101 йәшлек һуғыш ветераны «Иман һәм намыҫ» ордены менән бүләкләнде

Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арнап «Рәсәй мосолмандары 1941 – 1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында һәм тылда» тип аталған саралар циклын башланы. 

101 йәшлек һуғыш ветераны   «Иман һәм намыҫ» ордены менән бүләкләнде101 йәшлек һуғыш ветераны   «Иман һәм намыҫ» ордены менән бүләкләнде
101 йәшлек һуғыш ветераны «Иман һәм намыҫ» ордены менән бүләкләнде

Уға ярашлы, дәһшәтле һуғыш йылдарын үҙ күҙҙәре менән күргән ветерандар менән осрашыуҙар үтәсәк.

Рәсәй ислам университеты студенттары менән тәүге осрашыу баш ҡалабыҙҙың «Ләлә – Тюльпан» мәсетендә уҙҙы. Унда Рәсәй мосолмандары Үҙәк Диниә назараты рәйесе, Рәсәйҙең Юғары мөфтөйө Тәлғәт Тажетдинов, 101 йәшлек Әсҡәт Минһажетдинов ҡатнашты.

– Илебеҙҙә Бөйөк Ватан һуғышы бер ғаиләне лә урап үтмәне. Кемдеңдер атаһы, улы, ейәне ҡатнашты. Бик ауыр, ҡан ҡойошло һуғыш булды.  Әлеге көндә Башҡортостан полктары Украинала махсус хәрби операцияла көрәшә. Унда ла еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ.

Һуғыш ваҡытында Аллаһы Тәғәлә һәр ваҡыт беҙҙең менән булды. Ул беҙгә еңеүгә ышаныс һәм өмөт бирҙе, – ти Әсҡәт Асҡар улы.

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны 17 йәшендә, Мәскәү хәрби-инженер училищеһын тамамлағандан һуң, Мәскәү халыҡ ополчениеһы дивизияһы составында фронтҡа ебәрелә. Ул Көнбайыш, Брянск һәм 2-се Белоруссия фронттарында  разведчик була. Ике тапҡыр «Батырлыҡ өсөн», «Белоруссияны азат иткән өсөн» миҙалдары һәм Ҡыҙыл Йондоҙ, I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары менән бүләкләнгән.

Бөйөк Ватан һуғышынан һуң Өфө медицина училищеһын, Башҡортостан ауыл хужалығы институтын, Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлап, 50 йылдан ашыу табип булып эшләй, кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай, эшләгән йылдарында 70-тән ашыу ғилми хеҙмәт яҙған.

Рәсәй мосолмандары Үҙәк Диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдинов Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ла, хәҙерге махсус хәрби операция осоронда назараттың эшмәкәрлеге, күптән түгел Рәсәй Президенты Владимир Путин менән осрашыуы хаҡында һөйләне. Ул Бөйөк Еңеүгә ҙур  өлөш индергән, фиҙакәр хеҙмәт иткән 101 йәшлек һуғыш ветераны Әсҡәт Минһажетдиновҡа  «Иман һәм намыҫ» ордены менән бүләкләне.

Сара  өйлә намаҙын уҡыу менән тамамланды. Бындай осрашыуҙар алдағы көндәрҙә лә дауам итәсәк.   

 

 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас