Спорт
12 Ғинуар 2024, 08:16

Йылды уңышлы башланылар

Яратҡан «йәшел» дружинабыҙ быйылғы уйындарын 3 ғинуарҙа ситтә, Омскиҙың «Авангард» командаһы менән осрашыуҙан башланы. Был юлы ла уңыш ғали йәнәптәре өфөләр яғында булды – улар хужаларҙы 4:2 иҫәбенә еңде. Шайбаларҙы Данил Башкиров, Иван Дроздов, Александр Хмелевский һәм Александр Шаров индерҙе. «Авангард» уйынсыларынан Никита Холодилин менән Валентин Пьянов мәргәнлеген раҫланы.

Был команда менән өфөләр 13 февралдә үҙ боҙонда дүртенсе тапҡыр осрашасаҡ.
5 ғинуарҙа өфөләр «Себер»гә ҡунаҡҡа барҙы. Был команда беҙҙекеләргә һәр саҡ ныҡ «теш» күрһәтә. Уйын башланып, өс минут та үтмәне, Никита Коротков иҫәпте асты.
Туҡтауһыҙ алға бара торғас, тәүге осор уртаһында Иван Дроздов иҫәпте тигеҙ­ләне. Әйткәндәй, ул дүрт уйын рәттән шайба индереп, 43 матчта 30 (17+13) мәрәй йыйып, команда мәргәндәре араһында икенсе урында килә. Уға шайбаны биргән Александр Хмелевский ҙа матур, һө­ҙөм­тәле уйыны менән ҡыуандыра – ете уйын рәттән гол индереп, 46 осрашыуҙа 42 (21+21) мәрәй йыйып, беренсе снайпер һәм бомбардирға әйләнде. Шулай уҡ Джошуа Ливо ла биш уйын рәттән мә­рәйҙәре һанын арттыра: 45 осрашыуҙа 27 (9+18) мәрәй тупланы. Уйынға әйләнеп ҡайтҡанда, өсөнсө осорҙа «Себер» егеттәре күпселекте файҙаланды. Тэйлор Бэк беҙҙең ҡапҡаға шайба индереп, командаһын алға сығарҙы. Юлаевсылар, ғәҙәттәгесә, аҙаҡ­ҡаса бирешмәй, һөжүм артынан һөжүм ойоштороп, төп ваҡыт бөтөүгә ике минут ҡалғас, Алексей Василевский иҫәпте тигеҙләне. Өҫтәмә ваҡытта иһә Иван Дроздов хужалар ҡапҡаһына еңеү голын индереп, командабыҙға ике мәрәй яуланы. 
Ошо уйындан һуң «Салауат Юлаев» 61 мәрәйе менән Көнсығыш конферен­цияһының турнир таблицаһында икенсе урында килгән «Авангард»ты өсөнсөгә шылдырҙы.
7 ғинуарҙа иһә командабыҙ Өфөгә ҡайтып, «Өфө-Арена» боҙондағы тәүге осрашыуҙы Ҡаҙағстандың «Барс»ы менән үткәрҙе.
Беҙҙекеләр өйҙә һәр саҡ матур уйнарға тырыша. Был юлы ла  тап шулай булды. Өфөләр ҡунаҡтарҙы 5:3 иҫәбенә еңде. Джошуа Ливо – ике, Артем Пименов, Матвей Гуськов, Егор Сучков берәр шайба индерҙе.
9 ғинуарҙа Өфөгә һигеҙ уйын рәттән еңелгән «Кунь-Лунь Ред Стар» командаһы килде. Был уйында командабыҙ булған мөмкинлектәрен файҙалана алмауы менән көйәрмәндәрҙе хафаландырҙы. Шәп бом­бардирҙарыбыҙ ҙа нишләптер 1–2 метр аранан дәғүәсе ҡапҡаһына шайба индерә алманы. Ә инде уларҙың ҡу­наҡтарҙың 7 тапҡыр әҙселектә ҡалыуын файҙаланмауы иһә бөтөнләй шаңҡытты. Юлаевсылар өс уйында рәттән еңгәндән һуң, Ҡытай егеттәре менән осрашыуға үҙҙәрен те­йешенсә көйләмәй сыҡҡан һымаҡ тойолдо.
Һөҙөмтәлә иҫәп –1:2, «Дракондар» менән уйнау тарихына килгәндә, улар бынан алты йыл элек, йәғни 2017 йылдың 28 авгусында, юлаевсыларҙы бер шайба айырмаһы менән еңгән. Ҡытай коман­даһынан  еңелгәндән һуң беҙҙекеләр йәнә турнир таблицаһында өсөнсө урынға төштө. 
Бөгөн юлаевсылар Татарстандың «Нефтехимик» командаһы менән осраша.

Ә. ХЫЗЫРОВА.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас