йәки Көткән өмөттәр ниңә аҡланманы?
Их, булмағас булмай икән йүкәлә сәтләүек! Рәсәй хоккей лигаһының даими чемпионатында көнсығыш конференцияла өсөнсө урында тамамлаған «Салауат Юлаев» командаһы күрше Силәбе өлкәһенең «Тракторы»на хәл иткес һуңғы уйында 2:4 иҫәбенә еңелеп, плей-оффтың сирекфиналынан уҡ төшөп ҡалыр, тип бер кем дә уйламағандыр. «Йәшел дружина»ның ысын көйәрмәндәре аҙаҡҡаса мөғжизәгә ышанды: еңелеп барғанда ла ихтыяр көсөн туплап, ул нисәмә уйында нисә тапҡыр Еңеү атының башын үҙ яғына ҡайыра ине.
Ә бит былтыр октябрь айында тап өфөләргә даими еңелгәне өсөн күршеләребеҙҙең баш тренеры Әнүәр Ғәтиәтуллинды вазифаһынан бушаттылар. Урынына «Трактор» хоккей клубы тәрбиәләнеүсеһе, уның ярҙамсыһы Алексей Заварухинды ҡуйҙылар. Яңы «баш» ҡуйылһа ла, чемпионатта беҙҙекеләр «трактор»сыларҙы ыһ та итмәй еңеп килде. Шуға плей-оффтың тәүге раундында уларҙы еңел генә үтерҙәр кеүек тойолғайны. «Регулярка»ла биш уйында ҡапҡабыҙҙы «ҡоро» тотҡан ҡиммәтле ҡапҡасыбыҙ Александр Самонов та, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, иң кәрәкле мәлдә ышанысһыҙ уйнаны. Шулай булмаһа, ике шайбаға өҫтөнлөктө юғалтыуҙы нисек аңларға? Иван Дроздов, Джош Ливо, Александр Хмелевский кеүек һәр уйында гол индергән бомбардирҙарыбыҙ ҙа тырышты, әлбиттә. Уларҙың звеноһына рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ. Ә башҡа егеттәребеҙҙең күпселеге тигеҙ уйнаманы.
Мәҫәлән, тәүге ике звенола уйнарға тейешле Данил Алалыкин, Сергей Башкиров, Алексей Пустозеров кеүек йәштәр уйындан-уйынға оҫтарып, командабыҙға һөҙөмтә килтерергә тейеш ине. Улар үҙҙәренә ҙур ышаныс күрһәткән клуб етәкселегенең дә, көйәрмәндәрҙең дә ышанысын аҡламаны.
Данил Алалыкин 40 уйында – 3, Сергей Башкиров 64 уйында – 9 тапҡыр ҡаршы команданың ҡапҡаһын «сылатһа», Алексей Пустозеров бер шайба ла индермәне. Күпселектә боҙға сыҡҡан был өсәүҙең бөтәһенә 12 гол бик әҙ, минеңсә. Өфөлә икенсе йыл уйнаған 37 йәшлек Николай Кулемин, йәғни «ҡартлас», был миҙгелдә 13 гол индереп, уларҙы уҙып китте.
Ҙур өмөт бағланған Александр Шаров, Матвей Гуськов һәм Вячеслав Лещенко ла «Салауат»тың уйынына «ут» өҫтәргә тейеш ине. Был егеттәрҙән Саша ғына тырышты, тик быйыл голдарҙы былтырғыһынан унауға әҙерәк индерҙе. Ә инде ҡалған икәүһенең потенциалын күрмәнеләрме, улар миҙгел башында күренде лә аҙаҡ уйындарҙа ҡатнаштырылманы.
Шулай уҡ, «Спорт-экспресс» яҙыуынса, миҙгеленә 60 миллион һум эш хаҡы алған иң ҡиммәтле һаҡсыһы Михаил Науменков та әллә ни ҡыуандырманы. Һаҡсының бурысы дәғүәсенең һөжүмселәрен ҡапҡаға яҡынлатмау, мөмкинлегенә ҡарап, иптәштәренә пас биреүҙән һәм гол индереүҙән ғибәрәт. Ә ул, киреһенсә, «Трактор» менән хәл иткес бишенсе осрашыуҙа, кәрәкмәгәндә хаталанып, был күршеләрҙең беҙҙекеләр ҡапҡаһына еңеү шайбаһы индереүенә килтерҙе.
Үҙҙәре элекке хоккейсылар булған тренерҙар штабына ла дәғүә бар. Ниңәлер ике миҙгел рәттән юлаевсылар күпселектәге уйынын рәтләй алмай. Дәғүәсе ҡапҡаһына туҡтауһыҙ һөжүм итһәләр ҙә, һөҙөмтә юҡ. Был да бик уйландыра.
Көнсығыш конференцияһында даими чемпионатты былтыр икенсе урында тамамлап, шулай уҡ плей-оффтың сирек финалында «Адмирал»ға әлеге лә баяғы 2:4 иҫәбенә еңелеп, быйыл да тәүге раундта төшөп ҡалған командабыҙ 13-сө йыл инде аҫҡа тәгәрәгәндән-тәгәрәй. Бында төп ғәйеп уйынсыларҙа ғына түгел. Төп ғәйеп – республикабыҙҙың төп командаһының эшмәкәрлеген тейешенсә ойоштора алмаған клуб етәкселегендә. Былтырғы уңышһыҙлыҡтан һуң «Салауат Юлаев» хоккей клубының генераль директоры Ринат Бәширов, команданы туплау бара, был миҙгел күсеү осоро, тип көйәрмәндәрҙе тынысландырырға тырышты. Былтыр июлдә иһә: «Команда миҙгел башына тулыландырылды, беҙ көсәйҙек, күп нәмәне иҫәпкә алдыҡ», – тип тә белдергәйне. Ниңәлер, «күсеү осоро» улар теләгәнсә килеп сыҡманы. Быға өфөләрҙең дүрт йыл генераль менеджерһыҙ эшләүе лә булышлыҡ иткәндер. Тап ошо кәрәкле вазифаның бөтөрөлөүе төп составҡа уйынсылар эҙләп, команданы туплағанда ла, башҡа ойоштороу эштәрен башҡарғанда ла үҙен һиҙҙерҙе.
Республикабыҙҙың милли геройының исемен йөрөткән, 60 йыллыҡ тарихы булған «Салауат Юлаев»тың йылдан-йыл мәсхәрәгә ҡалыуында аҡса мәсьәләһе лә төп урынды биләй. Үҙәк спорт каналдары һәм баҫмалары хәбәр итеүенсә, «Роснефть» компанияһы «Башнефть» компанияһын «йотҡандан» һуң, мәскәүҙәр клубты финанслауҙы йыл да һиҙелерлек ҡыҫҡарта һәм тотҡарлай икән. Хоккейсыларға аҡса плей-офф башланғас ҡына өлөшләтә күсерелгән. Буштың атаһы үлгән, тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Тейешле аҡсаны ҡасан күсереүҙәре билдәһеҙ булғанда, бер ниндәй команданың да артыҡ ныҡ тырышмаясағы көн кеүек асыҡ.
Плей-офф уйындары башланыр саҡта Ринат Бәширов республика Башлығы менән миҙгел алдынан булған һөйләшеүҙе иҫенә төшөрөп: «Мин Радий Хәбировҡа, хәҙер Козловты ебәреү ғәҙел булмаясаҡ, әгәр ул был миҙгелдә йөкмәтелгән бурысты үтәмәһә, шунда ебәрербеҙ, тинем. Башлыҡ: «Һине лә», – тип өҫтәне», – тигәйне.
Күрәһең, бөгөн тап шундай көн етте. Командабыҙға белдекле генераль директор һәм генераль менеджер ҡуйылырға тейеш. Һәм тап шундай ысын профессионалдар килеп, яңы тренерҙар штабын саҡырһа, миллион һумдар түләп тә файҙаһы теймәгән уйынсыларҙы ебәреп, составты яңыртһа, үткән миҙгелдәге хаталарҙы анализлап, уларҙан һығымта яһаһа һәм мәскәүҙәр менән уртаҡ тел табып, финанслау мәсьәләһен хәл итһә генә, командабыҙҙы түбәнгә төшөүҙән һәм тарҡалыуҙан ҡотҡарасаҡбыҙ.
Әйткәндәй, Башҡортостан көйәрмәндәре, клуб етәкселеген һәм тренерҙар штабын отставкаға ебәреүҙе талап итеп, икенсе тапҡыр республика етәкселегенә петиция яҙған. Унда: «Был кешеләр был вазифаларҙы биләргә һәм бай тарихлы клуб менән етәкселек итергә тейеш түгел», – тиелә. Дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ.
Башҡа командаларға килгәндә, Татарстандың «Аҡ барсы» – Екатеринбургтың «Автомобилисы»на Мәскәүҙең ЦСКА-һы – Ярославлдең «Локомотив»ына, Минскиҙың «Динамо»һы – Мәскәүҙең «Динамо»һына, Череповецтың «Северстал»е – Мәскәүҙең «Спартагы»на, Хабаровскиҙың «Амур»ы – Магнитогорскиҙың «Металлургы»на, Түбәнге Новгородтың «Торпедо»һы СКА-ға еңелеп, беҙҙекеләр кеүек, тәүге раундта уҡ төшөп ҡалды.
16 мартта А төркөмөндә «Динамо» (Мәскәү) менән «Трактор» (Силәбе), «Авангард» (Омск) менән «Локомотив», 17 мартта Б төркөмөндә «Металлург» (Магнитогорск) менән «Спартак» (Мәскәү), СКА (Санк-Петербург) менән «Автомобилист» (Екатеринбург) ярымфинал уйындарын башлай.
Беҙгә күршеләрҙең командалары өсөн «көйөргә» генә ҡала.
Ә. ХЫЗЫРОВА.