Спорт
14 Июнь 2024, 10:43

Ә улар – һаман «ирекле ҡош»…

Рәсәйҙең Континенталь хоккей лигаһында трансфер, йәғни командаларҙы көсәйтеү өсөн яҡшыраҡ уйнаған хоккейсылар менән тулыландырыу, тамамланыуға бара. Ирекле агенттар баҙары асылыуға биш аҙнанан ашыу ваҡыт үтһә лә, ҡайһы бер билдәле уйынсылар һаман да төп лига клубтары менән килешеү төҙөмәгән.

Мәҫәлән, илебеҙ йыйылма команда­һында уйнаған тәжрибәле Вадим Ши­пачев менән Вячеслав Войнов Ҡазандың «Аҡ барс»ында бер нисә миҙгел уйна­ғандан һуң, клуб етәкселеге улар менән килешеүҙе оҙайтырға теләмәүе хаҡында белдергән. Ошо сәбәпле икеһе лә әлегә үҙ яҙмышын хәл итә алмай.
31 йәшлек һөжүмсе Никита Гусев Төнъяҡ Американы яулау хаҡында хыяллана. КХЛ-дың яңыраҡ тамамланған даими чемпионатында һөҙөмтәлелек буйынса рекорд ҡуйған егет тағы ла бер тапҡыр НХЛ-ға эләгергә ынтыла һәм океан аръяғында миҙгел трансферы асылыуын көтә.  Талантлы бомбардир үҙенең оҫталығын лайыҡлы баһалаған һәм үҙен уйынсы булараҡ тейешенсә файҙаланасаҡ клуб менән лайыҡлы контракт төҙөргә теләй.
Әгәр Никита июль аҙағына тиклем ошо ниәтенә ирешмәһә, Мәскәү «Динамо»­һында карьераһын дауам итәсәк. Уның Алексей Кудашов менән бик яҡшы уйын күрһәт­кәнен көйәрмәндәр онотмағандыр, мо­ғайын.
Тағы бер «ирекле ҡош» – Дамир Жа­фяров бер нисә йыл элек КХЛ-дың трансфер база­һында бик юғары баһа­ланғайны. Ул СКА-ла ла, «Аҡ барс»та ла, «Авангард»та ла үҙ урынын таба алманы. Әлбиттә, ҡайһы бер матчтарҙа үҙен күрһәтте-күрһәтеүен. Плей-офф­та иһә ике раундта бер генә шайба ла индермәне. 30 йәшлек хоккейсыға яңы клубты бик ныҡ уйлап һайларға кәрәк. Юҡһа бер-ике йылдан уның элекке ҡа­ҙаныштары онотолоп, үҙенең ярыҡ ялғаш алдында ултырып ҡалыуы ихтимал.
Йәнә бер шәп уйынсы – Николай Про­хоркин «Себер»ҙә уйнай башлап, былтыр декабрҙә алмашыу һө­ҙөм­тә­һендә Омски­ҙың «Аван­гард»ына күскәйне. Быны ул амбицияла­рының плей-офф өсөн генә түгел, ә Кубок өсөн көрәшергә теләүе менән аң­латты. Тик Уңыш ғали йәнәптәре үҙенсә хәл итте: Омск ко­мандаһы трофейҙы яулай алманы. Ә етәкселек Коляға килешеү тәҡдим итмәне. Һөҙөмтәлә байтаҡ топ-клубта уйнап өл­гөргән егет, әлегәсә ҡайҙа барып төп­ләнәсәген белмәй, һаман һәйбәтерәк ва­рианттарҙы барлай.
Екатеринбургтың быйыл ба­рыһын да хайран ҡалдырған «Автомоби­лист» ко­мандаһы һө­жүмсеһе Алексей Макеев үткән плей-оффта бик яҡшы уйнаны – 17 матчта 11 мәрәй йыйҙы. Клуб етәкселеге 32 йәшлек егетте ебәрергә теләмәһә лә, спортсы, аҡса мә­сьәләһенә бәйле, Урал клубы менән хушлашты. Был форвард оҙаҡ «ирекле» булып йөрөмәҫ, уны аҡсалы клубтарҙың береһе ошо арала үҙенә са­ҡырыр, моғайын.
Татарстан хоккейы тәрбиәлә­неүсеһе Наил Яҡупов Түбәнге Каманың «Нефте­химик» коман­даһына ҙур теләк менән ҡайт­ҡайны. Ул миҙгелде һәйбәт кенә башлап ебәрҙе. Тик көтмәгәндә йәрәхәт­ләнеү сәбәпле, Наил 2023 йыл­дың 3 декабренән боҙға сыҡ­маны. Әле уны «Аҡ барс» үҙенә ҡоҙалай икән, тигән хәбәр йөрөй.
Ҡапҡасыларҙан Александр Шарычен­ков, Иван Бочаров, һаҡсыларҙан Богдан Ки­селевич, Альберт Яруллин, Виктор Антипин, һөжүмселәрҙән Иван Телегин, Сергей Ка­линин, Сергей Широков, Сергей Шумаков, Никита Сошников, Александр Бурмистров, Егор Аверин, Илья Каблуков, Артем Лу­коянов, Станислав Ғәлиев шулай уҡ әлегә КХЛ клубтары менән килешеүен оҙайт­маған.
Заманында беҙҙең «Салауат Юлаев»та уйнап киткән, һуңғы миҙгелдә «Аҡ барс»тың капитаны булған Александр Радулов менән күршеләр килешеүҙе оҙайтырға теләмәне. Оҙаҡ ҡына лайыҡлы клуб эҙләгән 37 йәшлек уйынсыны Ярославлдең «Локо­мотив»ы яңыраҡ, 70 млн эш хаҡы вәғәҙәләп, бер йылға үҙенә алды. Ошондай тәжрибәле һөжүмсене бай клубтарҙың да алырға теләмәүе Сашаның ҡыҙыу холҡона бәйле. Ул йәне көйһә, баш тренерҙы ла, башҡаларҙы ла эттән алып эткә һалып һүгенеп әрләй, тик торғанда талаш сығара, өҫтәүенә, үҙ баһа­һын һәм хаҡын яҡшы белә. Шуның өсөн үҙенән шөрләңкерәйҙәр, тип яҙып сыҡ­тылар. Бөкрөнө ҡәбер төҙәтә, тиҙәр. Холоҡто үҙгәртеп булмайҙыр. 
Тик спортсының спорт ғүмере ҡыҫҡа. Яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшеү өсөн уларға үҙҙәрен һәр саҡ һәйбәт физик формала тоторға, ашау-эсеүҙе сикләргә, даими шөғөлләнергә кәрәк. Беҙ, көйәрмәндәр, әгәр улар саҡ ҡына насар уйнай башлаһа, ри­заһыҙлыҡ белдерәбеҙ: йәнәһе, нимәгә уға шул хәтлем аҡса түләргә? Бөтә кешене кеүек, спортсыларҙы ла уңышһыҙлыҡтар һағалай. Хоккейҙа ныҡ йәрәхәтләнеп, ваҡытынан алда карьераһын тамамлаусылар ҙа етерлек. Нимә генә тимә, үҙен ҙур спортҡа арнап, миллионлаған кешегә байрам бүләк иткән «ирекле» егеттәрҙең барыһы ла үҙ кимәленә яраҡлы клуб табып, яңы миҙгелдә лә матур уйындары менән ҡыуандырһын!
Ә беҙҙең «Салауат Юлаев»ҡа килгәндә, ул «юрғанына ҡарап аяғын һуҙҙы». Әллә ни иҫ китерлек уйынсылар эҙләмәне. Шулай ҙа, әйткәндәй, унда элек тренер булып эшләп киткән Венер Сафин клуб етәкселеген һүлпәнлектә һәм уйынсыларҙы тейешенсә һайлап ала белмәүҙә ғәйепләне. Ул Иван Дроздовҡа бәйле хәлде аңлата биреп: «Вертикаль буйынса ҡарар ҡабул ителһә лә, компенсация талап итергә ине. Ә инде команданың көсө ташып торған, легионер булмаған, бәләкәй генә килешеү төҙөгән лидеры өсөн МХЛ-дың өс үҫмерен биреү – был айыҡ аҡылға таянмау. Классик әйт­кәнсә, бәлки «консерваторияла» нимә­нелер төҙәтергәлер? «Салауат Юлаев»тың финанс йәһәтенән КХЛ лидеры булмауы, был тәңгәлдә 7–10-сы урында килеүе аңлашыла. Бындай шарттарҙа «консерва­торияға» (етәкселеккә) айырым талаптар: ул бөтә вертикаль буйынса системалы, профес­сиональ эш алып барырға тейеш. Өфө, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлегә бик артта ҡалды», – тине. Дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ.
P.S. Мәҡәләне баҫырға әҙерләгәндә «Салауат Юлаев» клубы етәкселегенең Канада легионеры Натан Тодд менән һөйләшеп килешеүе билдәле булды.

Ә. ХЫЗЫРОВА.

Читайте нас