Спорт
2 Февраля 2024, 08:34

Командабыҙ Кубок өсөн көрәшеүселәр сафында

26 ғинуарҙа Хабаровскиҙың «Платинум-Арена»һында «Амур» «Салауат Юлаев» менән икенсе уйынын үткәрҙе. Тәүгеһендә өфөләр уны овертаймда еңгәйне. 

Уйындың ҡап яртыһына тиклем ике яҡ та бер-береһенең ҡапҡаһына юл таба алмай йонсоно. Икенсе осорҙоң ур­та­һында тәжрибәле Николай Кулемин күпселектә иҫәпте асты. Өсөнсө осорҙоң уртаһында шул уҡ Коля икенсе шайбаны ла, уйын аҙағына өсөнсөһөн дә индереп, хет-трик эшләне.
Был осрашыуҙа ҡапҡасыбыҙ Александр Самонов та биләмәһен яҡшы һаҡланы: хужалар сойорғотҡан 28 шайбаны кире ҡаҡлыҡтырып, быйылғы миҙгелдә би­шенсе тапҡыр «ҡоро»ға уйнаны. 
Ошо уйындан һуң юлаевсылар Вла­дивостокка юлланып, «Фетисов-Арена»ла «Адмирал» менән осрашты. Был юлы хужалар ете­ҙерәк уйнаны. Икенсе осорҙа Александр Горшков менән Дмитрий Бучельников бер-бер артлы ике шайба индерҙе. Быға яуап итеп Иван Дроздов менән Александр Хмелевский 31 секунд айырма менән голдар индереп, иҫәпте тигеҙләне. Өсөнсө осорҙа Данил Баш­киров менән Сергей Шмелевтың индергән голдары беҙҙе­ке­ләрҙең өҫтөнлөгөн арт­тырҙы.
Хужалар ҙа һис бирешмәне: Кирилл Петьков менән Клиффорд Пу иҫәпте тигеҙләп, уйынды овертаймға күсереүгә өлгәште. Бында өфөләр яратҡан ысулды һынар өсөн ҡапҡасыбыҙҙы алтынсы уйынсыға алмаштырҙы. Тик уңыш ғали йәнәптәре хужаларҙы һайланы – Антон Берлев буш ҡапҡабыҙға шайба индереп, командаһына ике мәрәй килтерҙе. 
Ошо ике команда араһындағы икенсе уйын да бик көсөргәнешле булды. Бер көн алдағы еңеүҙән ҡанатланған хужалар был юлы ла уйынды сәмләнеп башланы. Легионер Джованни Фьоре Илья Ежовтың ҡапҡаһына тәүге голды индерҙе.
Икенсе осорҙа хужаларҙың тәртип боҙоп әҙселектә ҡалыуы булды, йәш һөжүмсебеҙ Данил Алалыкин Сергей Шмелев менән Даниил Огирчук биргән пасты голға әйләндерҙе. Ошонан һуң «йәшел дружина» «Адмирал»дың ҡап­ҡаһы алдында ҡойондай өйөрөлөп, (өфөләр 54 тапҡыр шайба ыр­ғытты), уйын бөтөп килгәндә тре­нерыбыҙ Николай Цулыгиндың 19 йәшлек улы Ярослав икенсе шайбаны индереп, ко­мандабыҙ 2:1 иҫәбенә еңеү яуланы. 
Шулай итеп, бөтәһе 77 мәрәй яулап, өфөләр Көнсығыш конференцияһында өсөнсө урын алды һәм плей-оффҡа сыҡты. Плей-оффта «Локомотив» (Яро­славль) «Динамо» (Мәскәү), «Торпедо» (Түбәнге Новгород), «Металлург» (Маг­нитогорск), «Авангард» (Омск) ко­ман­далары Гагарин кубогы өсөн көс һынашасаҡ.  
Кисә беҙҙекеләр үҙ боҙонда Көнсығыш конференцияһында дүртенсе урында килгән «Лада»ны ҡабул итте.

Ә. ХЫЗЫРОВА.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас