Үҙебеҙҙә өс уйында рәттән еңгәс, быныһында ла өфөләр хужаларҙы әллә ни йонсомайынса еңер кеүек ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был өмөт аҡланманы: командабыҙ һуңғы һигеҙ йылда үҙ тарихында ҙур иҫәпкә – 1:6 – мәсхәрәле еңелде. Лидерҙарыбыҙ баштан уҡ үҙ уйынын таба алмай этләнде. Үткән миҙгелдә биш уйын рәттән «НХЛ-да иң яҡшы ҡапҡасы» тип табылған Александр Самонов та үҙ биләмәһендә бик ышанысһыҙ торҙо.
Уйын башында уҡ өфөләрҙең алабарманлығы уңышһыҙлыҡҡа килтерҙе. Һаҡсы Никита Зоркин шайбаны юғалтып, үҙен бортҡа ҡыҫыуға ирек бирҙе. Сергей Зборовский тәүге шайбаны индерҙе. Тәүге осор тамамланып килгәндә Алексей Бывальцев ҡапҡабыҙға икенсе голды оҙатты. Әҙерәк ял иткәндән һуң юлаевсылар үҙҙәрен ҡулға алып, һөжүмгә күсерме тиһәк, әлеге лә баяғы иғтибарһыҙлыҡ арҡаһында штраф артынан штрафҡа юлыҡты. Джошуа Ливо судьяларҙы кәмһеткәне өсөн штраф эскәмйәһенә эләкте.
Икенсе осор башында Александр Хмелевскийҙың амбициялары сиктән ашып, Кёртис Волкка ташланыу менән, дүрт минутҡа уйындан ситләтелде. Һөжүмсе Шелдон Ремпал бер үҙе генә алға ынтылып та гол индерә алманы. Ливо хужаларҙың хатаһы өсөн билдәләнгән буллитты файҙаланманы. Хужаларҙың ҡапҡасыһы Евгений Аликин һис ҡаушаманы – ҡапҡаһына уның шайбаһын индертмәне.
Өсөнсө осорҙа өфөләр уйынды ҡотҡарыу өсөн алға ынтылды. Тик Николай Заварухиндың былай ҙа ябыҡ командаһы беҙҙекеләргә бөтә юлды ла япты.
Шулай итеп, күршеләребеҙ «Салауат»ты күктән ергә төшөрҙө. Улар өфөләрҙең хаталарын бик оҫта файҙаланды: алты голдың икәүһен күпселектә индерҙе, лидерҙарҙың һәр береһен ҡарауыллап, ярты юлда туҡтатыуға өлгәште.
Ярай, әлегә миҙгел башланып ҡына тора. Командабыҙ был «һалҡын душ»тан тейешле һығымта яһар, тип ышанырға ҡала. Баш тренерыбыҙ Виктор Козлов та уйындан һуң, ҡайһы бер звеноларға үҙгәрештәр индерелеп, яңы варианттар эҙләнәсәк, тип белдерҙе.
17 сентябрҙә юлаевсылар үҙ боҙонда Омскиҙың «Авангард»ын ҡабул итте. Беренсе осорҙа төп составҡа алынған йәш һаҡсы Илдан Ғәзимов тәүге шайбаһын индереп, иҫәпте асты. Ике минут та үтмәне, Артем Пименов шулай уҡ был миҙгелдә ҡунаҡтар ҡапҡаһына беренсе шайбаһын сойорғотто. Омск егеттәре лә төшөп ҡалғандарҙан түгел: беренсе осор аҙағында Семен Чистяков иҫәпте бер шайбаға ҡыҫҡартты.
Икенсе осор уртаһында Алексей Василевский индергән өсөнсө гол «Салауат»тың өҫтөнлөгөн арттырҙы. Тәнәфестән һуң ҡунаҡтарҙан Дамир Шәрипйәнов уңышҡа өлгәште.
Беҙҙең Александр Шаров уйындан-уйынға мәргәнлеген нығыта бара. Өсөнсө осорҙа ул ҡапҡасыбыҙ Александр Самонов ырғытҡан шайбаны эләктереп, дүртенсе голға әйләндерҙе.
Өфөләр биш уйындың дүртеһендә еңеп, 8 мәрәй йыйҙы. Улар индерелгән, үткәрелгән шайбаларының айырмаһы арҡаһында әлегә бөтә уйында ла еңеп, тәүге урында килгән «Нефтехимик» командаһын ҡыҫырыҡлап, Көнсығыш конференцияһының турнир таблицаһында беренсе урынға сыҡты. Афарин!
Ә инде «Авангард» менән уйнағанда башы менән боҙға бәрелеп йәрәхәтләнгән Глеб Кузьминға тиҙерәк һауығырға яҙһын!