

Һәр ҡатнашыусы һәм махсус хәрби операция ветераны үҙенең герой-туғаны тураһында помнютвойподвиг.рф сайтында һөйләй ала. Проектта ҡатнашыу өсөн сайтта тейешле форманы тултырырға, команда әҙерләгән коллажды күсереп алырға һәм уны социаль селтәрҙәргә урынлаштырырға кәрәк. Әгәр коллаж һәләк булған МХО яугиренә бағышланһа, уны шулай уҡ «Үлемһеҙ полк» акцияһында ҡатнашыу өсөн ҡулланырға мөмкин.
Проект Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арнала. Был мөһим эшкә Рәсәй Президенты Владимир Путин фатиха биргән.
- Быуындар бәйләнеше принципиаль әһәмиәткә эйә, - тине президент. - Һәм бындай форматта эшләү, ҡағиҙә булараҡ, максималь һөҙөмтә бирә.
Иллюстрация: Ватан яугирҙарының ғаилә комитеты.