Спорт
22 Марта 2024, 09:35

Матай менән – Һиндостанға

17 ғинуар. Рәхимәрхән тигән ҡалаға килеп еттем, 5600 һумға ҡунаҡхананан бүлмә алдым. Ныҡ арытҡайны, арзанырағын эҙләп йөрөйһө килмәне. Иртәнге ашты бешереп ашаттылар, хужаһы килеп танышты, фотоға төштө. 
Һиндостан сигенә, Лахоре тигән ҡалаға, юлға сыҡтым. Оҙатыусылар миңә, һине полицейскийҙар ҡаршы алырға тейеш, тип ебәргәйне. Ҙур йөк машинаһы артына йәшенеп, уларға күренмәй генә үтеп киттем. Конвойһыҙ юғары тиҙлектә, үҙ яйыңа бараһың, туҡтап, тәбиғәтте ҡарап алырға ла була. Ошо рәүешле 5 – 6 посты үттем, мине туҡтатманылар. Бер ҡала янында юғары тиҙлекле трассаға инеп ҡараным, ләкин ҡыуып сығарҙылар. Был яҡта көн йылы, бындай йәшеллекте тәүгә күрәм: ағаслыҡтар, йәйрәп ятҡан баҫыуҙар. Лахоре ҡалаһына етәрәк юл буйындағы тәғәмханаға туҡтағайным, егеттәр күмәс һәм балыҡ ите менән һыйланы. По­лицейскийҙарҙы ашатыуым миңә сауап булып әйләнеп ҡайтты, күрәһең, тип уйлап ҡуйҙым. Ниһайәт, иртәгә Һин­достан сиген үтәсәкмен!
19 ғинуар. Йоҡо туйғансы ял иттем, сөнки Һиндостан сиге ни бары 30 саҡрым алыҫлыҡта ғына. Ҡунаҡханала йыуған кейемемде кондиционер менән киптереп, юлға сыҡтым. Бында, мунсалағы шикелле, юлда пар боҫраған кеүек көслө томан күтәрелгән. Пакистан сиген үтеү ауыр булманы, документтарҙы ғына тикшерҙеләр. Шунда уҡ ҡулаҡсамды һинд, аҡсаһына алмаштырып алдым. 
Һиндостан яғы шунда уҡ матурыраҡ булып күренде, һәр хәлдә тәртип бар, сүп-сар әҙерәк. велосипедта таможня хеҙ­мәткәре, мине эйәртеп, документ тикшереүгә алып йөрөнө, инглизсә бик ауыр һөйләшәләр, шуныһы ауыр булды. Менталитеттары сәпсим башҡаса, шарылдашып, ҡысҡырып һөйләшәләр. Һинд киноһында ла иң тәүҙә шул күҙгә ташлана бит. 
Таможнянан һуң юлдағы тәүге тә­ғәм­ханаға туҡтаным. Бында халыҡ Һиндостан һәм Пакистан флагын төшөрөү тан­та­наһына йыйыла башланы. Мин тәғәмхана янында һинд егеттәре менән танышып алдым, үҙебеҙҙең 100 һумлыҡ аҡсаны бүләк иттем, улар битемә Һиндостан флагын төшөрҙө. Көндөҙгө сәғәт дүрттә Һиндостан һәм Пакистан хеҙмәт­тәш­легенә, татыулығына бағыш­ланған тантана башланды. Был – үҙе бер тамаша. Тәүҙә кино ҡарап ултырған кеүек булды, һинд ҡыҙҙары һәм егеттәре төрлөсә бейей, йырлай, һикерә. Тантана уртаһына халыҡ тағы ла күбәйҙе, бөтәһе лә ҡушылып йырлай, ҡул саба. Пакистан яғында кешеләр әҙерәк ине. Сара һуңында ике илдең һаҡсылары бер-береһенә ҡаршы йүгереп, марш атлап, бер-береһен уҙырға тырышып, төрлөсә хәрәкәттәр күрһәтте. Иң аҙаҡтан бер-береһенең ҡулын ҡыҫып, борғо тауыштарына ҡап­ҡаларын ябып ҡуйҙылар. Быны һүҙ менән генә һүрәтләп булмай, үҙ күҙҙәрең менән күрергә кәрәк. Мин ошо мөхитте ҡарар өсөн генә тағы ла Һиндостанға барыр инем. 
Тантана бөткәс, Һиндостандың тәүге Амритсар тигән ҡалаһына юлландым, ҡунаҡхананан номер алдым. Уның ху­жаһы менән һөйләшеп, өйөнөң ишек алдына матайымды индереп ҡуйҙым. Амритсар – сикх диненең баш ҡалаһы. Сикхизм – ислам һәм һинд диненең ҡу­шылыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән дин. Интернет аша Башҡортостандан Һиндостанға күсеп барған Ирина исемле апай менән танышҡайным. Ул миңә сим-карта һатып алырға ярҙам итте. 
Һинд кафе-ресторандарында һыйыр ите бөтөнләй тәҡдим ителмәй. Һинд­тарҙың изге хайуаны бит. Беҙҙә киң таралған «KFC» кафеһына инеп сыҡтым, унда ла һыйыр итенән бер ни ҙә юҡ. Булған аҙыҡтары әсе боросло, береһен ашап ҡарағайным, күҙҙән йәштәр килеп сыҡты. 
Пакистанда мотоцикл ныҡ бысран­ғайны. Артыҡ иғтибар йәлеп итер тип,  йыумай килә инем. Бында инде матайымды йыуҙыртып алғас, ялтырап китте, өр-яңымы ни! Бындай матайҙа йөрөү тағы ла күңеллерәк. 
«Хармандир-Сахиб» исемле бер ҙур ғибәҙәтханаға туҡталдым. Беҙҙеңсә, Ал­тын ҡорам була. Тышта һалҡынса, ә ҡорамға тик ялан аяҡ ҡына инергә ярай. Аяҡ кейемемде тапшырғас, мин дә аяғымды сайып индем. Ишектән инеү менән, кешеләр доға ҡыла. Ғибәҙәтхана ныҡ ҙур, уртаһында күл бар. Күлдең уртаһында тағы бер ҡорам, уның күп өлөшө алтындан эшләнгән, кешеләр унда инеү өсөн сиратта тора. Иң ҡыҙығы, хатта күлдә лә алтын төҫөндәге балыҡтар ялтырап йөҙә. Ғибәҙәтхана биләмәһендә бушлай ашхана эшләй, унда көнөнә 60 меңдән ашыу кеше ашап сыға. Кешегә бушлай йоҡо урындары ла бирәләр. Сығып бар­ғанда мине лә банан менән һыйланылар. 
Ҡала менән танышып йөрөгәнсе ҡа­раңғы төшә башланы, бара торғас, бер баҙарға барып сыҡтым. Кейем-һалым беҙҙәгенә ҡарағанда, өс – биш, хатта ҡайһылыр осраҡта ун тапҡырға арза­ныраҡ. Урам буйында күбеһенсә ҡамыр аштары әҙерләйҙәр, 30 – 50 һумға туйғансы ашарға була. Тик миңә ул оҡшаманы. Үҙемә таныш булған шәрбәт, лукум кеүек тәмлекәстәр һәм төрлө емеш һатып алып ашаным. Бер йәш парҙан, ҡайҙа бешкән ит һатыла, тип һорағайным. Миңә юлды өйрәтергә ризалаштылар, үҙебеҙ ҙә шул яҡҡа юл тотабыҙ, тик                10 минут барырға кәрәк, тинеләр. Тегеләр миңә магазинды күрһәтте лә ары китте. Ниһайәт, тамаҡ туйҙырам, тип инһәм, баҡһаң, бында сей ит кенә һатыла икән. Ҡунаҡханаға ҡайтып еткәнсе, бер нисә тапҡыр аҙашырға тура килде. 
21 ғинуар. Дели ҡалаһы яғына юлға сыҡтым, унда бер көндә барып етергә лә була. Ләкин төрлө ерҙә туҡтап, Һин­достандың иҫтәлекле урындарын ҡарарға булдым. Тағы ла шуныһы, юлда шәп барып булмай, сөнки ауылдар йәйелеп ята, сауҙа урындары, баҙарҙары һуҙылған. Кешеләр аптырамай ҙа, машинаһын юл уртаһына ҡалдырып китергә мөмкин. Мәҫәлән, бер ауылда юлды ҡаплап, бер байрам үткәреп яталар, ниндәйҙер ашам­лыҡ тотоп алып, мине лә килеп саҡыр­ҙылар. Мин иһә юлымды артабан дауам иттем һәм Амбала ҡалаһына килеп еттем. 
Нимәһе уңайһыҙ, Һиндостанда ҡу­наҡ­ханаларҙың ябыҡ парковкаһы юҡ, мотоциклды урамда ҡалдырғы килмәй. Шуға ла баҫҡысҡа таҡта һалып, матайымды беренсе ҡатҡа индереп ҡуйҙым. Ҡунаҡ­ханаға урынлашырға йөрөгәндә хужаһы малайын эйәртеп килде, минең менән таныштылар. Бөтә уңайлыҡтары булған бүлмәне бирҙеләр. Һәйбәте һәйбәт, тик һалҡынса, ҡышҡыһын – 5-7 градус, йәй­геһен – 35-45 градус йылы. Үҙҙәре өйрә­неп бөткән. Бер бәләкәй генә йылытҡыс алып килеп бирҙеләр, шуны ҡосаҡлап тигәндәй йоҡлап киттем. 
Бөгөн – сәйәхәтемдең иң аҙаҡҡы ҡала­һына барып етә торған көн. Көн һәй­бәтләнде, йөрөүе еңелерәк, баш ҡалаға етәрәк юлдар ҙа иркенерәк. Кешеләр ҙә, транспорт та күбәйҙе, шулай итеп, Дели ҡалаһына барып ингәнемде аңламай ҙа ҡалдым. Иң беренсе күҙгә ташланғаны – паркта банан ашап ултырған маймылдар. 
Был ҡаланы нисектер башҡасараҡ тип күҙ алдына килтергәйнем, ай буйы юлда килеп арығанғамы, кеше мыжғып тор­ғанғамы, Делины бик ауыр ҡабул иттем. Кеше иҫ киткес күп, тауыш, техника... Сағыштырып ҡарағанда, Мәскәүҙә – 13 миллион кеше, Делила 16 миллион кеше йәшәй. Бында бейек йорттар ҙа юҡ, урамдары ныҡ тар. Ҡайһы берҙәрен үтерлек түгел. Саҡ-саҡ ҡунаҡхана эҙләп таптым да, Һиндостан Ҡапҡаһы тигән монументты ҡарарға киттем. Ул ҡаланың уртаһында тора, бейеклеге – 42 метр. Тик һиндтарҙың дини байрамдары бара икән, ошо арҡала бикле булып сыҡты. Байрам уңайынан урам буйына шәмдәр ултыртып бөткәндәр, бөтә ерҙә лә сәскәнән яҙыуҙар, биҙәүестәр ҡуйылған.
Мотоциклды ҡунаҡханала ҡалдырҙым. Ҡуртымға «Тук-тук» алып, шуның менән ҡала буйлап йөрөнөм. Иҫтәлекле урындарын ҡарап сыҡтым, ят ризыҡтарын ауыҙ иттем.
23 ғинуар. Сәйәхәтемдең был этабында мотоциклымды Дели ҡалаһында ҡалды­рырға булдым. Алдан бер мотосервистың хужаһы менән һөйләшеп ҡуйғайным. Уның янындағы ҡунаҡханаға күстем. Бында мотосервистар, автомобилдәр ремонтлау, һатыу нөктәләре урынлашҡан. Үҙемә күңеллерәк шөғөл таптым: көндөҙ техника ҡарайым, кисен баҙарҙа ту­ғандарыма сувенирҙар һайлайым. Ҡур­тымға мотоциклдар биргән ҡатын менән һөйләшеп, «тимер ат»ымды өс айға гаражға ҡалдырҙым. 
Ҡырмыҫҡа иләүендәй мыжғып торған ҡалала үҙемде иркен тоя алманым. Шуға ла бер нисә көн алдан билетымды алмаштырып алдым да Мәскәүгә остом. Сәйәхәт мажаралы булды, бер аҙ арытты ла. Ярай, оҙаҡламай яңы көстәр менән кире әйләнеп ҡайтырға насип булһын. Артабан мине Непал, Таиланд, Лаос, Вьетнам һәм Камбоджа илдәре көтә. Күрешкәнгә тиклем, Дели!
Ғәзим МӨХӘМӘДЙӘНОВ. 

Читайте нас