Спорт
7 Июнь 2024, 10:37

«Өфө» йәнә беренсе лигала

Белеүегеҙсә, финанс ауырлыҡтары һәм насар уйнауы арҡаһында республикабыҙҙың «Өфө» футбол командаһы Рәсәй Премьер-лигаһынан төшөп ҡалып, Икенсе лиганың Алтын дивизионына эләккәйне. Ул Икенсе лиганың 17-се турында «Краснодар – 2» командаһын ҡунаҡта 4:0 иҫәбенә еңеп, хәлен яҡшыртты. 31 градус эҫелек тә уйын темпын һүлпәнәйтә алманы.

Ике яҡтың да етеҙ уйнауына ҡарап, кемдең еңәсәген төҫ­мөрләү ҡыйынға төштө. «Өфө»­ләрҙең ҡапҡасыһы Олег Бак­лов алыҫтан осоп килгән тупты ҡулы менән тотоп маташҡанда саҡ яңылыш­ма­ны: бәхеткә кү­рә, туп ҡапҡа таяуына эләгеп, кирегә тә­гәрәне. Бер нисә минуттан ул йәнә яңылышты – был юлы тупты ырғытҡас, уны хужалар эләктерҙе. Ярай әле, һаҡсылар уяу булды. Ошонан һуң беҙҙең егеттәр ышаныс­лыраҡ уйнай баш­ланы.
15-се минутта Роман Па­севич үҙе генә алға сығып, алыҫтан бирелгән пасты ху­жалар ҡапҡаһына индерҙе. «Өфө»ләр комбинациялы уйы­ны, етеҙлеге һәм оҙайлы пастары менән дәғүәсегә бер ни ҙә ҡылырға бирмәне. 5-се минутта Рәсүл Гыстаров тупты эләктереү менән йәнә Пасе­вичҡа сойорғотто. Ро­ман иһә, үҙенә ҡама­сау­лаусылар бул­маған­лыҡтан, уны голға әй­ләндерҙе. Шулай уҡ ул өсөнсө голды индереп, хет-трик яһа­ны. Дүртенсеһе – Илья Молте­нинов иҫә­бендә.
«Өфө» ун ете уйында 32 мә­рәй йыйҙы. Һуңғы тур ал­дынан «Чайка»ның мә­рәйҙәре дүр­тәүгә әҙерәк. «Новоси­бирск» 16 уйында 27 мәрәй тупланы. Запастағы уйыны менән ул «Өфө»ләрҙе үтә ала. Тик бы­ның бер ниндәй ҙә әһәмиәте юҡ – хатта икенсе урын да беҙҙең командаға Рәсәйҙең Беренсе лигаһына сығыу мөм­кин­ле­ген бирә.
Әйткәндәй, уға Рәсәй футбол союзының киләһе миҙгелдә Икенсе ли­гала ҡат­нашыу мөмкин­леген биргән лицен­зияһы бирелде.
«Өфө» иртәгә Өфөлә Вол­гоградтың «Ротор»ы менән осраша. Командабыҙға уңыш теләйбеҙ.

Ә. ХЫЗЫРОВА.

Читайте нас