«Йәшлек»кә яҙылып, гәзитле лә, бүләкле лә була алаһығыҙ. Тоғро дуҫтарыбыҙ өсөн бензин бысҡыһы, мультибешергес, электр сепараторы, ит тартҡыс, блендер, афған ҡаҙаны, электр гриле кеүек шәп бүләктәр әҙерләнек.
«Аҙна һайын – бүләк!» уйыны дауам итә. Унда ҡатнашыу өсөн гәзиткә яҙылған квитанцияғыҙҙы йә уның күсермәһен, фотоһын электрон почтабыҙға, «Бәйләнештә»ге төркөмөбөҙгә ебәрегеҙ.
Был аҙнала бүләкте – ҡояш батареяһында эшләгән яҡтыртҡысты Ғафури районының Ҡарағай ауылынан Рәис ҮТӘГӘНОВ отто.
Шулай уҡ «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йортоноң шәп бүләктәрен отоу мөмкинлеге лә бар. Бының өсөн үҙегеҙҙең район гәзитенә һәм «Йәшлек»кә киләһе йылдың тәүге яртыһына яҙылыуығыҙҙы раҫлаған квитанцияғыҙҙы (күсермәһен, фотоһын) беҙгә ебәрергә онотмағыҙ!
Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!