Быйылғы плей-оффтың сирекфинал уйындары хоккей көйәрмәндәренә ысын байрам бүләк итһә, айырым командаларҙың уйындары белгестәрҙең фараздарын өлөшләтә юҡҡа сығарҙы.
Белеүегеҙсә, сирекфиналда Көнсығыш конференцияһының дүрт командаһы Көнбайыштың дүрт командаһы менән уйындарҙы башланы ла инде. Әлегә осрашыуҙарҙа 3:1 дөйөм иҫәбе менән «Көнсығыш»тар алға сыҡты. Беҙҙе бигерәк тә Урал зонаһы клубтары шәп һөҙөмтәләре менән ҡыуандыра.
Ағайлы-ҡустылы ике туған Николай һәм Алексей Заварухиндарҙы, тренер булараҡ, быйылғы миҙгелдең асышы, тип әйтергә мөмкин. Тәүгеһе Екатеринбургтың «Автомобилист» командаһын етәкләп, Санкт-Петербургтың еңелеү белмәҫ СКА-һын ике осрашыуҙа ла уның боҙонда еңеүгә килтерҙе.
Икенсеһе – Силәбе «Трактор»ының «башы» беҙҙең «Салауат Юлаев»ты Кубок өсөн алыштарҙан төшөрөп ҡалдырыу ғына түгел, Мәскәүҙең «Динамо»һын егеттәре менән өс уйында ла ыһ та итмәй еңде.
Ут күршебеҙ – Магнитогорскиҙың бер нисә тапҡыр Гагарин Кубогын яулаған «Металлург»ы Андрей Разин етәкселегендә быйыл да һынатмай – ярымфиналда Мәскәүҙең «Спартак» командаһын ике уйында ла ҡоро иҫәпкә тар-мар итте.
Хоккей һөйөүселәрҙе лә, белгестәрҙе лә шулай уҡ хайран ҡалдырған команда – Ярославлдең «Локомотив»ы. Хәтерегеҙҙәлер, 2011 йылдағы авиаһәләкәттә тимер юлсыларҙың командаһы тулыһынса һәләк булып, ҡала хоккейһыҙ ҡалғайны. Шөкөр, клуб етәкселеге үҙ тәрбиәләнеүселәренән өр-яңы команда туплап, ул йылдан-йыл уйынын яҡшырта килеп, бөгөн Ярославлдең элекке данын ҡайтарырлыҡ кимәлгә күтәрелде.
«Локомотив» ярымфиналдың тәүге уйынында еңеп, икенсеһендә «Авангард»ты 7:0 иҫәбенә ҡыйратты. Һөҙөмтәлә Омск хоккей клубы етәкселеге ошо уңышһыҙлыҡтан һуң «Авангард»тың баш тренеры Михаил Кравецты вазифаһынан бушатты.
20 мартта «Трактор» менән «Динамо» өсөнсө уйынды үткәреп, мәскәүҙәрҙе 3:2 иҫәбе менән еңеп, төп призға елле аҙым яһаны, «Локомотив» «Авангард»ҡа овертаймда 2:1 иҫәбенә еңелде.
Кисә «Автомобилист» менән СКА, «Спартак» менән «Металлург» осрашты.
Бөгөн, «Трактор» менән «Динамо», «Локомотив» менән «Авангард» уйнай, иртәгә «Автомобилист» менән СКА, «Спартак» менән «Металлург» осраша.
Ошо уйындарҙан һуң төп Кубокка ҡайһы команданың нығыраҡ ынтылғаны асыҡланасаҡ та инде.
Бәхил бул, тренер!
«Салауат Юлаев»тың тренеры Константин Кольцов Америкаға һөйгән ҡыҙы – белорус тениссыһы Арина Соболенко менән осрашыу һәм уны Майамиҙағы ярыштарҙа ҡеүәтләү өсөн барып, 18 март төнөндә шунда вафат булған. Үлем сәбәбе – көтмәгәндә тромбы өҙөлгән, тиелгән.
Кольцов Минскиҙа тыуған. «Юность» хоккей мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе. 1998 йылға тиклем балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр командаларында уйнай. Илдең йыйылма командаһы составында 2002 йылда Солт-Лейк-Ситиҙа һәм 2010 йылда Ванкуверҙа уҙған Олимпиадаларҙа ҡатнаша. йәш спортсы КХЛ менән НХЛ клубтарында ла үҙен һынай. Рәсәйҙең континенталь хоккей лигаһының «Северсталь» (Череповец), «Металлург» (Новокузнецк), «Аҡ барс» (Ҡазан), «Спартак» (Мәскәү), «Атлант» (Мәскәү яны), «Салауат Юлаев» (Өфө) командаларында, Белоруссияның «Динамо» клубында ла уйнай.
2011 йылда Өфө клубы составында Гагарин Кубогын яулай.
2016 йылда белорус егете спорт карьераһын тамамлап, тренерлыҡ эшенә тотона. Үҙ иленең «Динамо» командаһында ассистент була, «Брест», «Динамо-Молодечно» командаларын етәкләй. Өс йыл Мәскәүҙең «Спартак» командаһының тренерҙар штабында тәжрибәһен арттырғандан һуң, «Салауат Юлаев» командаһына һөжүмселәрҙе әҙерләүсе тренер итеп саҡырыла.
Бәхил бул, тренер!
Ә. ХЫЗЫРОВА.