Спорт
1 Ноября 2024, 09:33

Хәлен яҡшырта бара

24 октябрҙә «Салауат Юлаев» «Өфө – Арена»ла Түбәнге Новгородтың «Торпедо» командаһы менән осрашты. Был матчты һис икеләнмәй «тренерҙар дуэты» тип атарға була.

Тәжрибәле Игорь Ларионов­тың егеттәре еңерме? Әллә тренерлыҡ эшенә то­тоноуына бер нисә йыл ғына үткән Виктор Козловтың егеттәреме? Уйын аҙағынаса барлыҡ көйәрмән ошо һорауға яуап көттө. 
Әйтергә кәрәк, ике команда ла сағыу, ҡыҙыҡлы һәм тигеҙ уйыны менән ҡыуандырҙы.
Беҙҙең һаҡсы Сергей Варлов тәүге осор барышында иҫәпте асты. Ҡунаҡтарҙан Сергей Гончарук биргән пасты һөжүмсе Дмитрий Кагарлицкий голға әйләндерҙе.
Канада легионеры Шелдон Ремпал Иван Кульбаковтың ҡапҡаһына бик матур гол ин­дереп, беҙҙекеләрҙе алға сы­ғарҙы. Быға ҡыуанып та өл­гөрмәнек, юлаевсылар боҙға яңылыш алтаулап сығып, штраф алды. Бындай көтөлмәгән «бү­ләк»те һөжүмсе Никита Арта­монов рәхәтләнеп файҙа­ланды: иҫәп – 2:2. 
Икенсе осорҙа ике яҡ та ҡапҡаларына бер-береһен яҡын юлатмаҫҡа тырышып уйнаны. Шулай ҙа юлаевсылар йышыраҡ алға барҙы. Әммә «Торпедо» уйынсылары уларҙың ҡыҫымына бирешмәне. Контр­һөжүм ойоштороп, Евгений Свечников иҫәпте арттырҙы. Әлеге гол инеүгә бер минут та үтмәне, Нэйтан Тодд уңышҡа өлгәшеп, ҡунаҡтарҙың өҫтөн­лөгөн юҡҡа сығарҙы. 34-се минутта өфөләр кисек­терелгән штрафты файҙаланып, һаҡсы Никита Зоркин ҡунаҡтар ҡап­ҡаһына гол индереп, «Салауат» алға сыҡты. 
Әлеге лә баяғы кәрәкмәгән ерҙә хата­ланыу арҡаһында, йәғни беҙҙең һөжүмсе Артем Горшковтың сәкәненән ҡаҡ­лыҡҡан шайбаны Евгений Свечников Александр Само­новтың ҡапҡаһына индереп, иҫәп 4:4 булды. 
Өсөнсө осор бөтөп килгәндә өфөләрҙең бәхетенә Владислав Фирстов тәртип боҙоп, штраф эскәмйәһенә эләкте. Сиренаға 57 се­кунд ҡалғанда, форвард Александр Хме­левский күпсе­лекте файҙаланып, ҡунаҡтар ҡапҡаһына еңеү шайбаһын сойорғотоп, уйын 5:4 иҫәбенә тамамланды.
Ике көндән һуң, Өфөгә Алыҫ Көнсы­ғыштан «Адмирал» килде. Ул өфөләр өсөн бик уңайһыҙ дәғүәсе һанала.
Был уйында ла йәнә ле­гио­нерҙарыбыҙ һынатманы. Тәүге осор башында Джошуа Ливо иҫәпте асып, 17 уйында 20 (10+10) мәрәй йыйҙы һәм КХЛ-дың иң шәп бомбардирҙары исемлегендә икенсе урынға күтәрелде. 
Ә икенсе осорҙа Шелдон Ремпалға пас биреп, ҡунаҡтар ҡапҡаһына икенсе голды ин­дергән Нэйтан Тодд 20 мәрәйе (6+14)  менән өсөнсө урында. 17 (8+9) мәрәй йыйған Ремпал иһә Александр Хмелевский менән иң шәп 20 бомбардир иҫәбендә йөрөй.  Афарин, легионерҙар!
Был уйында ла юлаевсылар кө­йәрмәндәрҙе хафалан­дыр­ҙы: ҡапҡа­сыбыҙ Семен Вя­зовойға өсөнсө осор бөтөп килгәндә ҡунаҡтарҙың һө­жүме мәлендә дәғүәсегә сә­кәне менән яңылыш эләк­тергәне өсөн 4 минутлыҡ штраф сәпәнеләр. «Адмирал» уйынсылары  шундуҡ күпселекте файҙа­ланды – заманында Өфөлә уй­­нап киткән Никита Сош­ников хужалар ҡапҡаһына берҙән-бер голды индереп, уйын 2:1 иҫәбенә бөттө. 
Кисә юлаевсылар йәнә «Адмирал» менән уйнаны.
Улар 17 уйында 22 мәрәй йыйып, Көнсығыш конфе­рен­­цияһында өсөнсө урын­ды биләй. Иң алда «Трактор» бара. «Автомобилист» икенсе урында килә. 
Шулай итеп, яратҡан командыбыҙ яйлап хәлен яҡшырта бара.

Ә.Хәзырова

Читайте нас