Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
13 Март , 08:52

«Батырҙар эҙһеҙ юғалмай»

«Ватандаш» журналы редакцияһы Бөйөк Ватан һуғышында хәбәрһеҙ юғалғандарҙы эҙләү буйынса акция үткәрә.

«Батырҙар эҙһеҙ юғалмай»
«Батырҙар эҙһеҙ юғалмай»

Әгәр ҙә һеҙ олатайығыҙҙың яҙмышын асыҡларға теләһәгеҙ, 15 мартта сәғәт 11-ҙән 4-кә тиклем Өфөләге Матбуғат йортона килегеҙ. «Рәсәй эҙәрмәндәр хәрәкәте»нең Башҡортостан Республикаһындағы төбәк бүлексәһе ағзалары туғанығыҙҙы эҙләүҙә ярҙам итәсәк.
Хәбәрһеҙ юғалған кешегеҙ тураһында үҙегеҙгә билдәле булған мәғлүмәттәрҙе күрһәтелгән анкетаға тултырып алып килеү мотлаҡ.
«Батырҙар эҙһеҙ юғалмай» акцияһы Еңеүҙең 80 йыллығына арнала.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: