Спорт
29 Март 2024, 09:43

Һай, Урал егеттәре!

Улар ике лидер команданы кубок өсөн көрәштән мәхрүм итте 

Рәсәй Континенталь хоккей лигаһының сирекфинал уйындары аҙағына яҡынлашып, Урал төбәгенең ике командаһы беренселәрҙән булып ярымфиналға сыҡты. 

Тәүгеһе – беҙҙең «Салауат Юлаев»ты Кубок өсөн көрәштән төшөрөп ҡалдырған «Трактор» командаһы баш тренеры Алексей Заварухин етәкселегендә Силәбелә 22 март-та үткән дүртенсе осрашыуҙа Мәс­кәүҙең «Динамо»һын 5:4 иҫәбенә еңде. Күршеләр ярымфиналда Ярославлдең «Локомотив»ы менән Омскиҙың «Аван­гард»ы осрашы­уында еңгән команда менән уйнаясаҡ. Әлеге мәлдә Ярославль ко­мандаһы серияла 3:2 иҫәбе менән алда бара. Ул «Авангард» менән Омскиҙа 26 мартта уйнаны. Бишенсе уйында Себер егеттәре «теш» күрһәтеп, Кубокка төп фаворитты еңеүгә өлгәште.
«Динамо» менән «Трактор» 2013 йылда Гагарин Кубогы финалында осрашып, мәскәүҙәр серияла 4:2 иҫәбе менән еңеп, ике тапҡыр рәттән төп титулды яулағайны. Ошонан һуң ул плей-оффтың икенсе раундынан ары үтә алмай этләнә.
«Трактор»сылар иһә биш тапҡыр КХЛ-дың ярымфиналына сығып, унда бер тапҡыр ғына үтте.
КХЛ тарихында тәүге тапҡыр киҫелешле система индерелде, йәғни унда Көнбайыш конференцияһының командалары Көн­сығыштыҡы менән уйнарға тейеш. «Ди­намо» үҙ  Конференцияһында ла, дөйөм турнир таблицаһында ла даими чемпионат һөҙөмтәләре буйынса тәүге урынды биләне. Силәбеләр Көнсығышта ал­тынсы урын алды. «Трактор» Кубокка дәғүә итеүсе лидерҙы артыҡ көсөргәнмәй генә дүрт уйында еңеп, белгестәрҙең фа­раздарын юҡҡа сығарҙы.
Күрше Екатеринбуртың Николай За­варухин етәкләгән «Автомобилист» ко­мандаһы серияла 4:1 иҫәбенә алға сығып, 25 мартта Санкт-Петербургтың 22875 кө­йәрмәне алдында СКА командаһын 5:4 иҫәбенә ҡыйратып, ярымфиналға сығып, сенсация яһаны. Ә бит был осрашыуҙа Роман Ротенбергтың егеттәре иҫәп буйынса алда бара ине. Урал хоккейсылары характер күрһәтеп, ныҡышмалылыҡ менән уларҙан еңеүҙе тартып алды һәм артабанғы көрәштән мәхрүм итте. Ул «Металлург» менән Мәскәүҙең «Спартак» командаһы араһындағы уйында еңеүсе менән сә­кәләшәсәк. «Ҡорос ҡойоусылар»ҙы мәс­кәүҙәр еңеп, серияла иҫәп 2:2 булып тигеҙләште.
Башҡа хоккей яңылыҡтарына килгәндә, «Салауат Юлаев»тың генераль директоры Ринат Бәширов 25 мартта үткән матбуғат конференцияһында Виктор Козловтың баш тренер булып ҡаласағы хаҡында белдерҙе. Әлбитттә, көйәрмәндәр был хәбәрҙе әллә ни ҡыуанып ҡабул итмәне, тәнҡит һәм әр яуҙырҙы. Ҡапҡасыбыҙ 37 йәшлек Илья Ежов менән хоккейсы Евгений Бирюков карь­ераһын тамамлауҙары хаҡында хәбәр иткән.
Билдәле тренер Зиннәтулла Биләлет­динов та, «Аҡ барс»тың быйылғы уңыш­һыҙлығынан һуң, тренерлыҡ карьераһына нөктә ҡуйған.
Санкт-Петербургта Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһының плей-оффында ярымфинал уйындары тамамланды. Унда беҙҙең «Ағиҙел» хоккей командаһы ҡыҙҙары урындағы «Динамо–Нева»ға буллиттар серияһында 2:3 иҫәбенә еңелеп, «алтын» өсөн артабанғы көрәштән төшөп ҡалды. Улар серияла 1:3 иҫәбенә еңелде һәм «бронза»ға ғына өмөтләнә ала. 

Ә. ХЫЗЫРОВА.

Читайте нас