Спорт
13 Сентября 2024, 08:45

Күҙ теймәһен, миҙгел уңышлы башланды

***

КХЛ-дың яңы миҙгелен беҙҙең «Салауат Юлаев» командаһы 5 сентябрҙә үҙ боҙонда «йәшел дерби»ҙан – күрше Татарстандың «Аҡ барс»ы менән осрашыуҙан башланы. Әйтергә кәрәк, һәр ваҡыттағыса был матч хоккей һөйөүселәр араһында ажиотаж уята, шуға ла билеттар һатыуға сығарылған көндәрҙә үк алып бөтөлә. Көйәрмәндәр һәм фан-клуб тейешенсә әҙерләнеп, юлаевсыларҙы ғәҙәттәгесә тамағы ҡарлыҡҡансы ҡеүәтләп, алға әйҙәне.

Юлаевсыларҙың һәр береһе ошо ҡеүәт­ләүҙе раҫлап, баштан уҡ алға ташланды. Ике минут та үтмәне, Глеб Кузьмин Тимур Билаловтың ҡапҡаһына тәүге шайбаны индерҙе. Осор бөтөп килгәндә ҡунаҡтар   гол индереп, иҫәпте тигеҙләне тигәндә, судьялар видеояҙманы ҡарап, голдың уйын ҡағиҙәләрен боҙоп индерелеүен билдәләп, уны иҫәпләмәне.
«Салауат»тың башлыса һөжүмгә ҡо­ролған тактикаһы йәнә уңышҡа килтерҙе – 17-се минутта төп составҡа быйыл ғына алынған легионер Нэйтан Тодд иҫәпте арттырҙы. 
Составын яртылаш тиерлек яңыртҡан «Аҡ барс» икенсе осорҙа уйынын рәтләп, Александр Барабанов Александр Самонов ҡапҡаһына тәүге шайбаны сойорғотто. Был гол уларға дәрт өҫтәне. Күп тә үтмәй, Ник Петан иҫәпте 2:2 итте.
Йәш һаҡсыбыҙ Ярослав Цулыгин бик кәрәкле гол индереп, беҙҙекеләрҙе алға сығарҙы. Көйәрмәндәрҙең яратҡан фор­варды Александр Хмелевский мәргәнлеген иҫбатлап, голы менән командабыҙҙың өҫтөнлөгөн нығытты. Быға Артем Ғәлимов беҙҙең ҡапҡаға өсөнсө шайба менән яуап бирҙе. 
Күршеләрҙең баш тренеры Әнүәр Ғә­тиәтуллин уйын бөтөп килгәндә ҡап­ҡа­сылары Тимур Билаловты алтынсы уйын­сыға алмаштырып, иң яҡшы һөжүмселәрен боҙға сығарҙы. Тик был көткән һөҙөмтә бирмәне. Киреһенсә, юлаевсылар рәтенә яңыраҡ ҡына килеп ҡушылған Америка легионеры Шелдон Ремпал яңы командаһы өсөн тәүге, дөйөм иҫәп өсөн бишенсе шайбаны индерергә өлгәште.
«Йәшел дерби»ҙың тәүгеһе, шулай итеп, «Салауат Юлаев»та. Ул ысынлап та бик ҡыҙыу булды. Ике команданың осра­шыу­ҙың һуңғы 6,5 минутында икәүһенә биш шайба индереүе лә быны иҫбатлай.
Иң мөһиме – командабыҙ үҙ боҙонда бик кәрәкле еңеүҙе яуланы. Афарин!
Ике көндән Өфөгә үткән миҙгелдә юлаевсыларҙы плей-оффтың тәүге раун­дынан уҡ төшөрөп ҡалдырған «Трактор» килде. Күршеләр менән беҙҙекеләр клубтар тарихында 60-сы тапҡыр осрашты. Ошо ваҡыт арауығында өфөләр – 35, силәбеләр 24 тапҡыр еңеүсе булған.
Юбилей уйынында Уңыш ғали йәнәптәре ҡайһы яҡҡа йылмайыр? Быны күҙаллауы ауыр ине. Сөнки ике команда ла боҙға тик еңеү ниәте менән сыҡты.
Тәүге осорҙоң башында ҡунаҡтарҙың өмөтлө йәш һөжүмсеһе Максим Шабанов тәғәйенләнгән буллитта мәргәнлеген иҫ­батланы.
Осор бөтөп килгәндә Джошуа Ливо Александр Хмелевский менән Нэйтан Тодд биргән пасты матур ғына итеп ҡунаҡтар ҡапҡаһына оҙатты.
Икенсе, өсөнсө осорҙа ла, овертаймда ла, ике яҡ та тырышыуға ҡарамаҫтан,                    та­блолағы иҫәп үҙгәрешһеҙ ҡалды.
Эш буллиттар серияһына күсте. Бишәр тапҡыр шайбаны бер-береһенә ырғытып та, еңеүсе асыҡланманы. «Трактор»ҙың уйынсыһы етенсе буллитта яңылышты. Джошуа Ливо иһә ҡаушамай, бик кәрәкле шайбаны индереп, өфөләр 2:1 иҫәбенә силәбеләрҙе еңде. Әлбиттә, күршеләргә Америка белгесе Гру Бенуа «баш» булып килгәс, «трактор»сыларҙан күпте өмөт иткәйнек. Улар овертаймда һан яғынан күпселекте лә нишләптер файҙалана алманы. 
11 сентябрҙә юлаевсылар Екатерин­бург­тың уҙған миҙгелдә йыл асышы булған «Автомобилист» командаһы менән уйнаны. 
Был уйын да бик ҡыҙыу булды. Тәүге осорҙа беҙҙекеләр тәртип боҙоп, штраф эскәмйәһенә йыш эләкте. Боҙҙа хужалар өсәү генә ҡалғанда ла ҡунаҡтар был өҫтөнлөктө файҙалана алманы. Уларға тәүге голды Джошуа Ливо индереүгә көйәр­мәндәр ҡыуанып та өлгөрмәне, бер нисә секундтан тәүгә боҙға сыҡҡан йәш ҡап­ҡасыбыҙ Семен Вязовойҙың ҡапҡаһына  яуап шайбаһы ҡунаҡланы. Икенсе осорҙа беҙҙең ике Александр һөйөндөрҙө: Шаров күпселекте файҙаланып, Хмелевский уңышҡа өлгәште. Өсөнсө осор шайбаларға бай булды. Юлаевсыларҙың капиталы иҫәпте дүрткә еткергәйне, Данил Романцев уны ҡыҫҡартты. Александр Шаров менән «Автомобилист»ың француз легионеры Да Коста бер-береһенең ҡапҡаһына бер-бер артлы голдар индереп, уйын өфөләр файҙаһына 5:3 иҫәбенә тамамланды. Ике көндән командабыҙ  Екатеринбургта йәнә «Автомобилист» менән осраша. 17 сен­тябрҙә үҙ боҙонда «Авангард» менән бер уйын үткәргәндән һуң, өфөләр 21 сентябрҙә ситтәге осрашыуҙарын башлай.

Ә.Хызырова

Читайте нас