Һуңғы көндә өфөләр Татарстандың «Нефтехимик» егеттәре менән уйнаны.
Турнирҙа яҡшы уйнап, лидер булған күршеләребеҙгә ҡаршы беҙҙекеләр бер ни ҡыла алмай, өсөнсө осорҙоң уртаһында 0:3 иҫәбенә еңелеп килә, осрашыу ошо иҫәп менән тамамланыр кеүек ине. Ярай әле Джошуа Ливо, Александр Хмелевский менән яңыраҡ Өфөгә килгән Нэйтан Тодд кеүек шәп легионерҙарыбыҙ бар. Улар мәргәнлектәрен бер-бер артлы иҫбатлап, иҫәпте 3:3 итеүгә өлгәште.
Овертаймда еңеүсе асыҡланмағас, эш буллиттарға ҡалды. Бында инде Шелдон Ремптал еңеү шайбаһын индерҙе.
Командаларыбыҙҙың дөйөм уйынына килгәндә, юлаевсылар «Металлург»ка еңелеп, хужаларҙың фарм-клубы «Магнитка»нан көслөрәк булып, дөйөм 4 мәрәйе менән өсөнсө урын алды. Икенселә – шулай уҡ 4 мәрәй йыйған «Металлург», 5 мәрәйе менән «Нефтехимик» командаһы Ромазан мемориалы еңеүсеһе булды.
Үҙебеҙҙә, күршеләрҙә үткән турнирҙарҙағы уйындарына ҡарап, командаларыбыҙ яңы миҙгелгә әҙер, тип иҫәпләргә мөмкин. Әлеге лә баяғы тәүге ике звено ныҡ тырышты.
Фарм-клубтарҙағы йәштәрҙе боҙға сығарып, улар араһында бөгөндән төп командаға алырлыҡ өмөтлө уйынсылар барлығын күрҙек. Әйткәндәй, бер нисәүһе унда алынған да инде. Кисә өфөләр Татарстандың «Аҡ барс»ы менән осрашып, «йәшел дерби» менән яңы миҙгелде башланы.
Улар 8 сентябрҙә – «Трактор»ҙы, 11-ндә «Автомобилист»ы үҙ боҙонда ҡабул итә.
Уйындарҙы үҙебеҙҙең юлдаш телевидениеһы, интернет каналдар аша ҡарап, юлаевсыларҙы бергәләп еңеүҙәргә ҡеүәтләйек!