Баймаҡ районының Әбделкәрим ауылынан 26 йәшлек яҡташыбыҙ, Мәскәү политехник университетының инженер-уҡытыусыһы Ғәзим МӨХӘМӘДЙӘНОВТЫҢ мотоцикл менән Азия илдәренә сәйәхәт итеүе хаҡындағы юлъяҙмаларын тәҡдим итәбеҙ.
Сәйәхәтем быйыл ғына башланманы, 2015 йылда уҡ күңелемә ҡыйыуһыҙ ғына инеп ултырғайны ул. Мотосәйәхәтселәрҙең яҙмаларын көнө-төнө уҡып, видеояҙмаларын ҡарап, теләгем тағы ла көсәйә барҙы. Студент саҡ, хыялдар күп, әммә аҡса юҡ. Шулай хыялланып биш йыл үтеп тә китте. Былай итеп бөтә ғүмер үтеп китергә мөмкин, тип уйланым. Аҡса йыйып машина һатып алғайным, 2021 йылда шуны һатып, тағы ла аҡса өҫтәп, мотоцикл һатып алдым. Бер айҙа «А» категорияһына таныҡлыҡ алып, икенсе көнөнә үк дуҫым менән Башҡортостанға ҡайтып киттек. Баймаҡҡа тиклем 8 мең саҡрым юл үтеп, биш көндә ҡайтып еттем. Беренсе сәйәхәтем шул булды.
Эшкә төшөп, ҡулға бер аҙ аҡса килеп эләккәс, Ҡырым ярымутрауына сәйәхәткә сығып, унан 10 көндә әйләнеп ҡайттым. Оҙайлы сәйәхәт өсөн күп аҡса, яңыраҡ мотоцикл кәрәклеген шунда аңланым.
Хыял булһа, иртәнсәк тороуы ла рәхәт. Төп эшемдән тыш ниндәй генә «шабашка» килеп сыҡһа ла, шуға тотондом. 2023 йылдың 14 июлендә Мурманск ҡалаһына барып, яңы мотоцикл һатып алдым. Тәүгә күргән матай менән ҡайтырға башта ҡурҡыңҡыраным. Борсолоуым бушҡа булған, дүрт мең саҡрым юл үтеп, тыуған ауылыма ҡыуанып ҡайтып еттем.
Азия илдәренә сәйәхәтемде ярты йыл тирәһе планлаштырҙым. Картала 13 илде билдәләнем: Грузия, Төркиә, Әрмәнстан, Иран, Пакстан, Һиндостан, Вьетнам һәм башҡалар. Иң тәүгеһе – документтар. Рәсәйҙең автомобиль федерацияһында 25 мең һумға «Карнет де пассаж» виза документын юлланым. Уның ярҙамында илдәргә бер ниндәй түләүһеҙ сәйәхәт итергә мөмкин. Минән иһә мотоцикл хаҡынан 40 – 60 процент күләмендә залогҡа аҡса һоранылар.
Юлдар оҙон, сәйәхәт итеүе ҡиммәт тә булғас, маршрутты бер нисә өлөшкә бүлдем. Шулай итеп, 20 августа Грузия тарафтарына ҡуҙғалдым.
Рәсәйҙең киң, тигеҙ юлдары, йылы һауа кәйефте күтәрә генә. Туҡтағы ла килмәй, ләкин йоҡларға ер кәрәк. Йылы булғас та, сәйәхәттең беренсе өлөшөндә тик палаткала ғына йоҡларға маҡсат ҡуйҙым. Бер яҡтан, үҙемде һынап ҡарарға, икенсе яҡтан, сәйәхәт булғас, шулай булырға тейеш, тип уйланым. Йылыла ғына йоҡлап ятырғамы ни? Етмәһә, ҡунаҡханаларҙың хаҡы ла апаруҡ ҡына.
Беренсе төндә Тамбов яҡтарында трассанан төшөп, бер ағаслыҡ араһына индем. Яңғыҙ булғас, шөрләтә, шулай ҙа палаткамды ҡора башланым. Уның менән генә бөтмәне, 10 – 15 метр алыҫлыҡта ниндәйҙер күҙҙәр яна, нимә эшләргә, тип уйлайым, таяҡ тотоп тауыш сығарып, ҡысҡырып ҡыуып ебәрҙем. Кем нығыраҡ ҡурҡҡандыр, белмәйем, минме йәки хайуанмы... Шулай ҙа йоҡларға яттым.
Ҡуҙғалып китеүе ҡыйын булған кеүек үк, шулай уҡ беренсе төндө үткәреүе лә еңелдән булманы.
Бара-тора баҫыуҙар кәмей башланы, Кавказ тауҙары беленә. Мөһабәт, бейек, хатта баштарында ҡар ята.
22 август. Владикавказға килеп еттем, тәүге шомло төн бер аҙ шөрләтһә, 6 мең саҡрымлыҡ юл бер аҙ арытып та ебәрҙе. Шуға күрә бында ҡунаҡханаға инеп йоҡларға булдым. Иртәгә ил сиген үтәһе бар, йыуынып-һыйпанып алмайынса ла булмай.
Юлымдағы беренсе ил – тауҙар ҡосағында ятҡан Грузия. Ил сиген сәғәт ярымда үттем, беҙҙекеләр – ярты сәғәт, грузин таможняһы бер сәғәттәй ваҡытты алды. Тәүҙән үк бормалы ауыр юлдар, ҡаяларҙа ултырған йорттар, шаулы йылғалар минең һушымды алды. Мәктәптә география дәресендә һүрәттәрҙән ҡарап һоҡланған Казбек, Кавказ тауҙары. Биш мең метр бейеклектәге тау алдында торғанда донъяның матурлығын тағы ла нығыраҡ аңлайһың. Ил сиген үткәс тә Халыҡтар дуҫлығы аркаһына юлландым, һәр осраған матурлыҡты яйлап ҡарап барам. Ананури һыуһаҡлағысы бик оҡшаны. Әлегә планлаштырылған ваҡыттан алдараҡ барам, шуға запасты тотонайым, тием. Грузиялағы тәүге төндө яр буйында туристарҙың махсус ятағында палаткала үткәрҙем. Сит илдәрҙән машина менән килгән сәйәхәтселәр ҙә күп.
24 август. Иртә менән Тбилиси ҡалаһына килеп, банк иҫәбе асырға маташтым. Әммә Грузияның төп банкы миңә карта асыуҙан баш тартты. ТБС атамалы банкта иһә биш көндән генә әҙер була, тинеләр. Биш көн буйы нимә эшләргә? Ҙур ҡалаларҙы ҡарарға яратмайым. Яңы маршрут төҙөй башланым. Биш минуттан картала нөктәләр билдәләнгәйне – Төркиәгә барып етеп ҡайтырға булдым.
25 август. Инглиз телен һәйбәтләп белмәйем, хәйер, ил сигендәге таможенниктар ҙа шундай уҡ хәлдә. Шуға күрә башҡортса-төрөксә аралашып, инглизсәһен ҡыҫтырып үтеп киттем. Төркиәгә ингәндән үк йылы тойғолар, мосолман иле, башҡорт теленә оҡшаш һөйләш. Шундай уҡ бейек матур тауҙарҙы, йылғаларҙы ҡарай башлағас, был яҡҡа килеүем бушҡа булмағанлығын аңланым.
Урындағы ашханала тамаҡ туйҙырырға маташыуым тәүҙә уңышһыҙ булды. Төрөк терминалы минең карталарымдың береһен дә ҡабул итмәне. Яныма бер егет килде һәм ломбардҡа алып барҙы. Грузин лариһын лираларға алмаштырып алдым, 300 лира миңә Төркиәне урап сығырға етергә тейеш. Ашханала үҙебеҙҙең шаурмаға оҡшаш бер аҙыҡты тәмләп ҡараным, төрөктәрҙең кешеләргә ҡарата ихтирамлы булыуын аңланым.
Беренсе төндө Артвин ҡалаһында кемпингта үткәрҙем. Күршеләге төрөктәр мине табынға саҡырҙы. Төнө буйы самауырҙан сәй эсеп, усаҡ янында һөйләшеп ултырҙыҡ. Аҙаҡтан, минең ҡәрҙәшем, тип яҡын кеше итеп үҙҙәренә ҡабул иттеләр.
26 август. Икенсе көнөм Төркиәлә үтте, ниһайәт, диңгеҙҙә һыу индем, балыҡ тоторға маташтым. Бер пирс янында палаткаға урын һорағайным, тәүҙә, ярамай, тинеләр. Унан һуң аралаша башлағас, төрөксә бер нисә һүҙ әйтеп, мосолман икәнлегемде аңлағандан һуң миңә урынлашырға рөхсәт бирҙеләр. Инжирҙы туйғансы ашаным, уға башҡаса әйләнеп тә ҡарамаҫлыҡ булдым.
28 август. Грузияға әйләнеп ҡайттым. Тәүге ҡала – Батуми. Яр буйлап сәйәхәт иттем, ҡаланың иҫтәлекле урындарын ҡарап сыҡтым. Туристар өсөн ҡыҙыҡ, матур ҡала. Ҡайһы бер сәйәхәтселәр палаткаларын яр буйында, парк эстәрендә ҡорған. Мин дә үҙемә урын ҡараштырҙым. 210 һумға грузин бөйөрөгө һәм тауыҡ итен һатып алып ашаным.
«Макдональдс» рестораны янында торһам, яныма бер егет килде, ҡайҙан килеүемде, ни эшләп йөрөүемде һораша башланы. Сәйәхәт итеүем хаҡында һөйләп бирҙем. Исеме – Мәхмүт, электрик булып эшләй, Ирандан туғандарының фатирына ремонт эшләргә килгән. Үҙенә ҡунаҡҡа саҡырҙы, йыуынып, ял итеп алырһың, ти. Ҡыуанып ризалаштым.
Ғәзим МӨХӘМӘДЙӘНОВ.
(Дауамы бар.)