Спорт
4 Октября 2024, 09:12

Ҡытайҙарҙы ҡыуандырҙылар

Уңышлы сәфәрҙән һуң, «Салауат Юлаев» 1 октябрҙә «Өфө – Арена»ла Ҡытайҙың «Куньлунь Ред Стар» командаһы менән осрашты. Үҙ боҙонда беҙҙекеләр һәр саҡ тырышып уйнай. Был юлы ла улар баштан уҡ инициативаны үҙ ҡулдарына алды.

Өфөләр ҡунаҡтар ҡапҡаһына тәүге осорҙа юл таба алмаһа ла, икенсе осор башында  23 йәшлек һөжүмсебеҙ Данил Алалыкин күпселектә миҙгелдәге тәүге шай­баһын индерҙе. Ул әлегә икенсе тапҡыр ғына боҙға сыҡты. Йәрәхәтләнеү сәбәпле, миҙгел алды уйындарында ҡатнашманы. 
Осор бөтөп килгәндә Джошуа Ливо Кайл Кейзерҙың ҡапҡаһына икенсе шайбаны сойорғотоп, өфөләрҙең өҫтөнлөгөн арт­тырҙы. Әйтергә кәрәк, Канада уйынсыһы 9 уйында 12 (5+7) мәрәй йыйып, миҙ­гелдең иң шәп биш бомбардиры исем­легенә инде. Ул, үткән плей-оффты ла иҫәпкә алғанда, 15 уйында рәттән 21 (9+12) мәрәй йыйған. Әгәр ике уйында голдар индерһә, Александр Радуловтың рекордын ҡабатлаясаҡ, ты­рышһа, уны үтеп тә китәсәк.
Икенсе тәнәфестән һуң Ҡытай егеттәре уйынын бөтөнләй үҙгәртте – туҡтауһыҙ һөжүмгә күсте.
Өсөнсө осор уртаһында Тайлер Граовац иҫәпте бер шайбаға ҡыҫҡартты, өс минут та үтмәне, йәнә алға ынтылып, иҫәпте тигеҙләне.
Ошонан һуң беҙҙекеләр тамам ҡау­шаны, кәрәкмәгәндә хаталана башланы. Люк Локхарт Александр Самоновтың ҡапҡа­һына өсөнсө шайбаны оҙатҡандан һуң, «Салауат»тың баш тренеры Виктор Козлов, гол дөрөҫ индерелмәне, тип иҫәпләп, су­дья­ларҙы видеояҙманы ҡа­рарға саҡырҙы. Һөҙөмтәлә арбитрҙар бер ниндәй ҙә хилафлыҡ тапмай, ҡағиҙә буйынса ху­жа­ларҙың бер уйынсыһын штраф эс­кәмйә­һенә оҙатты. 
Дэнни О,Риган дүртенсе голды ин­дергәндән һуң, өфөләр уйынды ҡотҡарыу өсөн иң шәп алты һөжүмсе менән дә бер ни ҡыла алманы. Өҫтәүенә, буш ҡап­ҡабыҙға Хадсон Элинюк бишенсе шайбаны индереп, ҡытайҙар 5:2 иҫәбенә хужаларҙы еңде.
Әйткәндәй, ҡытайҙар уйын булған көндә Ҡытай Халыҡ Республикаһы бар­лыҡҡа килеүҙең 75 йыллығын һәм ко­манданың КХЛ-да 500-сө уйынын үт­кәреүен бил­дәләне. «Куньлунь» ошо даталар айҡанлы көйәрмәндәренә һәм хал­ҡына  матур бүләк яһаны. Афарин!
Юлаевсылар ситтәге уйындарҙа көслө дәғүәселәр менән осрашырға йыйына. Улар бө­тәһендә лә еңмәҫ, был мөмкин дә түгел. Шулай ҙа хәлдәренән килгәнсә тырыш­һындар ине. 

Н.Тимеров

Читайте нас