Быйылғы календарҙы төҙөүселәр нимә уйлағандыр: ҡайһы бер командалар бер аҙнала икешәр-өсәр уйын үткәргәндә, өфөләрҙең, ике уйынға әҙерәк уйнап, оҙаҡ ял итеүе һис тә улар файҙаһына булманы. Юлаевсыларҙың уйын тонусын юғалтыуы күҙәтелде.
Ғәҙәттә, беҙҙекеләр тәүге осорҙа йылдамыраҡ уйнап, голдар индерһә, был юлы улар күмәкләшеп ябырылып та хужалар ҡапҡаһына юл таба алманы. Өҫтәүенә, өфөләрҙең тиҙлегенә 12 (!) минутҡа штраф эскәмйәһенә эләгеү ҙә насар йоғонто яһаны. Шулай ҙа әҙселектә ҡапҡасыбыҙ Александр Самонов арҡаһында бирешмәнеләр.
Был көндә уңыш ғали йәнәптәре өфөләрҙән йөҙөн борҙо.
Лидерҙарыбыҙ Джошуа Ливо менән Нэйтан Тодтың икәүләшеп алға сығып та буш ҡапҡаға шайбаны индерә алмауын башҡаса нисек аңлатырға була? Джошуа, әлбиттә, был уйында боҙға йыш сыҡты, өс тапҡыр шайбаны тартып алды, уны дүрт тапҡыр хужалар ҡапҡаһына ырғытты. Тик ЦСКА-ның 21 йәшлек ҡапҡасыһы Дмитрий Гамзин, иҫ киткес һалҡын ҡанлылыҡ күрһәтеп, 33 тапҡыр (!) шайбаны кире ҡаҡлыҡтырҙы. Әгәр артабан да ошолай шәп уйнаһа, был йәш спортсы уңышлы карьера яһаясаҡ.
Әйткәндәй, армия командаһы уйынды үҙенең легендар уйынсыһы, ике тапҡыр – Олимпия, 8 тапҡыр – донъя, 7 тапҡыр Европа чемпионы, тренер булған, 6 октябрҙә 80 йәшен тултырған Борис Михайловҡа арнаны. Уның матч алдынан ялҡынлы телмәренән һуң команда мотлаҡ еңергә, легендар шәхескә бүләк яһарға тейеш ине. Һәм «армеецтар», өфөләрҙең хаталарын файҙаланып, беҙҙекеләрҙе 0 иҫәбенә еңеп, Борис Петровичты ҡыуандырҙы. Сөнки быға тиклем улар Магнитогорскиҙың «Металлург»ына – 0:7, Силәбенең «Трактор»ына 0:4 иҫәптәренә еңелеп, көйәрмәндәрен ныҡ ҡайғыртҡайны. Өс уйын рәттән еңелеүҙе улар ғәфү итмәҫ ине.
Өфөләр кисә «Спартак» менән уйнаны.
Иртәгә Мәскәүҙең «Динамо»һы менән осраша. Ҡалған дүрт уйында мәрәй йыйырҙар, тип ышанайыҡ.
Ә.Х.