Спорт
8 Март 2024, 09:26

Матай менән – Һиндостанға

7 ғинуар. Фарсы ҡултығына тиклем 200 саҡрым тирәһе ҡалды. Юлдағы тәбиғәт үҙгәрҙе, урыны-урыны менән яйлап оазистар килеп сыға башланы. Бара торғас, йәшеллек күбәйҙе, бер ерҙә хөрмә баҡсаһын күреп ҡалдым. Юлдан төшөп ҡарап торам, хөрмә ағастары бик күп, тауҙан ағып төшкән йылға буйында үҫәләр икән. Был юл, минеңсә, Ирандың ин матур юлы. Тәбиғәт үҙгәреп кенә тора, дөгө баҫыуҙары, тауҙарҙағы ҡарҙар, шул уҡ тигеҙ сүллекле урындар. Юл миңә оҡшаны. Кискелеккә Сираф тиган ауылға барып та еттем, 25 градус йылы, рәхәт. Диңгеҙ буйында ҡояш байығанын ҡарап, бер аҙ ултырып алдым. Ысынлап та, һыуыҡта 3 мең саҡрым үткәс, был ергә килеп еткәндән һуң үҙемде бөтөнләй икенсе төрлө тойҙом, кәйеф тә күтәрелде. Юлда туҡтап, ҡайҙа ҡунаҡхана бар, тип һораным. был кеше ымлап нимәлер күрһәтә, инглиз телен сәпсим дә белмәй. Күршеһе өйөн ҡалдырған булған. Был ирҙең телефоны аша уның менән һөйләшеп, ике ҡатлы йортто бик арзан хаҡҡа ҡуртымға алдым.
8 ғинуар. Йылы яҡта уяныуы рәхәт, тышҡа сығып, ҡояшта ҡыҙынып кирелеп алдым, үҙемде ауылдағы һымаҡ тойҙом. Әйберҙәремде тиҙ генә йыйҙым да Бендер-Аббас тигән ҡала яғына юлландым. Ярты юл диңгеҙ буйлап бара, бындай юлдан үтеү – күп мотоциклистың хыялы. Бер яҡтан – диңгеҙ, икенсе яҡтан – тауҙар, шул уҡ ваҡытта юл да тигеҙ һәм йылы. Барып етергә 100 саҡрымдан ашыу ара ҡалғас, ике мотоциклист ҡыуып етте. Бер-беребеҙгә сәләм бирҙек һәм тегеләр минең арттан эйәрҙе. Бер поста бөтәбеҙҙе лә полиция туҡтатты, фотоға төшөрөү өсөн кәрәк булған икән. Туҡтаған арала егеттәр менән танышып алдым. Үҙҙәре Нидерландынан, мин барған ҡалаға юл тоталар. Бергә барып етергә һүҙ ҡуйыштыҡ. Һыуыҡта мотоцик­листарҙы күргән дә юҡ ине. Ҡалаға барып еткәс, бер үк ҡунаҡханаға урынлаштыҡ. Кискеһен ҡала буйлап йөрөгәндә сәфәр­ҙәштәрем менән яҡындан танышып алдым. Баҡтиһәң, улар 60-сы көн сәйәхәттә икән. Әкиәттәгеләй, ете диңгеҙ кисеп, ете тау артылып, ер сигенә китеп баралар. Эйе-эйе, Нидерланды иленән Көньяҡ Африкаға юл тоталар, иҫәпһеҙ-һанһыҙ Африка илдәрен үтергә ниәтләйҙәр. Фекерҙәш­тәремде осратыуыма бик шат булдым, улар ҙа шулай уҡ.
9 ғинуар. Икенсе көнөнә Ормуз тигән утрауға сығып киттек. Унда паром менән генә барып була, 40 минут тирәһе. Барып еткәс, һәр беребеҙ ҡуртымға бәләкәй мопедтар алдыҡ, улар ҡиммәт тә түгел. Утрау ҙур түгел, теләһәң, 20 минутта урап сығырға ла мөмкин, ләкин ҡыҙыҡлы урындар күп булып сыҡты. Тәүҙә утрау йәмһеҙ булып күренде, әйтерһең, унда тереклек юҡ. Әҙерәк бара торғас, матур күре­нештәре асылды. күп өлөшөн тәбиғәт барлыҡҡа кил­тергән тоҙ тауҙары биләй. Күбеһе балсыҡ менән буталған. Ап-аҡ тауҙар ҙа бар, улары инде тотош гипстан тора. Бында йәшәгән халыҡ балыҡ­сылыҡ менән булыша, туристарға сувенирҙар эшләп һаталар. Мәҫәлән, ҡабырсаҡ, моллюскылар, диңгеҙ терпеһенән һәм йондо­ҙонан муйынсаҡтар, уйынсыҡтар тәҡдим итәләр. Түбәндә бер хиппи төркөмө сувенирҙар эшләй, кемдер гитара сиртә, икенсеһе флейтала уйнай. Флейта моңона ирәйеп, диңгеҙгә ҡарап ултырҙыҡ. Әгәр һәйбәт бинокль алһаң, Бурдж-Хәлифә небоскребы күренер ине. Ғәрәп Әмирлектәренә тиклем – 233 саҡрым. 
Ел семәрләгән ҡаялар, статуялар яланы бөгөнгө көндөң матур хәтирәһе булып иҫтә ҡалды. Сираттағы паром менән ҡайтыр яҡҡа юлландыҡ. 
10 ғинуар. Бында йылы, рәхәт тә ул, ләкин Пакистан яғына юлланырға ваҡыт етте. Таң менән яңы таныштарым менән хушлаштыҡ. Улар техникаһын Дубайға ебәреү өсөн паромға китте.
Тамаҡ ялғап алғас, мин дә ҡуҙғалдым. Юлда аҙым һайын әфлисун һәм мандарин һаталар, беҙҙә иген баҫыуҙары булһа, уларҙа – финик ағастары, әфлисун һәм мандарин баҡсалары. Туҡтап бер-икәүһен тәмләп ҡараным, бешмәгән, әммә еҫе иҫ киткес. 
Бара торғас, кешеләрҙең йөҙ-ҡиәфәттәре лә үҙгәрә башланы. Былар – белуджи, һөй­ләшеүҙәре лә, хатта көлөүҙәре лә айырыла. Блокпостар ҙа күбәйгәндән-күбәйә, бер ерҙә туҡтатып, документтарымды тик­шерҙеләр. 
400 саҡрым юл үтеп, Бам ҡалаһына килеп еттем. Иртә килеп еткәс, бер ыңғай мотоциклымдың майын алыштырып, ҡа­раштырып алырға булдым. Бер оҫтаханаға туҡтағас, автомеханик ир сыҡты, үҙе инглизсә белмәй, шуға күрә телефон аша тәржемә итеп аралаштыҡ. Һауыт алып, алыштырып та ҡуйҙым. Ҡунаҡхана эҙләргә тотондом. Бер нисәүһенә барҙым, урындар юҡ, бер генә ҡунаҡханала миңә урын таптылар, ләкин һәйбәттән түгел. Яйлап шарттар үҙгәрә башланы икән, тип эстән генә уйлап ҡуйҙым, сөнки был яҡта туристар аҙ йөрөй.
11 ғинуар. Бөгөн дә шулай уҡ 400 саҡрым тирәһе юл үтергә, күп түгел, ләкин һы­уытты. Ландшафт үҙгәрә, сүллектән һуң яйлап тауҙар осрай башланы. Беҙҙең юл­дарҙа: «Һаҡ булығыҙ, мышы!» – тигән бил­дәләр торһа, бында – дөйә һүрәттәре. Бер нисә дөйә көтөүе осраны, ләкин көтөү­селәре юҡ ине, бәлки, ҡырағай булған­дарҙыр.
Иртәнсәк ҡабаланмай ғына тороп, сикте үтеү өсөн ни булһа ла таможняға яҡынларға тырыштым, Мирджаве тигән ауылға барып еткәс, ҡунаҡхана һораштым, ләкин ул эш­ләмәй ине. Кире 100 саҡрым артҡа ҡай­тырға тура килде, шунда ғына бар. Шулай уҡ бензин менән проблемалар килеп сыҡты, Пакистан кешеләренең контра­бандаһы менән көрәшәләр икән. Сит кешеләргә яғыулыҡ ҡоймайҙар, һәр кемдең махсус картаһы булырға тейеш. Шулай ҙа заправкаға барып торҙом, яҡшы кешеләр осраны. Заправка эшсеһе дүрт кешенән 2-3 литр бензин һорап, миңә ҡойҙолар. Бер кеше хатта 5 литр ҡалдырып китте. Бен­зиндың литры – 6 һум, ләкин картаң булмаһа, уныһы ла юҡ. 
Ҡалаға еткәс, һәйбәт кенә ҡунаҡханаға урынлаштым, Пакистанда ундай шарттар юҡ бит, рәхәтләнеп йоҡлап ҡалырға кәрәк. Магазинға сығып тәмлекәстәр алып, бүл­мәмдә рәхәтләнеп фильм ҡарап, көнөмдө үткәреп тә ебәрҙем.
12 ғинуар. Яңы көн, яңы ил! Көн дә ошондай йылы уңайлы бүлмәләрҙә генә йоҡ­ларға ине. Бөгөн йоҡо туйҙы. Пакстан сигенә юлға сыҡтым. Бер нисә блокпост аша үттем, һәр береһендә тикшерҙеләр. Иранға еңел генә килеп ингәйнем, сыҡ­ҡанда ауырыраҡ булды. Бер сәғәт буйына документтарымды тикшерҙеләр. Ҡағыҙ­ҙарҙы алып ҡапҡаға юлланһам, тағы бер йәш егет туҡтатты. Төш, хәҙер һинең әйберҙәреңде тикшерәбеҙ, ти. Иң ярат­мағаным – тикшереү, сөнки әйберҙәр бик күп. Сығарыуы тиҙ генә, ләкин шуны матурлап һалып алыуға ваҡыт күп китә. Бер начальнигы килеп тә етте, башланды, тип уйлағайным ғына, ул егеткә, турист, тип ниҙер мығырланы. Ҡыҫҡаһы, тикшермәҫкә ишараланы. Бер сәғәт ваҡытым китер ине, бәхетем бар икән, тип ҡуҙғалып киттем. Шулай итеп, рәхмәт Иран иленә, халыҡтың ҡунаҡсыл булыуы оҡшаны.
Пакистан ҡурҡыныс илдәр иҫәбендә тора, ләкин әлеге ваҡытта улай уҡ түгел. Бер нисә йыл элек бандиттар, туристарҙы урлап, аҡса «һығып» ыҙалатҡан.
Ҡапҡаларына барып индем, шунда ук документтарымды фотоға төшөрөп алдылар һәм бер бүлмәгә ебәрҙеләр. Сәпсим икенсе кешеләр, инглиз телендә һөйләгәндәрен аңлауы ҡыйын, акценттары көслө. Шулай ҙа саҡ-саҡ аңлашып ҡуйҙыҡ. Шунда уҡ миңә, был илдә полиция йә хәрби кешеләр оҙатыуында ғына йөрөргә рөхсәт ителә, тинеләр. быға тиклем Кветта ҡала­һына ҡәҙәр ошондай оҙатыу барлығын белә инем. Ләкин быйыл бөтә ил буйлап полиция оҙатып йөрөргә тейеш. Документтарымды яҙып алғас, мине полиция участ­каһына алып барҙылар. Мине, ошонда йоҡлайһың, тип ҡалдырып киттеләр. Бер бүлмәне күрһәттеләр, бүлмәләре саңлы, һыуыҡ, ярай әле үҙем менән палаткала йоҡлай торған йылы әйберҙәрем бар ине. 
Тегеләй-былай йөрөй торғас, асығып та кителде, ашатабыҙ, тигәйнеләр. Әммә улар бешергәнде ашағы килмәне, шуға ла бер полицейскийҙан ҡалаға сығып ашарға алырға һәм аҡса алыштырырға рөхсәт һораным. Ул үҙенең мотоциклына ултыртып алып сығып китте. Кешеләре лә, өйҙәре лә ярлы. Бер ашханаға инеп, үҙем менән ашарға алдым, аҡсаны ла алмаштырҙым. Был полицейскийҙы ла һыйларға булдым, үҙемә алған кеүек алдым, бында ризыҡ хаҡы арзан булып сыҡты, 100-150 һумға бер туйғансы ашарға була, ә икмәк хаҡы – 5-10 һум тирәһе. Участкаға ҡайтып еткәс, йәһәтләп ашарға тотондом, тәүге ҡабыу менән ныҡ ҡырҡыу әсе ризыҡ икәнен аңланым, быныһы ла башланды, тим эстән генә. 
Ғәзим МӨХӘМӘДЙӘНОВ. 

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас