«Йәшлек»кә яҙылып, гәзитле лә, бүләкле лә була алаһығыҙ. «Аҙна һайын – бүләк!» уйыны дауам итә. Унда ҡатнашыу өсөн гәзиткә яҙылған квитанцияғыҙҙы йә уның күсермәһен, фотоһын электрон почтабыҙға, «Бәйләнештә»ге төркөмөбөҙгә йәки ватсапҡа ебәрегеҙ.
Үткән аҙнала бүләкте – ҡояш батареяһында эшләгән яҡтыртҡысты Хәйбулла районының Аҡъяр ауылынан Флүрә САПТАРОВА отто.
Шулай уҡ «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йортоноң шәп бүләктәрен отоу мөмкинлеге лә бар. Бының өсөн үҙегеҙҙең район гәзитенә һәм «Йәшлек»кә киләһе йылдың тәүге яртыһына яҙылыуығыҙҙы раҫлаған квитанцияның күсермәһен йәки фотоһын беҙгә ебәрергә онотмағыҙ!
Еңеүселәр киләһе йылда БЮТ-тың «Сәләм» тапшырыуында лототрон ярҙамында билдәләнәсәк.
Ярты йылға яҙылыу хаҡы – 1202 һум 40 тин.
Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ, дуҫтар!