Спорт
6 Июля 2024, 08:00

Үҫмерҙәр ҙә өлкәндәрҙән ҡалышмай

***

Республикабыҙҙың терәк-хәрәкәт аппараты зыян күргән үҫмер еңел атлеттар командаһы Сыуашстандың баш ҡалаһы  Чебоксарҙа үткән еңел атлетика буйынса Бөтә Рәсәй федерацияһы призына ярыштарҙа 12 алтын һәм бер бронза миҙал яуланы.
Әйткәндәй, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, дүрт тапҡыр Ҡышҡы Паралимпия уйындары чем­пионы, паравелоспорт буйынса илебеҙҙең йыйылма командаһы ағзаһы Ирек Зарипов ҙур спортҡа кире ҡайтты. Ул терәк-хәрәкәт аппараты (ПОДА) зыян күргән һәм һуҡыр спортсылар араһында Тула өлкәһендә үткәрелгән Рәсәй Кубогының велоспорт буйынса тәүге этабында «Н-5» кате­горияһында 17,6 саҡрым араға уҙышып, икенсе урын алды.

Бер юлы ике «алтын»
Башҡортостан спортсыһы, Дыуан спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Захар Неустроев Смоленск ҡалаһында үткән Рәсәй беренселегендә еңеп, ике алтын миҙал яуланы. Ул 100 һәм 200 метрға йүгереүҙә финишҡа беренсе булып килде.
Был ярыштарҙа Нефтекама ҡалаһынан Руслан Юдин менән Карина Яншаева 3000 метрға йүгергәндә өсөнсө урынды алды.
Бынан алда еңел атлетика буйынса Улья­новскиҙа үткән Рәсәй беренселегендә ошо өс спортсы шулай уҡ юғары наградаларға лайыҡ булғайны. 3000 метрға йүгергәндә Руслан Юдин Түбәнге Новгород өлкәһе спортсыһынан фи­нишҡа 0,55 секундҡа алдараҡ килә. Ошо уҡ дистанцияла Карина – көмөш, Захар шулай уҡ көмөш миҙал менән бүләкләнде.

Бирешмәйҙәр!
Тәүге лигаға ҡайтҡан «Өфө» футбол клубы июндең һуңғы көнөндә Мәскәүҙә «Алания» менән иптәштәрсә осрашыу үткәрҙе. 30 градуслыҡ эҫе булһа ла, ике яҡ та бирешергә теләмәне. Һөҙөмтәлә уйын тигеҙ иҫәпкә – 0:0 тамамланды.

«Өфө»ләрҙең баш тренеры Евгений Харлачев Мәскәүҙәге осрашыуҙан һуң үткән матбуғат конференцияһында бел­дереүенсә, тәүге контроль уйын беҙҙең футболсыларҙың яңы миҙгеленә әҙер­леген һынау мөмкинлеген биргән.
«Өфө» футбол клубының генераль директоры Сергей Фельдман иһә беренсе лигаға эләккән командабыҙ алдына әллә ни ҙур бурыстар ҡуйылмауын, иң мөһиме – лигала нығыныу зарурлығы тураһында һөйләне.
Ҡыҫҡаһы, барыһы ла уйынсылары­быҙҙан тора. Аҙымлап тигәндәй күтәрелеп килгән командабыҙ яңы миҙгелдә һынатмаҫ, тип өмөтләнәйек.

Ә.Хызырова

Читайте нас