Спорт
28 Июня 2024, 11:10

Күршеләр һынауҙы лайыҡлы үтте

Хәбәр итеүебеҙсә, Ҡазанда 12 июндә БРИКС илдәренең бишенсе уйындары башланғайны. 90-ға яҡын илдән 4600 ҡунаҡ һәм спортсы ҡатнашҡан ярыштар 23 июндә тамамланды.

Ҙур спорт сараһында илебеҙ спорт­сылары лайыҡлы сығыш яһаны: бөтәһе 507 миҙал яулап, шуларҙың 262-һе – алтын, 142-һе көмөш, 101-е бронза. Һө­ҙөмтәлә Рәсәй миҙалдарҙың дөйөм иҫәбе буйынса беренсе урынды алды, Бело­руссия 247 миҙалы (55-е алтын) менән – икенсе, 62 миҙалы (20-һе алтын) менән Ҡытай өсөнсө булды. Үзбәкстан ат­лет­тарына – 7, Бразилияға – 5, Иранға 4 миҙал эләкте.
Ҡазандағы ҙур спорт турниры ойош­тороу йәһә­тенән юғары кимәлдә уҙҙы. 
Иң ҡыҙығы һәм ҡыҙ­ғанысы: бөтә төрҙә лә тип әйтерлек беҙҙе­ке­ләр өҫтөнлөк итте. Сит илдәр был уйындарға көсһөҙөрәк спортсыла­рын, икенсе, өсөнсө состав­тағыларҙы алып килеү сәбәпле, рәсәй­ҙәр үҙ-ара ярышты. Хатта ҡайһы бер төр­ҙәрҙә уларға ҡаршы сығырлыҡ дәғүәсе та­былманы.
Сит илдәрҙең тәүге составтағы көслө вә­килдәренең килмәүе сәбәбе – берҙән, улар тиҙҙән Францияла баш­­ланасаҡ Олимпиа­даға әҙерләнә, икенсе­нән, сәйәси фактор. Әгәр көслө атлеттар илебеҙгә килһә, Халыҡ-ара олимпия комитеты уларға ҡаршы санк­циялар ҡабул итәсәге көн кеүек асыҡ. 
Сит ил журналиста­рының ошоға бәйле һорауына Татарстан респуб­ликаһының спорт министры Вла­димир Леонов: «Беҙ бындай бурыс ҡуйма­ныҡ. Мин тур­нирҙы Олимпия уйын­дарынан бер ай алдараҡ үткәрәсәгебеҙ хаҡында иҫкәрт­тем», – тип белдерҙе.
Ошо сәбәпле, беҙҙең ҡайһы бер феде­рациялар ярыштарға йәштәрҙе сығар­ҙы. Мәҫәлән, йөҙөү буйынса өлкән сит ил вәкилдәре менән юниорҙар ярышты. Был төрҙә улар команда иҫәбендә 58 миҙал (шуның 22-һе – алтын) алып, барыбер еңеүсе булды.
Теннис буйынса иһә 21 йәшкә тиклем сикләү индерелде. Бында Олим­пиада алдынан иң яҡшы спортсылар­ҙың көсөн һаҡлау тәүге урынға ҡуйылды.
Рәсәйҙең Теннис фе­дерацияһы пре­зи­ден­ты Шамил Тарпищев Парижға тотош ко­ман­да юлланасағы ту­ра­һында хәбәр итте. Да­ниил Медведев, Мирра Андреева кеүек көслө тенниссыларҙы Ҡазан­ға саҡырыу МОК-ка уларҙы «ҡыҫыу» өсөн сәбәп кенә булыр ине. 
Шулай ҙа бер-ике «йон­доҙ» спортсыны саҡырыу турнирға ҡы­ҙыҡһыныуҙы кө­сәйтер ине. Әлбиттә, медиа йәһәтенән һүлпәнлек һиҙелде: уйындар иле­беҙҙең Беренсе, Икенсе каналдарының иғти­барын йәлеп итмәне, «Матч-ТВ» Ҡазандан репортаждарҙы көндөҙ генә күрһәтте.
Мәҫәлән, синхрон йөҙөүсе Александр Маль­цевҡа техник про­граммала 13 июндә – «алтын», Таи­ланд вәкиле Кантинан Ади­саисирибутрға «кө­мөш» тапшырылды. Сөнки ҡат­на­шыу­сы­лар…  икәү генә ине. Ә 14 июндә шул уҡ Мальцев ирекле про­граммала «алтын»ға сығыш яһаны. Кантинан ҡатнашмау сәбәпле, Рәсәй вә­киле бер үҙе генә ярышты.
17 июндә һыуға синхронлы парлы һикереүҙә Юлия Тимошинина менән Руслан Терновой был төрҙә ҡатнашҡан берҙән-бер пар булды һәм «алтын» уларға бирелде.
Бында спортсыларҙы ғәйепләү мөм­кин түгел. Улар илебеҙ чемпио­натында үҙ­  һәләтен күрһәтеп, ошо уйын­дарҙа ҡат­нашыу хоҡуғын яуланы. Ә инде синхрон йөҙөүҙең ике-өс илдә генә үҫешә баш­лауында Сашаның ғәйебе юҡ.
Ошоға бәйле, Белоруссияның спорт һәм туризм министры Сергей Ковальчук БРИКС илдәренең спорт министрҙары саммитында ри­заһыҙлыҡ белдерҙе.
Тағы ла шуныһы: ошо ҙур күләмле спорт байрамына әҙерләнгән саҡта, йәғни бер ай  ҡалған саҡта, илебеҙҙең спорт министры Олег Матыщин  от­ставкаға ебәрелеп, урынына Михаил Дегтярев ҡуйылды. Яңы «баш» уйын­дарҙы асыу һәм ябыу тантаналарына, БРИКС ил­дәренең спорт министр­ҙа­рының 22 июн­дә үткән саммитына ғына килде, бер генә ярышты ла ҡараманы, бер тапҡыр ҙа интервью ла бирмәне. Ошондай хәл-ваҡиғаларға бәйлелектән ҡотолоу, уйын­дарҙы спорт йәһәтенән сифатлыраҡ итеп уҙғарыу өсөн Белоруссияның спорт ми­нистры Ковальчук эш төркөмө төҙөргә тәҡдим итте.
Килгән спортсыларҙы, ҡунаҡтарҙы урынлаштырыу, ашатыу-эсереү һәм баш­ҡа ойоштороу эштәре тулыһынса Та­тарстан иңенә төшһә лә, күршелә­ребеҙ һынауҙы лайыҡлы үтте – бөтәһе лә юғары кимәлдә булды. Татарҙар турнир ябыуҙы Мирный ҡасабаһын­дағы һабантуйға тура килтереп, сит илдекеләргә үҙ мәҙәниәтен дә, ҡу­наҡсыллығын да күрһәтеүгә өл­гәште. Ул ғына ла түгел, күршеләребеҙҙең спорт­сылары был уйындарҙа мул уңыш йыйҙы: 36 алтын, 14 көмөш, 7 бронза миҙал уларҙа. Йәғни БРИКС уйын­дарында ҡатнашҡан 42 спортсының 41-е миҙал яулап, илебеҙ төбәктәре ара­һында миҙал иҫәбе буйынса Татарстан, Мәскәү өлкәһе менән Санкт-Петербургтан ғына ҡа­лышып, икенсе урынды биләне. 
Әйткәндәй, Татарстан хөкүмәте еңеү­се спортсыларына 300-әр мең һум күлә­мендә аҡсалата бүләкләргә йы­йына. Улар шулай уҡ федераль түләү ҙә аласаҡ. Афарин, күршеләр!
Әйтеүҙәренсә, Ҡазандағы ярыш­тарҙан һуң киләһе уйындарҙы үҙҙә­рендә ҡабул итергә йыйынған Бразилия вәкилдәре, беҙ Рәсәй кеүек юғары кимәлдә үткәрә алырбыҙмы икән, тип уйға ҡалған.
Тиҙҙән Башҡортостанда ла «Рәсәй – спорт державаһы» ярыштары уҙасаҡ. Республикабыҙ ҙа ҙур сараны лайыҡлы ойоштороу өсөн бар көсөн һала һәм уны тейешенсә үткәрер, тип ышанабыҙ. 

Башҡортостан спортсылары БРИКС илдәре уйындарында иле­беҙҙе лә, республикабыҙҙы ла лайыҡлы күр­һәтте: бөтәһе 12 алтын, 7  көмөш һәм 1 бронза миҙал яуланы.
Башҡорт егете, көрәшсе Артур Зөлҡәрнәев финалда Әзербайжан вәкиле Мехди Гаджиевты еңеп, алтын миҙал алды.
Ярыштарҙың һуңғы көнөндә беҙҙең вәкилдәр бер юлы 6 алтын миҙалға эйә булды. Октябрьскийҙан боксер Азалия Әминева ҡытай ҡыҙын еңде. Рапирасылар Тимур Сафин менән Владислав Журавлев команда бе­ренселеге финалында Беларусь Рес­публикаһы спортсыла­рынан көслөрәк булып сыҡты. 
Билбаулы көрәштә Алина Пухова, Замират Кусаева, Айнур Сыртаев шулай уҡ муйындарына «алтын» таҡты.
Каноэла ишеүсе Илья Первухин  Иван Лиховидов менән 1000 метрға «каноэ-двойка»ла, рапирасы Тимур Сафин үзбәкстан вәкилен еңеп – көмөш,  грек-рим көрәшендә Ночхо Лабазанов белорус Дмитрий Заруб­скийҙы еңеп, алтын миҙал  менән бүләкләнде. Ҡотлайбыҙ!

Ә. ХЫЗЫРОВА.

Читайте нас