Спорт
26 Июнь 2024, 11:06

Беҙҙекеләр һынатмай

Хәбәр итеүебеҙсә, 12 июндә Татарстандың баш ҡалаһы Ҡазанда БРИКС илдәренең бишенсе спорт уйындары башланды. Турнир программаһына 27 спорт төрө индерелгән. 93 илдән килгән 4,7 мең спортсы араһында 387 миҙалдар комплекты уйнатыла.

Төп ярыштар Ҡазандың 16 спорт объектында үтә. Ак­ро­батик рок-н-ролл менән брейкинг буйынса ярыштар ғына Мәскәүҙә ойошторола.
Был уйындарҙа илебеҙ атлеттары матур уңыштары менән ҡыуандырҙы: улар бер аҙнала 262 миҙал (131 алтын, 80 көмөш, 51 бронза) яуланы. Мәҫәлән, өс метрлыҡ трам­плиндан һикереүҙә Александр Бондарь менән Елизавета Кузина иң яҡшы һөҙөмтә күр­һәтеп, алтын миҙалға хаҡлы рәүештә лайыҡ булды. Ошо уҡ спорт төрөндә Та­тарстан вә­киле Никита Шлей­хер менән Кристина Ильиных муйын­дарына «көмөш»тө таҡты.
Юлия Тимошинина менән Руслан Терновой микста выш­канан синхронлы аҫҡа һике­реүҙә «алтын»лы булды. Тик шуныһы: уларға был төрҙә дәғүәселәр табылманы.
Бадминтонда ла беҙҙекеләр һы­нат­маны: ирҙәр араһында яңғыҙ разрядта Сергей Сирант, Артур Печенкин, Вла­дислав Печенкин – тәүге өс урынды, ошо уҡ төрҙә ҡатын-ҡыҙҙар­ҙан Евгения Косецкая – тәүге, Мария Голубева икенсе урын алды. Ирҙәр араһында парлы разрядта Артур Печенкин / Глеб Степаков – беренсе, Павел Монич / Сергей Сирант – икен­се, Белоруссиянан Михаил Макаров / Глеб Швыдков өсөн­сө урынға сыҡты. Ошо уҡ төрҙә ҡатын-ҡыҙҙарҙан Алина Дәү­ләтова / Евгения Косецкая, Галина Лисочкина / Дарья Хар­лампович тәүге урындарҙы бер кемгә лә бирмәне.
Ҡатнаш парлы разрядта Глеб Степаков / Алина Дәүләтова, Владислав Добычкин / Мария Голубева, Павел Монич / Дарья Харлампович бөтә пьедес­тал­ды биләне.
Беҙҙең Башҡортостан спорт­сылары ла һынатмай. 68 ки­лограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында каратистка Ан­на Кудрявцева – көмөш, 75 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында каратист Эр­нест Шәрәфетдинов – алтын, 50 килограмға тиклемге ауыр­лыҡ ка­тегорияһында Айгөл Садиҡова бронза миҙал алды.
Үрҙә телгә алынған Алина Дәүләтова ла – беҙҙең респуб­лика вәкиле.
Ирекле спорт көрәшендә лә беҙҙекеләр лайыҡлы сығыш яһаны. Ни бары 97 килограмға тиклемге ауырлыҡ категория­һында ғына финалға сығыусы булманы. Рәмиз Ғамзатов (57 кг), Бәшир Магомедов (61 кг), Абасгаджи Магомедов (65 кг), Ҡорбан Шираев (70 кг), Анзор Закуев (74 кг), Магомед Маго­маев (79 кг), Малик Шаваев (86 кг), Алан Багаев (92 кг), Шамил Мусаев (125 кг) ун алтын ми­ҙалдың туғыҙын алыу бәхе­тенә иреште.
Синхрон йөҙөү буйынса дүрт тапҡыр донъя чемпионы Алек­сандр Мальцев, өс тапҡыр Олимпия уйындары чемпио­ны Светлана Колесниченко синхрон йөҙөү буйынса Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма ко­мандаһы акробатик програм­мала үҙҙәренең ысын про­фессионалдар икәнен иҫбат­лап, муйындарына «алтын» таҡты.
Әлбиттә, спортта гел генә уңыштар көтөп тормай. 4х100 метрға эстафетала йүгергәндә таяҡты дөрөҫ тоттормау ар­ҡаһында илебеҙҙең еңел ат­летика буйынса йыйылма ко­мандаһы ҡыҙҙары дисква­лификацияға эләкте. Һөҙөм­тәлә Белоруссия командаһы еңде. Бразилия командаһы икенсе урынға сыҡты.
Миҙалдарҙың дөйөм иҫәбе буйынса илебеҙ – тәүге, Бело­руссия (19 – 40 – 47) – икенсе, Ҡытай (17 – 12 – 9) өсөнсө урын­да килә. Еңеүҙәр булыр әле.

Ә. ХЫЗЫРОВА.

Читайте нас