Спорт
8 Ноября 2024, 08:58

«Йондоҙҙар»ҙы «һүндерҙеләр»

Тәүге осрашыуҙа «Адмирал»ды үҙ боҙонда еңгәс, икенсеһендә лә «Салауат Юлаев» һынатмаҫ, тигән өмөт аҡланманы – ул 2:4 иҫәбенә еңелде.
Беренсе осорҙо ҡунаҡтар бик етеҙ башланы. Был һөҙөмтә бирҙе – Павел Шэн иҫәпте асты. Һуңғараҡ Даниил Гутик беҙҙекеләр ҡапҡаһына икенсе шайбаны оҙатты. Өфөләр икенсе осорҙа уйынын рәтләп, Денис Ян иҫәпте бер шайбаға ҡыҫҡартты.

«Адмирал»дың һөжүмсеһе Джек Родуолд Семен Вязовойҙың ҡапҡаһына өсөнсө голды индереп, осор бөттө тигәндә, быға  Артем Горшков та гол менән яуап бирҙе.
Тренерҙар өсөнсө осор бөтөүгә 6 минут ҡалғас ҡапҡасыны алтынсы уйынсыға алмаштырһа ла, юлаевсылар уңышҡа өлгәшмәне. Киреһенсә, Дмитрий Зав­городний буш ҡапҡабыҙға шайба оҙатып, командаһы өсөн бик кәрәкле өс мәрәйҙе яуланы.
2 октябрҙә Өфөгә Санкт-Петербургтың «СКА»-һы килде. Букмекерҙарҙың, хоккей белгестәренең күпселеге, Питер ко­ман­даһы еңәсәк, тип алдан уҡ һөрән һалды. Кем әйтмешләй, иртә ҡысҡыр­ғандарҙың юрауы дөрөҫләнмәне. Ко­мандабыҙҙың боҙға еңер өсөн сыҡҡаны тәүге ми­нуттарҙан уҡ тойолдо.
Ҡунаҡтарҙың штраф эскәмйәһенә элә­геүе булды, Егор Сучков күпселекте файҙаланды.
Икенсе осорҙа Питер командаһы уйы­нын рәтләп, Захар Бардаков иҫәпте тигеҙләне. Өс минуттан Джошуа Ливо мәргәнлеген иҫбатланы.
Һуңғараҡ Ливо биргән пасты Артем Пименов өсөнсө голға әйләндерҙе. Был – уның 17 уйында икенсе шайбаһы. Джошуа иһә 19 матчта 22 (11+11) мәрәй йыйып, КХЛ бомбардирҙары исемлеген етәкләй. 
Өсөнсө осорҙа уйын тағы ла ҡыҙҙы. Михаил Григоренко күпселектә гол индереп, иҫәпте ҡыҫҡартты. Питер ко­мандаһының баш тренеры Роман Ро­тенберг уйын бөтөүгә ике минут ҡалғас, ҡапҡасыһын алтынсы уйынсыға ал­маштырҙы. Ҡунаҡтар беҙҙең зонала өйөрөлгән арала Шелдон Ремпал уҡ кеүек алға атылып, СКА-ның буш ҡапҡаһына еңеү шайбаһын сойорғотто.
Юлаевсылар 5 ноябрҙә ситтәге уйын­дарын Новосибирскиҙың «Себер»е менән осрашыуҙан башланы. Әйтергә кәрәк, хужалар үҙ боҙонда һәр саҡ яҡшы уйнай.
Быны дәлилләп, һаҡсы Федор Гордеев  тәүге осорҙоң башында уҡ иҫәпте асты. Икенсе осорҙа ла уға уңыш йыл­майҙы.
Өфөләрҙән икенсе осорҙа Шелдон Ремпал менән Григорий Панин (һүрәттә) иҫәпте тигеҙ­ләүгә өл­гәште. 
Төп ваҡытта еңеүсе асыҡланмағас, уйын овер­таймға күсте. Ул да һөҙөмтә бирмәй, буллит­тар серияһы башланып, унда беҙҙең Александр Хме­левский Денис Костиндың ҡапҡаһына еңеү буллитын индереп, командаһына бик кәрәкле мәрәй килтерҙе.
Шулай итеп, «Салауат Юлаев» өс уйында еңеп, КХЛ-да буллиттар серияһында «Аҡ барс»ты ҡыуып етте һәм иң яҡшыһы тип танылды. Ә капитаныбыҙ Григорий Панин «Себер» ҡапҡаһына индергән голы өсөн КХЛ-да мәрәй индергән иң өлкән йәштәге хоккейсы булараҡ билдәләнде. Уға 38 йәш тә 347 көн.
Кисә улар Минскиҙа «Динамо» менән осрашты.

Ә.Хызырова

Читайте нас