Спорт
15 Ноября 2024, 09:46

11 уйында – туғыҙ еңеү !

Новосибирскиҙа «Себер»ҙе булиттар серияһында еңгәндән һуң, «Салауат Юлаев» командаһы Минскиға юлланды. Ул урындағы «Динамо» менән осрашты.

Уйын алдынан Өфө хоккейсылары беҙҙә тренер булып эшләп киткәндән һуң, мартта Америкала фажиғәле һәләк булған белорус хоккейы тәрбиәләнеүсеһе Константин Кольцовтың ҡәберенә барҙы, сәскәләр һалып, уны иҫкә алды.
Белгестәр әйтеүенсә, «зубр»ҙарға Өфө командаһы уңайһыҙ дәғүәсе һанала. Быны уйындар тарихы ла иҫбатлай: КХЛ-да ике яҡ үҙ-ара 29 тапҡыр осрашып,        22-һендә өфөләр еңгән.
Әйткәндәй, беҙҙекеләр килерҙән алда «Динамо» «Витяз»ға еңелеп, Белоруссия Президенты Александр Лукашенко: «Аҡса бар, ниндәй генә ҡатмарлыҡ килеп сыҡһа ла, хоккейға  аҡса табасаҡбыҙ. Беҙҙең халыҡ спортсылар өсөн аҡса йәлләмәй, тик һөҙөмтә булырға тейеш. Һуңғы уйынды уйын тип атауы ла оят. Һеҙ  еңергә вәғәҙә иткәйнегеҙ», – тип ныҡ ҡына асыуланған. 
Ошонан һуң Дмитрий Квартальновтың егеттәре боҙҙо кимерерҙәй булып  уйнаны. Әммә тәүге осор бөтә яҙғансы ике яҡ та типә-тиң алышып, ул ничьяға бөттө тигәндә, Нэйтан Тодд иҫәпте асыуға өлгәште.
Икенсе осор башында хужаларҙан Виталий Пинчук уны тигеҙләне. Тағы ла өс минуттан Александр Волков Александр Самоновтың ҡапҡаһына икенсе шайбаны оҙатты.
Өфөләр бирешмәне, дүрт минуттан Александр Хмелевский Данил Алалыкин менән Алексей Василевский ярҙамында иҫәпте тигеҙләп, уйын овертаймға күсте. Беҙҙекеләр был юлы үҙҙәрен бик тәртипле тотто. Төп ваҡытта ни бары бер таҡыр ғына штрафҡа юлыҡтылар. Өҫтәмә ваҡытта хаталанһалар ҙа, «зубр»ҙарға гол индерергә ирек бирмәнеләр.
Булиттар серияһында иһә, белорустарға бәхет йылмайып, улар юлаевсыларҙы 3:2 иҫәбенә еңде һәм төп көйәрмәнен – Александр Лукашенконы ла, башҡаларҙы ла ҡыуандырҙы.
Ситтәге турнеһын өфөләр Түбәнге Новгородта тамамланы. 
«Торпедо» менән уйын да бик ҡыҙыу башланды. Хужалар тәүге осор башында рәттән өс тапҡыр штраф эскәмйәһенә эләкте. Юлаевсылар туҡтауһыҙ алға ынтылһа ла, был мөмкинлекте файҙа­ланманы.
Икенсе осор башында Линч Бобби иҫәпте асты. 4 минуттан Никита Ар­тамонов Самсоновтың ҡапҡаһына икенсе шайбаны индереп, осор уртаһында «Торпедо» алға сыҡты. Хужалар, тәртип боҙоп , йәнә штраф эскәмйәһенә ултырҙы. Джошуа Ливо менән Артем Нәбиев, икәүләшеп, алға сығып та Иван Боча­ровтың ҡапҡаһына шайба индерә алманы.
Тик өсөнсө осор башында ғына күп­селектә Александр Хмелевский иҫәпте бер шайбаға ҡыҫҡартты. Йәш һөжүмсебеҙ Данил Алалыкин, иҫәпте тигеҙләп, уйын өҫтәмә ваҡытта дауам итте. Бәхеткә күрә, ул оҙаҡҡа һуҙылманы – бомбардир Джо­шуа Ливо командаһына еңеү кил­терҙе.
Шишәмбелә юлаевсылар үҙ боҙонда Тольяттиҙың «Лада»һын ҡабул итте.
Ҡунаҡтар бик «тешле» булып сыҡты: өфөләрҙән 20 йәшлек Ярослав Цулыгин икенсе осорҙоң уртаһында ғына иҫәпте аса алды. Быға ҡыуанып та өлгөрмәнек, 1,5 минуттан Денис Баранцев гол менән яуап ҡайтарҙы.
Өсөнсө осор уртаһында Денис Ян,  «Салауат» өсөн өсөнсө голын индереп, уны алға сығарҙы. Уйын бөтөргә ике минут ҡалғас, «Лада»ның баш тренеры Олег Браташ ҡапҡасы Владислав Подъ­япольскийҙы алтынсы уйынсыға ал­маштырҙы. Тик был киреһенсә юлаев­сыларға уңыш килтерҙе – Данил Ала­лы­кин ҡунаҡтарҙың буш ҡапҡаһына еңеү шайбаһын сойорғотто. Әйткәндәй, 23 йәшлек форвард ике уйын рәттән гол индереп, 16 матчта 6 мәрәй (3+3) йыйҙы.
Шулай итеп, «Салауат Юлаев» 11 уйындың туғыҙында еңеп, 23 осрашыуҙа 31 мәрәй туплап, Көнсығыш конфе­ренцияһында «Аҡ барс»ты ҡыҫырыҡлап, өсөнсө урынға күтәрелде. Афарин!
Бөгөн ул Ҡаҙағстандың «Барс»ы менән уйнай. 

Читайте нас