2023 йылдың 14 авгусында беҙҙең тәрбиәләнеүсебеҙ Родион Әмиров яҡты донъянан китте. Ул үҙен бөтәһе лә яратҡан сағыу, асыҡ һәм ыңғай холоҡло егет булараҡ күрһәтте. Родион Әмиров үҙ исемен ғүмерлеккә «Салауат Юлаев» тарихына яҙҙы. Уның 27-се номеры әйләнештән сығарылды һәм мәңгелеккә уныҡы булып ҡалды. «Беҙ һине хәтерләйбеҙ һәм яратабыҙ, Родион!» – тиелә клубтың рәсми сайтында.
Ишембай егете «Салауат»тың фарм-клубы «Толпар» составында 2019–2020 йылда МХЛ-да Көнсығыш конференцияһы еңеүсеһе була. Төп команда өсөн 79 матчта, шул иҫәптән плей-оффта ла ҡатнашып, 18 (10+8) мәрәй йыя. 2020 йылда НХЛ-дың «Торонто Мэйл Лифо» командаһына 15-се һан аҫтында драфтҡа ҡуйыла. 2021 йылдың 15 апрелендә Америка клубы Әмиров менән өс йылға килешеү төҙөй.
2022 йылдың февралендә хоккейсының башында яман шеш табыла. Сит ил клиникаларында дауаланыу һөҙөмтә бирмәй – ҡурҡыныс сир арҡаһында өмөтлө йәш спортсы 21 йәшендә генә мәңгелеккә күҙҙәрен йома.
Әйткәндәй, былтыр 21 августан 26-на тиклем йәштәр командалары араһында йыл да миҙгел алдынан үткәрелгән турнирға Родион Әмировтың исеме бирелде. Тәүге трофейҙы, хәл иткес уйында «Толпар»ҙы еңеп, «Мамонты Югры» командаһы яулағайны. «Белые медведи» – икенсе, хужалар – өсөнсө, «Стальные лисы» дүртенсе булды. «Турнирҙың иң яҡшы форварды» исеменә Өфө клубынан 8 (2+6) мәрәй йыйып – Сергей Колесников, «Иң яҡшы һөжүмсе»гә «Толпар»ҙан Александр Филиппов лайыҡ булды.
Быйыл был ярыштар 20 августан 22-нә тиклем Зорге урамында уҙҙы. Унда беҙҙең «Толпар», Силәбенең «Белые медведи», Ханты-Манси автономиялы округынан «Мамонты Югры», Магнитогорскиҙың «Стальные лисы» командалары ҡатнашты.
Күптән килгән йолаға ярашлы 15 августан 19-на тиклем «Башҡортостан Республикаһы Кубогы» миҙгел алды турниры ла ғәҙәттәгенсә үтеп китте. Уның йомғаҡтары буйынса 6 мәрәй йыйған Череповецтың «Северсталь» командаһы таблицала тәүге урынды алды һәм төп трофейҙы – кубокты яуланы.
Шулай уҡ алты мәрәй йыйған «Салауат Юлаев» икенсе урын алды. Ул «Северсталь» егеттәренә 0:1 иҫәбенә еңелде.
Екатеринбургтың 5 мәрәй туплаған «Автомобилист» командаһы өсөнсө урынға сыҡты.
Уҙған миҙгелдә Гагарин Кубогын яулаған «Металлург» ике генә мәрәйе менән – дүртенсе, Нижнекамскиҙың «Нефтехимик» командаһы (ике мәрәй) һуңғы – бишенсе булды.
Юлаевсылар 27 августа Магнитогорскиға Ромазан кубогына юллана. Уларҙың унда лайыҡлы уйнарына өмөт ҙур.
Командабыҙға ҡағылышлы тағы бер яңылыҡ: Стәрлетамаҡ егете, әлеге мәлдә Ханти-Манси округының «Югра»һында һөжүмсе булараҡ уйнаған 18 йәшлек Артур Фәйезовты аҡсалата компенсацияға һатып алды.
Үткән миҙгелдә йәш уйынсы ВХЛ-дың 13 матчында уйнап, ике мәрәй йыйҙы. Карьераһын 2022 йылда «Мамонты Югры» командаһында башлаған, 2023 йылда «Югра»ға күсте.
Йәштәр хоккей лигаһында үткәрелгән ике миҙгелдә Артур Фәйезов 59 уйында 25 мәрәй (14+11) туплай.
Ә.Хызырова.