Баҫмабыҙҙың дуҫтары өсөн әллә күпме бүләк тә әҙерләнек. Һеҙҙән яҙылыу тураһындағы квитанция күсермәһен (нисек ебәрһәгеҙ ҙә, ҡабул ителә: почта аша, “Бәйләнештәге” төркөмөбөҙгә, ватсаптан фотоға төшөрөп һ.б.) генә көтәбеҙ.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Ейәнсуранан Самат Имелбаев атлы дуҫыбыҙ быҙау вәғәҙә итте. БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Тимерғәле Ураҙғоловтың финанс ярҙамы менән дә байтаҡ бүләк алынды. Күрәһегеҙ, гәзиткә яҙылыусыларға бүләк бирергә әҙер замандаштарыбыҙ ҙа бар. Рәхмәт уларға!
Йыл һайын “Республика Башкортостан” нәшриәт йорто үткәргән отошта ла “Йәшлек”кә яҙылыусылар араһында еңеүселәр бихисап була.
Әйткәндәй, “Аҙна һайын – бүләк” уйынын башлайбыҙ. Был аҙнаның еңеүсеһе – Баймаҡ районының Үрге Яйыҡбай ауылынан Марат ИШҠЫУАТОВ.
Тиҙҙән ташламалы хаҡҡа яҙылыу ун көнлөгө старт ала. 3 июндән 13-өнә тиклем арзаныраҡҡа яҙылырға өлгөрөгөҙ.
Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!