Спорт
19 Ғинуар 2024, 08:21

Әлегә өсөнсө урында нығынды

Үҙ боҙондағы ике уйындан һуң, «Салауат Юлаев» ситтәге тәүге осрашыуын 12 ғинуарҙа Татарстандың икенсе командаһы – «Нефтехимик» менән үткәрҙе. Улар күршеләр менән был миҙгелдә икенсе тапҡыр осрашып, икеһендә лә еңелгәйне. Был юлы ла татарҙар уңышлыраҡ булып сыҡты.

Икенсе осор башында Жан Себастьен Ди беҙҙекеләр әҙселектә булғанда иҫәпте асһа, өсөнсө осор бөтөүгә 4 минут ҡалғанда Егор Корбит икенсе шайбаны индереп, командаһына өсөнсө тапҡыр беҙҙекеләрҙе еңергә ярҙам итте. Юлаевсылар бар көсөн һалып тырышты, тик хужаларҙың ҡап­ҡасыһы Андрей Тихомиров өфөләр сойорғотҡан шай­баны 25 тапҡыр кире ҡаҡлыҡтырҙы.
Турнир таблицаһының туғыҙынсы уры­нында килгән командаға юлаев­сы­ларҙың ниңәлер «теше» үтмәй. Ҡапҡа­сыбыҙ Илья Ежовтың тотороҡло уйнамауы ла егет­тәребеҙгә ышаныс өҫтәмәй, күрәһең. Өс уйындың икәүһендә ул ҡапҡала тор­ғанда өфөләр уңышһыҙлыҡҡа тарыны. 
Улар Түбәнге Каманан Балашихаға Ҡытай командаһы «Куньлунь Ред Стар» менән осрашыуға юлланды.
9 ғинуарҙа уның менән үҙ боҙонда уйнап, минималь 1:2 иҫәбенә еңелгәндән һуң, өфөләр был юлы кемдең кемлеген танытырға тейеш ине. Һәм танытты ла. Тәүге осор уртаһында уҡ «йәшел дружина» хужалар ҡапҡаһына туҡтауһыҙ һөжүм итеп, Никита Зоркин, Сергей Шмелев, Николай Кулемин бер-бер артлы өс шайба индереүгә өлгәште. Ҡытайҙар һис би­решергә теләмәй, Джемел Смит менән Тайлер Граовац беҙҙең ҡапҡаға ике шайба индереп, иҫәпте ҡыҫҡартты.
Икенсе осорҙа Павел Коледовтың шайбаһы өҫтөнлөктө нығытты. Өсөнсө осор бөтөп килгәндә Брэндон Макмиллан индергән шайба «аждаһалар»ҙа уйынды овертаймға күсереүгә өмөт уятты. Улар ҡапҡасыһын алтынсы уйынсыға ал­маштырҙы. Владислав Ефремов хужа­ларҙың ҡапҡаһына  бишенсе шайбаны сойорғотоп, осрашыуға елле нөктә ҡуйҙы.
16 ғинуарҙа өфөләр Астанаға барҙы. Ҡаҙаҡтарҙың «Барыҫ»ы менән уйын һәр саҡ бик көсөргәнешле уҙа. Ике команда ла тигеҙ, матур уйын күрһәтте. Тәүге осор башында Дмитрий Бурков йәш ҡапҡа­сыбыҙ Вязовойҙың ҡапҡаһына беренсе шайбаны индереп, командаһын алға сығарҙы. Икенсе осор башында Кирилл Савицкийҙың голы хужаларҙың өҫтөн­лөгөн арттырҙы. Ошонан һуң Михаил Науменков иҫәпте бер шайбаға ҡыҫҡартты. Өсөнсө осор уртаһында тәжрибәле Николай Кулемин бик кәрәкле шайбаны индереп, иҫәпте 2:2 итте. Беҙҙекеләр алға бик ынтылһа ла, төп ваҡытта еңеүсе асыҡланманы. Өҫтәмә ваҡытта ике команда ла уңышҡа өлгәшмәне, эш бул­литтар серияһына етте. Бында ҡаҙаҡ­тарҙың легионеры Понтус Оберг еңеү шайбаһын индереп, уйын улар файҙаһына – 3:2 иҫәбенә бөттө.
Дүрт уйында рәттән еңелеп, өфөләр менән осрашыуҙа яулаған ике мәрәйен дә ҡушып, «Барыҫ» 42 мәрәйе менән Көн­сығыш конференцияһының һуңғы уры­нынан 11-се урынға күтәрелде. «Салауат Юлаев» иһә 66 мәрәйе менән өсөнсө урынын һаҡлап ҡалды.
Беҙҙең төп ҡапҡасыбыҙ Александр Самонов сирләп китеү сәбәпле, тренерҙар штабы Илья Ежовты хәл иткес уйындарҙа ҡапҡабыҙға ҡуйғайны. Ниңәлер ул һуңғы арала тотороҡло уйнамай, шуға ҡаҙаҡ хоккейсылары менән осрашыуҙа 20 йәшлек Семен Вязовойға ышаныс ҡүр­һәтелде. Был – уның икенсе тапҡыр боҙға сығыуы. Әйтергә кәрәк, «Барыҫ» менән буллит серияһында ул һалҡын ҡанлылыҡ күрһәтеп, потенциалы барлығын иҫбат­ланы.
Шулай уҡ ошо уйында Николай Ку­леминға пас биргән Иван Дроздов КХЛ-да 100-сө мәрәйе менән билдәләнде.
Кисә өфөләр «Себер» командаһы менән осрашты. 

Ә. ХЫЗЫРОВА.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас