Спорт
27 Сентября 2024, 09:08

Иң мөһиме – бал беҙҙә!

«Салауат Юлаев» сентябрь айындағы ситтәге икенсе  уйынын Ярославлдә «Локомотив» менән үткәрҙе. Хужалар көйәрмәндәрҙе нығыраҡ ылыҡтырыу өсөн өфөләр менән матчы «Бал һуғышы»  («Медовое побоище») тип нарыҡланы.
Әлбиттә, айыу КХЛ-дың «Трактор» клубында булғанлыҡтан, ул «тимер юлсылар»ға бер нисек тә килешмәгән кеүек тойолдо. Исеменә ярашлы, баннерҙар, роликтар әҙерләне. Беҙҙекеләр ҙә уларҙан ҡалышманы. 

Уҙған миҙгелдә Гагарин Кубогы финалсыһы әлеге мәлдә Көнбайыш конференцияла тәүге урында, әлегәсә еңелеү белмәй килә.
Ике яҡтың да составында әҙерәк үҙгәрештәр булды. Хужаларҙың йәрәхәтләнгән һаҡсыһы Дмитрий Симашев урынына Никита Черепанов, бер нисә уйында ҡатнашмаған Даниил Тесанов, ҡапҡасы Даниил Исаев боҙға сыҡты. Беҙҙә иһә «Торос»тан Артем Горшков саҡырылды. Тап ул тәүге осор барышында «Локомотив» ҡапҡаһы алдында тәүге хәүефте тыуҙырҙы. Исаевтың йылғырлығы ғына голдан ҡотҡарҙы.
Күп тә үтмәй, Никита Кирьянов Александр Самоновты һынаны. Бәхеткә күрә, ҡапҡасыбыҙ көтөлмәгән һөжүмдән ҡаушаманы.
Бер аҙҙан һөжүмсе Александр Радулов беҙҙең зонала тәртип боҙоп, штраф эскәмйәһенә ултырҙы. Александр Хмелевский иптәштәре менән ҡойондай өйөрөлһә лә, күпселекте файҙалана алманы. Әҙселекте яҡшы үткәргән хужалар алға ынтылды. Һөҙөмтәлә уларҙың капитаны Александр Елесин өфөләр ҡапҡаһына тәүге шайбаны индерҙе. Беҙҙекеләрҙең иҫәпте тигеҙләүгә ынтылышын Даниил Исаев һүндерҙе.
Икенсе осорҙа «Локомотив» егеттәре шайбаны күберәк үҙҙәрендә тотто. Даниил Тесанов биргән пасты Степан Никулин икенсе шайбаға әйләндерҙе. Иҫәп артҡандан һуң юлаевсылар уянып киткәндәй булды. Легионерҙар Александр Хмелевский, Джошуа Ливо, Шелдон Ремпалдың гол индерергә мөмкинлеге бар ине – әлеге лә баяғы Даниил Исаевтың ҡапҡаһында ышаныслы тороуы ҡотҡарҙы.
Икенсе осор аҙағында Ярославль күпселектә иҫәпте тағы ла арттыра ала ине. Бәхеткә күрә, өфөләр уларҙан һәйбәт һаҡланды.
Өсөнсө осорҙа хужалар, еңеү ҡулда, тип уйлап, бер аҙ тыныс­ланды. Өҫтәүенә, хаталана башланылар. Ике күпселекте юлаевсылар шунда уҡ файҙаланды. Шелдон Ремпал – тәүге, Джошуа Ливо икенсе голды индереп, иҫәпте тигеҙләне. Өҫтәмә ваҡытта иһә бомбардирыбыҙ Александр Хмелевский еңеү шайбаһын индереп, уйын 3:2 иҫәбенә тамамланды.
Шулай итеп, өфөләр балды үҙҙәрендә ҡалдырҙы. Улар сәмселлек, ныҡышмалылыҡ арҡаһында уңышҡа өлгәште.
24 сентябрҙә «Салауат Юлаев» Магнитогорскиҙа «Металлург» менән осрашты. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, командабыҙ күршеләргә 3:5 иҫәбенә еңелде. Икенсе осор башында хужалар йәш ҡапҡасыбыҙ Семен Вязовойҙың ҡапҡаһына 4 шайба индереп тә ҡуйҙы. Легионерыбыҙ Шелдон Ремпал менән Михаил Науменковтың тырышлығы арҡаһында икенсе осор аҙағында иҫәп ике шайбаға ҡыҫҡарҙы.
Өсөнсө осорҙа Джошуа Ливо өсөнсө голды индереп, көйәрмәндәр күңелендә уйынды ҡотҡарыуға өмөт ҡабыҙҙы. Тик ҡапҡасыбыҙҙы алтынсы уйынсыға алмаштырыу хатаға килтерҙе – «Металлург» уйынсыһы Егор Коробкин унда бишенсе шайбаны сойорғотоп, уйынға нөктә ҡуйҙы.
25 сентябрҙә өфөләр Силәбелә «Трактор» менән уйнаны.
Хужалар уйынды бик ҡыҙыу башланы: 2018 йылдан былтырға тиклем Өфөлә уйнағандан һуң "Трактор"ға күскән һөжүмсе Александр Кадейкин тәүге һәм икенсе осор башында  Александр Самоновтың ҡапҡаһына икенсе голды индереп, командаһын алға сығарҙы.
Тәнәфестән һуң "Салауат" теҙгенде тулыһынса үҙ ҡулына алып, туҡтауһыҙ алға ябырылып, хужаларҙы хаталанырға мәжбүр итте. Уларҙың өс тапҡыр штраф эскәмйәһенә ултырыуын беҙҙекеләр исрафламай, өс голға әйләндерҙе. Быйыл килгән Канада легионеры Шелдон Ремпал ике шайба индереп, һигеҙ уйында 9(5+4) мәрәй йыйҙы. Нэйтан Тодд та мәргәнлеген иҫбатланы. Джошуа Ливо гол индермәһә лә, үҙен оҫта пас биреүсе итеп танытты. Ул да һәр уйында мәрәй йыя. 
Өсөнсө осорҙа ике Александр ҡыуандырҙы. Шаров Зак Фукаленың ҡапҡаһына – дүртенсе, Хмелевский буш ҡапҡаға бишенсе шайбаны оҙатып, командабыҙ төп ваҡытта еңде.
Юлаевсылар 1 октябрҙә үз боҙонда  Ҡытайҙың "Куньлунь Ред Стар" командаһы менән уйнағандан һуң, биш уйынын ситтә үткәреп, 22 октябрҙә генә Өфөлә уйнай башлаясаҡ. Уларға оҙайлы турнела уңыштар юлдаш булһын!

Ә.Хызырова

Читайте нас