Спорт
18 Октября 2024, 09:23

Еңделәр ҙә, еңелделәр ҙә

«Салауат Юлаев», ЦСКА-ға ҡоро иҫәпкә еңелгәндән һуң, илебеҙ баш ҡалаһында тағы ике команда менән осрашты. 10 октябрҙә ул «Спартак» менән уйнаны.

Әйтергә кәрәк, юлаевсылар был юлы тырышты. Тәүге осорҙоң башында уҡ Джошуа Ливо мәргәнлеген иҫбатланы – хужалар ҡапҡаһына беренсе голды индерҙе. Мәскәүҙәр быға ике минут эсендә шайба менән яуап ҡайтарҙы.
Ливо индергән икенсе голды, дөрөҫ сойорғотманы, тип судьялар иҫәпләмәне. Өҫтәүенә, өфөләр әҙселектә ҡалды. Шулай ҙа Александр Самонов ҡапҡала ышаныслы торҙо. Хатта осор аҙағына Владислав Ефре­мовтың 5 минутҡа штраф эскәмйәһенә ултырыуы ла мәскәүҙәргә ярҙам итмәне. Самонов осоп килгән шайбаларҙы оҫта ҡаҡлыҡтырҙы.
Юлаевсылар икенсе осорҙа уйын теҙгенен үҙ ҡулдарына алып, төп составҡа яңыраҡ килеп ҡушылған Денис Ян командаһы өсөн тәүге шайбаны индерҙе. Инде осор бөтө тигәндә, бомбардир Александр Хмелевский уңышҡа өлгәшеп, иҫәпте арттырҙы.
Өсөнсө осор башында Ливо йәнә бер гол индереп, дубль яһаны. Беҙҙекеләр күпселектә Патрик Рыбарҙың ҡапҡаһына тағы ла берәй шайбаны ҡундырыр ине лә, ул да юғалып ҡалманы. Александр Хмелевский ҙа әлеге уйында Джошуанан ҡалыш­маҫҡа булды – ике шайба уның иҫәбендә.
Өсөнсө осор аҙағында Андрей Лак­тионовтың Самонов ҡапҡаһына индергәне шайбаһы менән уйын 5:2 иҫәбенә тамамланды.
12 октябрҙә беҙҙекеләр «Динамо» менән сәкәләште.
Тәүге осорҙоң башында Артем Михеев иҫәпте асып, хужалар ҡыуанып та өлгөрмәне – Шелдон Ремпал уны тигеҙләне.
Беҙҙекеләр был юлы әҙселектә насар уйнаны – Егор Римашевский күпселектә гол индереп, командаһын алға сығарҙы.
Икенсе осорҙа Джошуа Ливо иҫәпте тигеҙләп, 12 уйында 15 (8+7) мәрәй туп­ланы һәм лиганың иң яҡшы бомбардирҙары исемлегендә дүртенсе урынға күтәрелде.
Өсөнсө осорҙа «Динамо» егеттәре боҙҙа тулыһынса өҫтөнлөк итте. Артем Чер­новтың голынан һуң, өфөләрҙең тренерҙар штабы Александр Самоновты, йәрәхәт­ләнеү сәбәпле, Семен Вязовойға алмашт­ырҙы. Йәш ҡапҡа­сыбыҙға уйын тәжрибәһе етмәне – Максим Комтуаның шайбаһын тота алмай, уйын 2:4 иҫәбенә тамамланды.
«Салауат Юлаев» Мәскәү турнирынан һуң Ҡаҙағстанға осоп, 16 октябрҙә «Барыс» менән уйнаны. 
Юлаевсылар Мәскәүҙән ҡайтышлай, Ҡаҙағстанға һуғылып, «Барыс» менән осрашты һәм уны 3:2 иҫәбенә еңде.
Был уйынға тренерҙарыбыҙ йәш ҡапҡасы Семен Вязовойҙы сығарҙы. Әйтергә кәрәк, ниһайәт, ул ҡапҡала бик ышаныслы торҙо – хужаларҙың 28 һөжүмен кире ҡағып, уйынсыларыбыҙҙа еңеүгә өмөт тыуҙырҙы. Өҫтәүенә, ул биргән пасты беҙҙекеләр голға әйләндерҙе.
Был юлы өфөләр бар яҡтан да матур уйнаны: кәрәк мәлдә һөжүм ойошторҙо, кәрәк мәлдә голдар индерҙе. Әлеге лә баяғы төп бомбардирҙарыбыҙ Александр Хмелевский, Нэйтан Тодд һынатманы. Ә инде йәш уйынсыбыҙ Егор Сучковтың еңеү шайбаһы көйәрмәндәрҙе бик ҡыуандырҙы. Сөнки әлегә тиклем ул үҙ уйынын таба алмай ине. Бынан һуң уның тағы ла дәртләнеберәк уйнаясағына тамсы ла шик юҡ.
Бөгөн «Салауат Юлаев» Силәбелә «Трактор» менән уйнай. Төп командабыҙ 16 мәрәйе менән Көнсығыш конферен­цияһында әлегә етенсе урында килә.

Читайте нас