп тә ебәрҙе (36 тапҡыр беҙҙекеләр, 26 – ҡунаҡтар), уныһы дәғүәсе уйынсыһының конькиһына эләгеп, инеп тә китте. Икенсе осорҙа ла юлаевсылар шайбаны ҡапҡа яғына сойорғотоу буйынса өҫтөнлөк итте. Тик был голдарға әйләнмәне.
Осор уртаһында «ҡорос ҡойоусылар»ҙан Робин Пресс күпселектә иҫәпте тигеҙләүгә өлгәште.
Йәнә ике минут үткәс, Дмитрий Силантьевҡа яңылыш беҙҙең Михаил Науменковтың башына һәм муйынына эләктергән өсөн биш минутлыҡ штраф бирелде. Беҙҙекеләр күпме генә тырышһа ла, был мөмкинлекте бер нисек тә файҙалана алманы.
Өсөнсө осорҙа юлаевсылар «Металлург» ҡапҡаһына һөжүмде икеләтә арттырҙы. Ҡунаҡтар ҙа ара-тирә һөжүм ойошторҙо. Һөҙөмтәлә ике яҡ та бер-береһен төп ваҡытта еңә алмай, уйын овертаймда дауам итте . Унда, КХЛ-да индерелгән яңы ҡағиҙә буйынса, боҙға өсәр генә уйынсы сыҡты.
Беҙҙекеләр өҫтәмә ваҡытта яңылышып, Роман Канцеровтың пасын Денис Зернов Александр Самоновтың ҡапҡаһына индереп, уйын ҡунаҡтар файҙаһына 3:2 иҫәбенә тамамланды.
25 уйындан һуң «Салауат Юлаев» 34 мәрәй менән Көнсығыш конференцияһында йәнә өсөнсө урынға сыҡты. «Аҡ барс» унан бер мәрәйгә генә ҡалыша.
Әле Өфөләр өс уйындан торған сәфәргә юлланды. Кисә улар Тольяттиҙың «Лада»һы менән уйнаны. 23 ноябрҙә – «Нефтехимик», 25 ноябрҙә Череповецтың «Северстал»е менән осрашасаҡ.