Рәсәй Хоккей лигаһында «трансфер тәҙрәһе» ябылып (уйынсыларҙың тегендә-бында күсеүе), клубтар етәкселәре һәм тренерҙар миҙгелгә составты иләктән үткәреп, кемдәрҙелер ебәреп, кемдәрҙелер үҙҙәренә саҡырып, уны тулыландырып бөттө, тиһәк тә, әлеге мәлдә 30 хоккейсы ирекле булып һанала. Йәғни төрлө йәштәге, төрлө кимәлле 30 кеше ошоғаса үҙенә яраҡлы команда таба алмай, эшһеҙ йөрөй. Улар араһында Николай Прохоркин, Антон Бурдасов, Артем Лукоянов, Александр Бурмистров, Сергей Шумаков, Никита Ситдиҡов, Наил Яҡупов кеүек билдәле спортсылар бар.
Был нилектән шулай килеп сыҡты һуң? Белгестәр, эш хаҡтарына һәм легионерҙар һанына ҡаты сикләү индерелеүе йоғонто яһаны, тип билдәләй. Клубтарға сит ил уйынсыларын бишәүҙән артыҡ саҡырыу тыйылды. Белеүегеҙсә, улар 2-3 миллион һумға беҙгә килмәйәсәк. Америка йәки Канада хоккейсыһы йылына кәмендә 60 миллион һумдан юғарыраҡ эш хаҡы вәғәҙә ителгәндә генә саҡырыуға ризалашасаҡ. Шунлыҡтан йыллыҡ эш хаҡын башҡа һәйбәт уйынсыларҙы кәмһетмәй генә бүлеү зарур.
Беҙҙең «Салауат Юлаев» ошо «ирекле ҡоштар»ҙың берәйһен саҡырырмы – әлегә билдәһеҙ. Беҙгә бер – иң шәп һаҡсы алыу ҡамасауламаҫ ине. Клуб етәкселеге һәм тренерҙар штабы плей оффтың тәүге раундында еңелгәндән һуң, составты яртылаш яңыртты.
Өфөлә үҙен яҡшы уйынсы итеп танытҡан Белорусия легионеры Иван Дроздовтың, ЦСКА-ға, Данил Башкировтың «Металлург»ҡа, һаҡсы Павел Коледовтың «Авангард»ҡа күсеүе, һис шикһеҙ, клуб өсөн юғалтыу булды.
Ҡапҡсасы Илья Ежов менән һаҡсы Евгений Бирюков иһә, спорт карьераһын тамамлап, тәүгеһе Америкалағы ғаиләһе янына ҡайтып китһә, икенсеһе, беҙҙең тренерҙар штабына инеп, йәш уйынсыларҙы һаҡланыу серҙәренә өйрәтәсәк.
Һөжүмселәр Евгений Тимкин, Вячеслав Лещенко, Алексей Пустозеров та китте. Николас Мелош яңыраҡ Минск «Динамо»һына аҡсалата компенсацияға һатылды. Ошо көндәрҙә һөжүмсе Сергей Шмелев менән дә килешеү туҡтатылды.
Үҙҙәрен яҡшы яҡтан күрһәткән үҙәк һөжүмсе Александр Хмелевский менән килешеү – өс, һөжүмсе Джошуа Ливо менән – бер, өмөтлө йәш үҙәк һөжүмселәр Данил Алалыкин, Артем Пименов, Владислав Ефремов менән, шундай уҡ юлаевсыларҙың капитаны Григорий Панин менән ике йылға килешеү оҙайтылды.
Александр Хмелевскийҙың ҡустыһы, 19 йәшлек Америка хоккейы тәрбиәләнеүсеһе Илья Хмелевский беҙгә саҡырылып, тәүҙә «Торос» фарм клубында Рәсәй хоккейы үҙенсәлектәрен өйрәнәсәк. Шунан төп командаға алынасаҡ.
ВХЛ-да сығыш яһаған «Буран» командаһы һөжүмсеһе Илья Епищев, Новокузнецкийҙың «Металлург»ынан Евгений Сорокин менән Семен Луговяк та юлаевсылар сафына баҫты.
«Салауат» һәр саҡ һөжүм итеүгә ҡоролған хоккей уйнай. Тап ошо линияны нығытыу маҡсатында, клуб етәкселеге менән тренерҙар штабының быйыл апрель айында уҡ Канада легионеры Шелдон Ремпалға ымһындырғыс тәҡдим яһауы асыҡланды. Күп тә үтмәй, ул Өфөгә килергә теләк белдерҙе.
Һөжүмсе Ремпалға 28 йәш, Канаданың Альберта тигән ерендә тыуған. НХЛ-да биш миҙгел уйнаған. Шуның икәүһен «Вегас Голден Найтс» командаһында үткәреп, 70 уйында 63 мәрәй йыйып, уҙған миҙгелдә иң яҡшы бомбардир тип табылған. Был һөҙөмтә уның юғары уйын кимәленә эйә булған уйынсы икәнен билдәләй һәм Өфө клубына һиҙелерлек файҙа килтерәсәгенә өмөтләндерә.
Уға беҙҙекеләр клуб тарихында иң юғары эш хаҡы – йылына 90 миллион һум аҡса вәғәҙә иткән. Канадала тыуған егет үҙе әйтеүенсә, тиҙ, һөҙөмтәле уйнарға ярата һәм бик ныҡыш кеше.
Уң ҡуллы форвард булараҡ, Ремпал Иван Дроздовты лайыҡлы алмаштырып, команданың уйынына динамика, етеҙлек өҫтәр, тигән өмөттә клуб етәкселеге.
«Салауат»ты һөжүм йәһәтенән көсәйтәсәк тағы бер Канада легионеры – Нэйтан Тодд яңыраҡ Өфөгә килде. Уны аэропортта ҡурай моңо, сәк-сәк менән ҡаршыланылар.
Ул Оттаванан 64 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан Кемптвил тигән бәләкәй генә (халҡы 4000 кеше) ҡасабала 1995 йылдың 2 декабрендә тыуған. Унда команда булмағас, күрше Престонда хоккей менән шөғөлләнә башлаған. Балалар тренеры Тодтың ҡаратырыш булыуын билдәләгән.
Ул 2015/2016 йылда «Оттава» фарм клубы составында АХЛ-да тәүге дебютын яһай. 2019 йылда йәш уйынсы йәнә Америка хоккей лигаһында пәйҙә була: «Бельвилль» һәм «Манитобу» командалары өсөн үткәргән 20 уйында бер генә гол индерә.
2020/2021 миҙгелдә Тодд АХЛ-да «Вилипега» фарм клубы өсөн уйнап, 32 мәрәй йыя һәм чемпионат һөҙөмтәләре буйынса Канада дивизионының иң яҡшы уйынсыларынан торған йыйылма командаға инә.
2021 йылдың йәйендә «Спрингфилд»ҡа күсә. «Сент-Луис» фарм клубы менән АХЛ-дың плей-оффы финалына сыға.
Форвард 67 уйында 34 (14+20) мәрәй йыя.
2023 йылдың йәйендә өмөтлө уйынсы «Сан-Хосе»ға күсә.
Өс уйында ике генә гол индергәне өсөн ул АХЛ-дың фарм клубына оҙатыла.
Үткән миҙгел Тодд өсөн лигала иң яҡшыһы була. Ул 69 уйында 55 (19+36) мәрәй туплай һәм АХЛ тарихында тәүге хет-тригын яһай.
ул «Барракауда»ла «Салауат Юлаев»тың тәрбиәләнеүсеһе Шакир Мөхәмәҙуллин менән бергә уйнай.
Тодд быйыл апрелдә хоккейсы ҡыҙ Коннор Голуэйға өйләнә. Кәләше «Бостон» командаһы менән Студент спортының милли ассоциацияһы чемпионы исемен яулай.
Үҙе әйтеүенсә, Нэйтан республиканың иң популяр хоккей клубы, баш ҡалабыҙ хаҡында командалашы Шакир Мөхәмәҙуллиндан һорашып белешкән.
Бер йылға 60 миллион һум эш хаҡына килешеү төҙөгән уйынсы Саша Хмелевский, Джошуа Ливо менән дә аралашып, Өфө һәм командабыҙ менән ҡыҙыҡһынған. Улар бик ыңғай фекерҙә, ти ул.
Тодд 29-сы һан аҫтында сығыш яһарға теләүен белдерҙе һәм:
– Һөжүмдә «Салауат Юлаев»тың уйынын көсәйтергә теләйем. Еңеү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләйәсәкмен. Ҙур маҡсаттарға өлгәшеү өсөн беҙҙә бөтәһе лә бар. Мин бында көйәрмәндәрҙең иҫ киткес икәнен ишетеп беләм. Ошо мөхиткә сумыу өсөн матчтар башланыуын түҙемһеҙләнеп көтәм, – тине.
Уның беҙҙә үҙ уйынын табыуын теләйек.
1 августа Өфөләр ялдан сығып, медицина тикшеренеүен үтте һәм 14-нә тиклем күнекмәләргә йыйыла. Ә 15 августан 19-на тиклем «Фонбет Башҡортостан республикаһы Кубогы» миҙгел алды турниры уҙасаҡ.
15 августа юлаевсылар Череповецтың «Северсталь», 16 августа Нижнекамскиҙың «Нефтехимик», 18 августа Магнитогорскиҙың «Металлург» командалары менән осраша.
Был уйындарҙы Башҡортостан юлдаш телевидениеһы аша ҡарай алаһығыҙ.
КХЛ-дың 2024/2025 миҙгеле башланыр алдынан «Салауат Юлаев» Магнитогорскиға 27 августан 30-на тиклем барасаҡ Ромазан мемориалына юллана.
Ошо ике турнирҙа командабыҙҙың яңы миҙгелгә нисек әҙерләнгәнен, ҡайһы хоккейсының ниндәй «пятерка»ға ҡуйылғанын беләсәкбеҙ.
Яртылаш яңыртылған һәм көсәйтелгән состав яңы миҙгелдә һынатмаҫ, тип ышанайыҡ.