Ҡаҙағстандан ҡайтышлай, «Салауат Юлаев» Новосибирскиҙа туҡталып, «Себер» командаһы менән осрашты. Әйтергә кәрәк, был – Өфөләрҙең уның менән өсөнсө осрашыуы. Былтырғы ике уйында беҙҙекеләр ыһ та итмәй еңгәйне. Был юлы ла юлаевсылар һынатманы – тәүге осорҙоң 28-се секундында уҡ Иван Дроздов тәүге шайбаны индереп тә ҡуйҙы. Шәп бомбардирыбыҙ Александр Хмелевский беренсе осор бөтөп барғанда иҫәпте арттырҙы.
Икенсе осорҙа «Себер» егеттәре үҙ уйынын таҡты. Һөҙөмтәлә Тэйлор Бэк менән Владимир Михалев иҫәпте тигеҙләне.
Өсөнсө осорҙа хужаларҙың әҙселектә булыуын файҙаланып, Александр Шаров бик кәрәкле шайбаһы менән командабыҙҙы алға сығарҙы. Һәр уйында һөҙөмтә күрһәткән легионерыбыҙ Николя Милош дүртенсе – еңеү шайбаһын индерҙе.
«Йәшел дружина» дүрт уйынын ситтә үткәреп ҡайтҡандан һуң, 21 ғинуарҙа «Амур» командаһы менән осрашты. Алыҫ Көнсығыш командаһы турнир таблицаһында унынсы урында килһә лә, КХЛ-дың топ-кубоктары уйынсыларына ныҡлы ҡаршылыҡ күрһәтеп, ҡайһы саҡта уларҙы еңә лә. Был юлы ла ул беҙҙекеләргә ҡаршы лайыҡлы уйнаны. Тәүге осорҙоң башында Станислав Бочаров һауығып боҙға сыҡҡан Александр Самонов ҡапҡаһына бик тиҙ генә шайбаны сойорғотто.
Хужалар дәғүәсе ҡапҡаһы янында туҡтауһыҙ өйөрөлә торғас, 33-сө минута Николя Милош саҡ иҫәпте тигеҙләне. Ҡунаҡтар ҙа бирешергә теләмәне. Өсөнсө осор барышында әлеге лә баяғы Станислав Бочаров йәнә уңышҡа өлгәшеп, командаһын алға сығарҙы. Өсөнсө осор уртаһында Александр Шаров индергән шайбанан һуң, уйын овертаймда дауам итте. Унда инде юлаевсыларҙың тренерҙар штабы өҫтәмә ваҡытта гел ҡулланған ысулды һайланы – һаҡсыбыҙҙы уйынсыға алмаштырҙы. Был үҙен аҡланы, уйын башланып ике минут та үтмәне, Джошуа Ливо индергән шайба командабыҙға ике мәрәй килтерҙе.
Ошо уйында «Салауат Юлаев»тың һаҡсыһы Евгений Бирюков КХЛ тарихында меңенсе матчын үткәргән уйынсы булараҡ билдәләнде. Ул карьераһында «Металлург» командаһы өсөн – 779, Өфө клубы составында 221 уйында ҡатнашҡан. 37 йәшлек спортсы күршеләребеҙ командаһы менән ике тапҡыр Гагарин кубогын яулай. Ә Башҡортостандың төп командаһына 2020 йылда саҡырыла. КХЛ уйындарында бөтәһе 148 мәрәй (24 шайба + 124 пас) йыйған.
юлаевсылар Алыҫ Көнсығыш турнеһын «Амур» менән осрашыуҙан башланы. Тәүге осорҙа – Ян Дрозг, икенсеһе башында Дмитрий Шевченко, беҙҙең ҡапҡаға ике шайба индереп алға сыҡты. Джошуа Ливо был юлы ла мәргәнлеген иҫбатлап, иҫәпте ҡыҫҡартты. Төп ваҡыт бөтөүгә ике секунд ҡалғас, Александр Хмелевский иҫәпте тигеҙләп, уйын овертаймда дауам итте. Унда ике команда ла уңышҡа өлгәшмәне. Һөҙөмтәлә буллиттар серияһында Джошуа Ливо гол индереп, командабыҙға еңеү килтерҙе.
Бөгөн өфөләр йәнә «Амур» менән уйнай. Ә 28, 29 ғинуарҙа иһә Владивостокта «Адмирал» менән осрашасаҡ.
Башҡа командаларға килгәндә, «Северсталь» «Металлург»ҡа 2:3 иҫәбенә отолоп, ете уйындан торған еңеүле серияһын өҙҙө. «Магнитка» иһә 78 мәрәйе менән Көнсығыш конференцияһында ла, дөйөм турнир таблицаһында ла тәүге урында килә. Унан бер мәрәйгә ҡалышҡан «Авангард» – икенсе, 72 мәрәй йыйған «Салауат Юлаев» өсөнсө урында.
Ә. ХЫЗЫРОВА.