Спорт
10 Май 2024, 10:26

Хатта миҙалдары ла ярҙам итмәне

йәки Илебеҙҙең хоккей клубтары киләһе миҙгелгә әҙерләнә башланы

Рәсәй хоккей лигаһында төп приз – Гагарин кубогы өсөн уйындар тамамланыуға, клубтар етәкселеге, яңы миҙгелгә командаларын көсәйтеү маҡсатында, трансфер мөмкинлектәрен файҙаланырға кереште.

Бөтәһен дә иң аптыратҡаны – күрше Силәбе өлкәһенең «Трактор» коман­даһын плей-оффтың бронза миҙал­дарын яулауға килтергән баш тренер Алексей Завару­хинды Бенуа Гур тигән Канада белгесенә алмаштырыу. Клуб­тың генераль мене­д­жеры Алексей Волков белдереүенсә, уның менән килешеү ике йылға төҙөлгән. Ә инде элекке «баш»ҡа «Челмет» фарм-клубына барырға тәҡдим яһалған. Кү­рәһең, «трактор»сыларҙың тренеры клуб етәкселегендә, төп бағыусыларҙа белгес булараҡ өмөт уятмаған. Шуға, өсөнсө урынды уңышһыҙлыҡ тип иҫәпләп, унан ҡотолорға булғандар һәм ер аяғы  ер башынан килгән 56 йәшлек остаз төп призды яуларға ярҙам итер, тип өмөт­ләнәләр, ахыры. Быны киләһе миҙгел раҫлар. 
Ошо уҡ «Трактор»ҙың баш тренеры булып эшләгән, беҙҙең «Салауат Юлаев» коман­даһына дүрт уйында рәттән еңелеп, былтыр октябрь айында вазифаһынан бушатылған Әнүәр Ғәтиәтуллинды Ҡа­зандың «Аҡ барсы»на эшкә алдылар. Уны Новосибирскиҙың «Себер»е үҙенә са­ҡыртып, килешеп тиерлек бөткәндән һуң, Әнүәр Рафаил улы йылыраҡ Татар­стандың топ-клубының тәҡдименә ризалашты.
Ул Ҡазан клубы президенты һәм «Татнефть» асыҡ акционерҙар йәмғиә­тенең генераль директоры Наил Маганов менән 23 апрелдә осрашып, ике йылға иҫәпләнгән килешеү төҙөү хаҡында килешкәндәр. Күршеләр Илья Воробьев, Дмитрий Квартальнов һәм Алексей Кудашовтың кандидатураһын да ҡараған. Тик улар бер фекергә килгәнсе, тәүге тренерҙы ЦСКА үҙенә саҡырҙы. Ә ҡалған икәүһе үҙ командаларынан китмәне. Шунлыҡтан бүтән белгес табылмағас, татарҙар Силәбе вәкилен һайланы.
Әлбиттә, Татарстан көйәрмәндәре яңы «баш»ты ҡуйыуҙары менән риза түгел. Улар, беҙҙе «Трактор»ҙағы кеүек күңелһеҙ хоккей көтә, тип һанай. Әле команданы яңыртыу бара. Унда оҙаҡ уйнаған Дми­трий Кагарлицкий, Александр Радулов, иң күп аҡса алған һаҡсы Вячеслав Войнов кеүек «йондоҙ» уйынсылар менән ки­лешеү оҙайтылмаған. Әйтеүҙәренсә, 24 уйында 12 (4+8) мәрәй йыйған иң яҡшы бомбардир Вадим Шипачев менән дә хушлашыуҙары ихтимал. 37 йәшлек уйынсының тиҙлеге шәптән түгел, тигән һылтау менән уның 2025 йылға тиклем иҫәпләнгән килешеүен тауыш-тынһыҙ оҙайтмаҫҡа маташалар, имеш, тип яҙа күршеләр. Ул сағында клуб уға аҡса (неустойка) түләмәйәсәк.
Тағы бер вариант – Вадимды икенсе клубтарға тәҡдим итеп алмашыу. Тик йылына 75 миллион һум аҡса алып уйнаған һөжүмсегә юғары эш хаҡы түләрлек клуб табылыуы икеле. «Амур» ошондайыраҡ суммаға уны үҙенә алырға әҙер, тик хоккейсы Алыҫ Көнсығышҡа барырға теләмәй. Ни тиһәң дә, ғаиләле кешенең илдең бер яҡ осонан икенсеһенә йөрөргә теләмәүен аңларға мөмкин. Өсөнсө мөмкинлек – Шипачевты баш тартыу драфтына ҡуйыу. Унда уйынсыны 48 сәғәттә теләһә ҡайһы клуб үҙенә алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Ҡыҫҡаһы, Әнүәр Ғәтиәтуллин тиҙлекле хоккей командаһы тупламаҡсы була. Ошо маҡ­сатта 27 йәшлек тәүге яңы уйынсыны – Егор  Коршковты алғандар ҙа инде.
Гагарин Кубогын яулаған «Металлург» командаһы форвардтар Максим Мө­хәммәтов һәм Данил Квартальнов менән хушлашты.
Унан алда «Магнитка»ның өмөтлө уйын­сыһы Никита Гребенкин НХЛ-дың «Торонто» клубынан саҡырыу алып, уның менән өс йыллыҡ килешеү төҙөп, АҠШ-ҡа китте.
Солигорск «Шахтер»ы һөжүмсеһе Ми­хаил Шалагин «ҡорос ҡойоусылар» са­фына ҡушылды.
Күршеләр «Салауат Юлаев»тың 23 йәш­лек һөжүмсеһе Данил Башкировҡа юғары эш хаҡы вәғәҙә итеп, үҙенә ҡо­ҙаланы. Йәғни Данил өс йыллыҡ килешеү төҙөһә, тәүге йылда –30, ҡалған икәүһендә 33-әр миллион һум аҡса аласаҡ. Был беҙҙәгенән өс тапҡырға күберәк. Шун­лыҡтан йәш уйынсы ымһындырғыс тәҡ­димгә риза булған. Өфө клубы уны үҙ-ара килешеү нигеҙендә ебәрһә, КХЛ ре­гламентына ярашлы, уға 45 миллион һумға тиклем аҡсалата компенсация түләнәсәк.
 Беҙҙекеләрҙең Данилды ҡалдырырға теләмәүенең сәбәбе – уға булған өмөттөң тулыһынса аҡланмауы, сөнки уны 17 йәшлек сағында Төмәндең «Югра»һынан тәүҙә «Толпар»ға саҡырып, унан «Торос»та үҫтереп, төп командаға алдылар. Уҙған миҙгел Данил өсөн контракт йылы булды. Ә бындай мәлдә уйынсынан тулыһынса асылыуын, уйынының сифаты яҡшы­рыуын көтәләр. Башкиров был маҡсатҡа өлгәшмәне – 64 уйында 25 (9+16) кенә мәрәй йыйҙы. Уны топ-6-ла һынанылар,   боҙға йышыраҡ сығарҙылар. Һөжүмсе оҙайлы тотороҡло уйын күрһәтә алманы, йәғни алға китеш һиҙелмәне. Шулай ҙа миҙгел башында «Металлург» менән осрашыуҙа хет-трик яһаны. Бәлки, яңы командала ул үҙ уйынын табыр, тип өмөтләнәйек. Башҡортостан клубы етәк­селеге, бөтәһен дә төрлө яҡлап баһа­лағандан һуң, Данилды ебәрергә ҡарар итте.
Ә инде өфөләргә килгәндә, «Салауат Юлаев» клубы етәкселеге төп фор­вард­тарыбыҙ Джошуа Ливо, Александр Хме­левский, универсал уйынсы Владислав Ефремов, Данил Алалыкин, Артем Пи­менов менән килешеп, уларҙы  үҙендә ҡалдырҙы.
Өфөлә алты йыл уйнап, көйәрмән­дәрҙең ихтирамын яулаған һаҡсы Павел Коледов, һөжүмсе Евгений Тимкин, ҡапҡасы Илья Ежов команданан китте.
Тренерҙар штабы ла билдәле булды.
2024–2025 йылдарҙа юлаев­сы­ларҙы баш тренер Виктор Козлов күнек­терәсәк. Уға һаҡсылар ме­нән эшләүсе һәм әҙселектәге уйын өсөн яуаплы Николай Цу­лыгин, «Толпар»­ҙың элекке баш тренеры Вла­димир Пота­пов яр­ҙам итәсәк. Уйынсы карьераһын тамам­лаған Ев­гений Бирюков та Виктор Коз­лов штабына һаҡ­ланыу ли­нияһы һәм йәштәр менән эш­ләү өсөн яуаплы тренер бу­лараҡ индерелде.
2022 йылдан бирле хоккей­сы­ларҙы физик яҡтан әҙер­ләүсе Канада белгесе Адриан Вальво менән дә килешеү оҙай­тылды. Ә ҡапҡасылар тренеры Олег Фи­лимонов, ике йыл эш­лә­гәндән һуң, беҙҙән китергә булды. Уры­нына Тө­мәндең «Юг­ра» хоккей клу­бынан Дмитрий Мезенцев саҡы­рылды.
Әле трансфер «тәҙрә»һе асыл­ды ғына. Командалар, финанс мөм­кинлектәренә ҡа­рап, кему­ҙарҙан составын тупландыра. Кем әйт­мешләй, йыл йөрөмәй атты маҡтама, тигәндәй, яңы миҙгелдә яңы «аттар»ҙың ни­сегерәк «юрты­уын» күрербеҙ.

Ә. ХЫЗЫРОВА.

Читайте нас